6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Еңеүҙән һуңғы һуғыш
04.07.06


       Был тарих башҡаларға ҡарағанда оҙағыраҡ һуғышырға тура килгән Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты тураһында. Ул бөгөн беҙҙең
       арала юҡ инде, әммә үҙе лә һиҙмәйенсә, ул бөйөк үткәнебеҙҙе ң бер өлөшөнә, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең геройына әйләнде...
       Иван Федорович Акуличтың яҙмышы хаҡында уның ҡыҙы - "Башинформ" агентлығы хеҙмәткәре Надежда Фартыгина бәйән итт е. Фашист әсирлеге һәм КГБ тикшереүҙәрен үткән ветеран, ауыр һынауҙар алдында бирешмәйенсә, кешелек намыҫын һәм тормошҡа һөйөүен һаҡлап ҡала алған. Уның ҡаһарманлығы айырым иғтибарға лайыҡ.
       - Атайымдың тормошо еңелдән булманы, әммә уның оҙаҡ ваҡыт
       танылмаған батырлығы һәм яҙмышы хаҡында һөйләргә теләйем. У л - ябай ауыл егете, алтын ҡуллы, бәшмәк йыйырға әүәҫ, һунарсы, балыҡсы, балаларҙы үлеп ярата, бер һүҙ менән әйткәндә, тыуған - тыумасаның күҙ терәп торған өмөтө. Уның өсөн иң ҡыйыны - кешене нахаҡҡа рәнйетеү була.
       Иван Акулич 1914 йылдың август айында донъяға килә. 17 йәшендә ҙур ғаиләнең (әсәһе һәм алты туғаны) терәгенә әйләнә . Атаһын Соловкиға һөргөнгә ебәрәләр, ул шунда вафат булып ҡала. Иванға йәшәгән еренән дүрт километр арала урынлашҡан
       ауылға ат менән йөк ташыусы булыу урынлашыуҙан башҡа сара ҡ алмай. Эшләгән ерендәге ашхананан ул картуф ҡабығы алып ҡайта, әсәһе иһә унан өйрә бешерә. Шулай көн күрелә...
       1938 йылда Иван Зинаида исемле ҡыҙға өйләнә, улдары Геннадий тыуа. Ул ваҡытта сәйәси золом ҡорбандарының ғаиләләре хәрби хеҙмәткә саҡырылмай әле, әммә 1939 йылда бөтәһе өсөн дә хәрби мобилизациялау тураһында закон сыға һәм
       Иван хәрби хеҙмәткә алына. Улына һигеҙ ай, уның үҙенә - ни бары 26 йәш була.
       628 - се атышсылар полкында хеҙмәт итә башлай, һәм шунда уҡ, Великие Луки ҡалаһы янында, һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша . Ҡатынына беренсе һәм һуңғы хәбәрен ебәрә - башҡаса ундай мөмкинселек тыумай. Шунда уҡ тип әйтерлек ҡамауға эләгәләр. Бар көстәрен һалып ҡаршы тороуға ҡарамаҫтан, бөтә дивизиянан
       ни бары биш - алты кеше генә иҫән ҡала.
       Аңына килһә - әсирлек, лазарет. Тимәк, үлмәгән. Башы контузияланыуы асыҡлана. Башҡа хәрби әсирҙәр менән бергә Иван Акуличты тауар поезында, ҡот осҡос шарттарҙа Польша аша
       Германияға оҙаталар.
       - 1941 йылдың июнь айы. Атайым эләккән лагерь Бухенвальдт ан 40 километрҙа урынлашҡан. Һәр хәлдә, тотҡондар шулай тип иҫәпләй. Лагерь системаһы тулыһынса кешелә шәхесте юҡ итеүгә йүнәлтелгән. Һин ни бары - номер. Әммә иң ҡурҡынысы, атайҙың һүҙҙәренсә, үҙ Ватаныңдың дошманына әйләнеүеңде аңлау. Хәрби устав иҫкәртә: Совет армияһы һалдаты әсирлеккә төшмәй - ул һуңғы пуляһын үҙе өсөн һаҡлай. Атайым үҙе хаҡынд а СССР - ҙа билдәле булһа, ҡатыны менән улын да лагерға оҙатырҙар тип ҡурҡа.
       ...Улар икәү була - таҙа, мыҡты егет Цыганов һәм Акулич. Планлаштырылған ҡасыу ентекле әҙерлек талап итә. Лагерҙа биргән шөкәрәне матрасҡа йәшереп, улар уңайлы осраҡ көтә. Һәм бына, ниһайәт, 1943 йылдың июль төнөндә әсирҙәрҙе тимер юлға, вагондар бушатырға ҡыуалар. Заговорсылар буш вагонға
       инеп йәшенә һәм ҡараңғы төшкәнсе, тәүлек буйына ултыралар. Һәм иреккә - ҡәһәр һуҡҡыр лагерҙан, Германиянан мөмкин тиклем алыҫыраҡ китергә кәрәк. Төнөн генә атлайҙар, баҫыуҙа нимә табалар, шул туҡланыуға китә. Шулай итеп ҡасаҡтар тотош
       Германияны, Польшаны үтә. Ә Белоруссия сигендә, тамам хәлдә н тайғас, улар бәләкәй генә сиркәүгә тап була һәм ксендздан - католик священнигы - ярҙам һорарға ҡарар итә. Ксендз уларҙы һыйындыра, тамаҡтарын туйҙыра, эңерҙә иһә улар тағы ла юлға сыға.
       - Священник уларҙы һатҡанмы, әллә был ябай тап килеүме - атайым һуңғы көнөнә тиклем белмәне. Әммә таң атҡанда ҡасҡындар немец ефрейторының ҡулына эләгә. Этенең тештәре а тайымдың ҡулына бата, уның ике бармағы йүнләп эшләмәне.
       Ҡасаҡтарҙы кире алып киләләр һәм яза сифатында биш көнгә
       карцерға ябалар, был таш ҡумтала баҫып ҡына торорға мөмкин була. Тәүлегенә бер стакан һыу һәм ярты стакан тары ярмаһы бирәләр. 24 сәғәткә бер тапҡыр бәҙрәфкә барырға рөхсәт. Көн һайын туҡтауһыҙ һорау алыуҙар үткәрелә һәм, ниһәйәт, дуҫтарғ а разведчиктар мәктәбенә урынлашырға тәҡдим итәләр - немецтарға "анттарына тоғро булған баш бирмәҫ һалдаттар бик тә кәрәк" икән. Ә инде буйһонмаған осраҡта Норвегияға үлем
       лагерына ебәреү янай. Шулай итеп уларҙың юлдары айырыла: Цыганов ризалаша, ә Акулич баш тарта.
       - Тыңламаған өсөн атайымды соҡор янында резина таяҡтар менән 25 тапҡыр һуҡтырырға тигән хөкөм сығарыла. Был үҙенсәлекле һынау: соҡорға ҡолай икән - атып үлтерәләр. Сыҙа һа - икенсе көнө барыһы ла яңынан башлана.
       Ун көн язаларҙан һуң лагерға "немец генералы" килә, үҙен немецтар яғына күсергә өгөтләгән ҙур начальникты Иван эстән шулай тип атай. Һаҡсылары уратып алған был кеше үҙенә яңы уйын уйлап таба. Хәлһеҙ әсиргә ул таш һәм сүкеш тоттора. "Өс һуғыуҙан яраһың икән - йәшәйәсәкһең, юҡ - тимәк шунда уҡ атабыҙ", - тип вәғәҙә итә ул.
       - Атайым бер тапҡыр һуға - таш ярылмай. Бына ул - үлем, т ип уйлай ул. Һул яғында торған австриялы - генерал ярандарының
       береһе - буйһонмаҫ урыҫҡа ихтирам менән ҡарай, күрәһең. Ул атайыма шым ғына, әммә ныҡышмалы итеп: "Ифан, һин көслө! Һин ташты ярырға тейеш!" - тип шыбырлай. Һәм ошо һүҙҙәрҙән һуң атайым үҙендә ниндәйҙер көс барлыҡҡа килеүен тоя. Ул - кеше, уны дәртләндерәләр һәм хуплайҙар. Ул ныҡ киҙәнеп сүкеш менән ташҡа һуға һәм уныһы икегә ярыла. "Тыуған ереңдә һинең
       өсөн бик ныҡ доға ҡылаларҙыр", - ти һуңынан генерал.
       Иван Акулич күсерелгән Норвегиялағы "Больно" лагеры юҡҡа ғына үлем лагеры тип йөрөтөлмәй. Тотҡондар унда ер аҫты
       заводы төҙөй. Улар таш сығарыу урынында эшләй һәм йәшәй, һәр бер буйһонмау өсөн шунда уҡ атып үлтереү көтә. Әммә 1945
       йылдан башлап әсирҙәр үҙҙәренә ҡараштың үҙгәреүен тоя. Был Совет армияһының алда торған еңеүе хаҡында тәүге хәбәр була.
       Тотҡондарҙы американдар ҡотҡара. Уларға "ысын һый" - икешәр
       ҡалаҡ балыҡ майы һәм берәр киҫәк икмәк бирәләр. Совет вәкиллеге әсирҙәрҙе Мурманск ҡалаһына оҙата. Әммә иреккә сығыу шатлығы ваҡытынан алда була. Иван Акулич быны совет һалдаттарының таштай ҡатҡан йөҙҙәренән аңлай - улар элекке "зэктарҙа" үҙ кешеләрен күрергә теләмәй. Йәғни, нисек дошман булғанһың, шулай уҡ дошман булып ҡалаһың. Хәйер, Тыуған
       яғыңда быны аңлауы тағы ла аяныслыраҡ.
       - Атайҙың хәүефләнеүҙәре ысынға сыға - уның хәрби әсир статусы һаҡлана, ғаиләһе менән күрешергә рөхсәт итмәйҙәр. Әммә әсәйемә хат ебәрергә мөмкинселек барлыҡҡа килә. Шулай и теп ул иренең иҫәнлеге тураһында белә. Ул арала атайҙы Кемерово ҡалаһына, металлургия комбинатына оҙаталар. Эше күңеленә ятҡас, ул тиҙ арала ябай ҡорос иретеүсенән участка мастеры булып үҫә. Ниһайәт, 1946 йылда 12 көнлөк отпуск ваҡыты етә.
       Атай апрель айында ҡайта, әсәйем уның ҡаҡсалығына хайран ҡала - өлкән кешенең ауырлығы ни бары 48 килограмм тарта. Бе р йылдан уға Кемеровола бүлмә бирәләр һәм ул ғаиләһен янына күсереп ала.
       Ә 1951 йылда беҙҙең ғаилә Өфөгә күсә. 52 - се йылдың октя брь айында мин тыуғанмын. Атайым ҡыҙ тыуһа, мотлаҡ Надежда т ип ҡушырға ниәтләгән. Һәм ул мине һәр ваҡыт минең Надежам, таянысым, тип йөрөттө.
       - Бер ваҡиғаны хәтерләйем - 58 - се йыл, ғинуар аҙағы. Ми ңә алты йәш. Атайым эшенән бер нисә сәғәткә иртәрәк ҡайтты - военкоматҡа саҡырғандар. "Белмәйем, Зинушка, ҡайтырмынмы, юҡ мы", - тине ул әсәйемә. Һәм мин тәүге тапҡыр уның күҙҙәренә йәш тулыуын күрҙем... Әсәйем гүйә таш һынға әйләнгән. Бер ваҡытта ла уны бындай хәлдә күргәнем булманы. Атайым ҡайтҡансы ул бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
       Өс сәғәттән атайым ҡайтты. Мин уның усында нимәлер ҡыҫып тотҡанын күреп ҡалдым. Өндәшмәй. Әсәйем дә ләм - мим, мин дә. Бүлмәне ҡот осҡос тынлыҡ баҫты. Һәм атайым ҡапыл киҙәнеп , усындағы әйберен бар көсөнә стенаға берҙе. Был "әйбер" карауат аҫтына тәгәрәне, ә мин уның артынан үрмәләнем. Бәләкәй генә ҡумтала Сталиндың һүрәте төшөрөлгән
       "Германияны еңгән өсөн" миҙалы ята ине. Әсирлек йылдары, кәмһетелеүҙәр һәм һынауҙар өсөн уны бына шулай наградланылар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал