6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Башҡортостан Президентын һайлауҙарҙың икенсе турында Мортаза Рәхимов ышаныслы еңеү яуланы
22.12.03


       Республика башлығын һайлауҙарҙың икенсе турында Мортаза
       Рәхимов ышаныслы еңеү яуланы. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе
       Барый Кинйәғолов һүҙҙәре буйынса, үткән йәкшәмбе һайлаусыла рҙың 78, 01 проценты үҙ тауыштарын Мортаза Рәхимов өсөн бирг ән. Эшҡыуар Сергей Веремеенко иһә бары 15, 85 процент ҡына т ауыш йыя алды. Һайлаусыларҙың участкаларға килеүе исемлектә булғандарҙың 69, 94 процентын тәшкил итте. "Барыһына ла ҡарш ы" тауыш биреү 4, 07 проценттан да үтмәне. Шулай итеп, халыҡ
       республика менән етәкселек итеү эшен тағы ла Мортаза Рәхимо вҡа ышанып тапшырҙы һәм бөгөн уны был еңеүе менән ҡотларға б ула. Барый Кинйәғолов билдәләүенсә, Президент һайлауҙарының икенсе туры беренсеһе менән сағыштырғанда күпкә тынысыраҡ үт те. Әгәр 7 декабрҙә БР Үҙәк һайлау комиссияһына һайлау зако ндарын боҙоу тураһында 400 - гә яҡын ғариза килһә, үткән йәк шәмбе был темаға унлап шылтыратыуҙан башҡа ғаризалар бөтөнл әй килмәне.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал