6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ә командир - алда
05.07.06


       Бөгөн Советтар Союзы Геройы С. Д. Пономаревтың тыуыуына йөҙ йыл тула. Уның һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләүҙән алда, бала саҡ һәм үҫмер йылдарын бер аҙ хәтергә
       төшөрөп үтәйек.
       Сергей 1906 йылда Асҡын районының Тюйск ҡасабаһында донъяға килә. Ата - әсәләре вафат булғанда, уға ни бары ун и ке
       йәш була. Етем малай Асҡын, һуңынан Бөрө балалар йортонда тәрбиәләнә.
       Был йылдарҙы Сергей Дмитриевич айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала. Детдом балалары бик дуҫ йәшәй, кистәрен үҙешмәкәр концерттар менән сығыш яһай.
       - Ул ваҡытта беҙҙең өсөн иң мөһиме - хеҙмәт ине, - тип һө йләй Пономарев. - Уҡыу, белем өсөн көрәш шулай уҡ хеҙмәт, әл биттә. Әммә беҙҙең балалар йортонда үҙ хужалығыбыҙ булды: ка ртуф баҫыуы, алма баҡсаһы. Йыйылған уңышты Ағиҙел аша кәмәләрҙә т ашыныҡ. Беҙгә изге күңелле кеше - агроном Разумов етәкселек итте...
       Мәктәпте тамамлағандан һуң Сергейҙы урман техникумына уҡырға ебәрәләр, уны ул 1928 йылда тамамлай.
       Техникум сығарылыусыһы урман хужалығында эшләй, армияла х еҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң да яратҡан эшен дауам итә.
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Өлкән лейтенант дәрәжәһендә Сергей Пономарев артиллерия батареяһы командиры булып китә. Уның батареяһы дошманға ҡаршы көрәштә ҡурҡыу белмәй. Йәрәхәтләнгән көйө лә сафта ҡалып, артиллеристарға етәкселек
       иткән ваҡыттары була. Мәскәү янында, Волхв фронтында көрәшә , Румынияны азат итеүҙә ҡатнаша...
       Пономаревтың батырлығы тураһында документтың һаран
       юлдары түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       "1325 - се еңел артиллерия полкының ( 71 - се еңел артилл ерия бригадаһы, 5 - се гвардия артиллерия дивизияһы, 53 - сө
       армия, 2 - се Украина фронты) батарея командиры өлкән лейте нант Пономарев С. Д. 1944 йылдың 4 октябрендә Санникулар - Маре
       (Румыния) ҡасабаһы өсөн көрәштә айырылып торҙо. Батарея дошмандың бер нисә танкыһын шартлатты һәм бик күп фашисты юҡ
       итте. 6 октябрҙә бер төркөм һалдаттар менән ул дошман яғына үтеп, уларҙың орудиеһын үҙ ҡулына төшөрә, бер тәүлек
       дауамында ҡаршы яҡтың контратакаһын кире ҡаға һәм Ченадал -
       Маре ҡасабаһы районында оборонаны тергеҙеүҙә ҙур булышлыҡ к үрһәтә. 1945 йылдың 24 мартында уға Советтар Союзы Геройы ис еме бирелә".
       Минең алда 1945 йылдың 21 апрелендә сыҡҡан "Сталинградец"
       гәзите ята. Унда "Командир - алда" мәҡәләһе иғтибарҙы йәлеп итә.
       "Был хәл ауыр оборона һуғышы барғанда булды. Сергей
       Дмитриевич Пономаревтың батареяһы немец танкыларының һөжүмен кире ҡағыусы ут позицияһын биләй. Пономарев һуңғы тамсы ҡан ҡалғансы торорға, әммә дошманды үткәрмәҫкә бойора.
       Һәм һалдаттар был көндө арыҫландай көрәшә.
       Мәргән атылған снарядтар эләккән ике бронетранспортер туҡтап ҡала. Артабан немец танкы яна башлай. Гитлеровсылар батареяға пушкаларҙы тоесоҡторорға ниәтләп, бар ҡоралдарынан
       ут аса. Әммә беҙҙең пушкалар бирешмәй. Һәр артиллерист командирҙың приказын үтәү өсөн бөтәһен дә эшләй!
       Танкылар үтә алмай. Шул ваҡытта Пономарев батареяһының позицияларына немец автоматсылары үрмәләй башлай. Улар төрлө яҡтан килә, әммә беҙҙең һалдаттар уларҙы сүпләп өлгөрә . Бына бер ваҡыт беҙҙең орудиеларҙың береһе тынып ҡала - немец автоматсылары күҙгә күренеп яҡынлаша.
       Пономарев орудиеға ташлана, расчетҡа автоматтарҙан атырға
       әмер бирә, ә үҙе орудиены йүнәтергә тотона. Фашистар менән сағыштырғанда беҙҙең һалдаттарҙың һаны күпкә аҙ. Әммә уларҙың һәр береһе командирына ҡарап ҡыйыу һәм тыныс эш итә. Бар көстәрен туплап, гитлеровсыларға берҙәм ҡаршылыҡ күрһәтә улар, һуңғылары тағы ла сигенергә мәжбүр була. Ҡайһы
       берҙәре мәңгелеккә ятып ҡала. Шул арала тағы ла орудие телг ә килә.
       Батареяла байрам. Командирға - капитан Пономаревҡа Советтар
       Союзы Геройы исеме бирелгән. Батарея был ҡыуаныслы хәбәрҙе еңеү өсөн артабанғы көрәш менән билдәләй. Герой командир алдан бара.
       Капитан В. Черняков."
       Һуғыштан һуң Сергей Дмитриевич Өфө урман заводы директоры, хәрби комбинаттың өлкән инженеры булып эшләй. Йәштәр өсөн һә р ваҡыт ҡәҙерле ҡунаҡ һәм аҡыллы остаз булып ҡала.
       Советтар Союзы Геройы Сергей Пономарев 1991 йылдың 13 мартында вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал