6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ярыштарҙа көнсығыш ҡунаҡсыллығы хөкөм һөрәсәк
05.07.06


       Сентябрь айында Өфө йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. Беҙҙең төбәк өсөн был әһәмиәтле ваҡиғамы Һис һүҙһеҙ. Ә беҙҙә бындай сараға иғтибарһыҙ ҡала
       алалармы Юҡ, әлбиттә. Байрамға килгән ҡунаҡтарҙа яҡшы
       тәьҫорат ҡалһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк. Ни тиһәң дә Башҡортостан - ул Европаның иң көнсығыш өлөшө, беҙҙә хатта Азияның бер өлөшө лә бар. Йәғни, ошоға ярашлы ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәйенсә булмаясаҡ.
       Донъя спорт сараларын үткәреү, тимәк, ҙур байрам ойошторо у һәм ҡаланы, төбәкте бар донъяға данлау тигәнде генә аңлатм ай. Бында һүҙ киләсәк, иртәнге көн хаҡында бара, сәләмәт тор мош
       алып барыуҙы пропагандалау, наркотиктарһыҙ, гармонияға
       ынтылып йәшәргә саҡырыуҙан тыш, уның спорт объекттары төҙөү, булғандарын ремонтлау өсөн дә файҙаһы етерлек.
       Өҫтә билдәләп үтелгән донъя чемпионатын алайыҡ. Уны үткәре ү өсөн "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексында бик ҙур эштәр башҡарыу кәрәк ине. Ҡатнашыусылар өсөн уңайлы йәшәү ур ыны булдырыу, лайыҡлы трасса һәм атыш урындары, турнир тамашасылары һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы стадион, заманса үҫешкән инфраструктура, телевизион бригадалар, комментаторҙар һәм киң мәғлүмәт саралары өсөн лайыҡлы эш
       шарттары булдырыу... Чемпионат үтә лә китә, әммә һанап үтелгәндәр барыһы ла республикала ҡала һәм уның файҙаһына
       эшләй. Бөтә илдән йәш таланттар бында спорт оҫталығын үҫтерергә мөмкин булған шарттарҙа күнекмәләр үткәреү өсөн киләсәк. Йәш спортсыларыбыҙҙы башҡа төбәк һәм ҡалаларға
       ҡыйбатлы йыйындарға оҙатырға тура килмәйәсәк. Ҡалабыҙ
       халыҡ - ара форумдар - саңғы спорты һәм классик, ҡышҡы
       биатлон кубоктары һәм чемпионаттары үткәреү мөмкинселегенә эйә булыуы ла ихтимал. Был иһә ҡалаға һәм төбәккә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итәсәк. Биатлондың ҡышҡы
       төрө йәйгеһенән популярыраҡ булыуы аңлашыла, тимәк, мотлаҡ квалификация үтеп, донъяның иң яҡшы биатлон стадиондары рәтенә баҫырға кәрәк.
       Донъя форумын лайыҡлы үткәреү өсөн нимә эшләнгән Нимә планлаштырыла Өфөлә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу к омитетының дүртенсе ултырышында журналистар ошо һорауҙарға яуап алды.
       Кәңәшмәнең беренсе минутында уҡ был спорт байрамын ҡабул итеү өсөн ойоштороусыларға "тау аҡтарырға" ғына түгел, күп төрлө мәшәҡәтле проблемаларҙы хәл итергә лә тура килеүе аңлашылды. Саңғы роллерҙары өсөн трасса әҙер, кросс юлдары я ҡшы эшләһен өсөн нормаль шарттар тыуҙырырға кәрәк. Шулай
       уҡ спортсылар һәм тамашасылар өсөн заманса табло ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Комплексты төҙөү шулай уҡ финишҡа яҡынлашты т ип әйтергә була. Биналарҙы эстән биҙәү һәм кәрәкле коммуникацияларҙы үткәреү эштәре генә ҡалған.
       Республиканың ойоштороу комитеты рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Илдус Илешев генераль подрядсыға объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын билдәләне - 25 июлдә "Биатлон" комплексы тапшырылырға тейеш. Икенсе көнөнә комплексты Башҡортостан Рсепубликаһы Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов ҡараясаҡ.
       БР эске эштәр министры Рафаил Диваев ойоштороу комитеты у лтырышында ярыштар ваҡытында хәүефһеҙлек тәьмин итеү тураһында һүҙ алып барҙы. Террористик янау мөмкинселектәренең барлыҡ варианттары ла нуль дәрәжәһенә төшөрөлөргә тейеш. Бының өсөн бик күп һанда хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителә, видеокүҙәтеү системаһы булдырыласаҡ.
       Биатлон спортын телевидениеһыҙ күҙ алдына килтереп булмай . Тура трансляциялар тамашасыларға көрәш барышын күҙәтергә мөмкинселек бирә. Өфө чемпионатынан да тура тапшырыуҙар ойоштороласаҡ. Бының өсөн "СургутИнформТВ" телекомпанияһынан квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙең тотош бер ш таты саҡырыла, башҡа төбәктәрҙән дә техник средстволар йәлеп ителәсәк.
       Ойоштороусылар бер нимәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Ултырышта хатта чемпионаттың сувениры ла күрһәтелде - ул винтовка тотҡан ағас айыу формаһында буласаҡ. Ойоштороусылар фекеренсә, был һын бер юлы Рәсәйҙе лә,
       Башҡортостанды ла кәүҙәләндерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал