6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

КУМС эшмәкәрлеге тураһында бер кәлимә һүҙ
04.07.06


       Һалым булмаған килем нимә ул Күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙмы Ә бына Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, шул уҡ ваҡытта ҡаланың муниципаль мөлкәтенә идара итеү буйынса комитет (КУМС) рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтов уны бик яҡшы күҙ алдына килтерә. Килтермәй ни, уның етәкселеге аҫтындағы комитет быйыл миллиард ярым һумлыҡ һалым булмаған түләү йыйырға тейеш бит.
       Был шаҡтай ҙур аҡсаны ҡайҙан алырға һуң Бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Әлмөхәмәтов
       ошо турала һөйләне.
       Аҡса, беренсе сиратта, торлаҡ булмаған муниципаль биналар ҙы ҡуртымға тапшырыу иҫәбенә эшләнәсәк. Ҡала был биналарҙы файҙаланырға теләүселәр менән файҙаланыу тураһында килешеү -
       аренда, субаренда, ссуда - төҙөй. Бөгөнгө көнгә биш меңгә яҡыш ошондай килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. Июнь аҙағына муниципаль торлаҡ булмаған фондты файҙаланыуҙан алынған килем 300 миллион һум тәшкил иткән. Был йыллыҡ пландың 60 процентынан ашыу сумма тигән һүҙ.
       Шулай уҡ ер участкаларын ҡуртымға тапшырыуҙан да табыш алынасаҡ. Бөгөнгө көндә дөйөм майҙаны 21276, 8 гектар тәшкил
       иткән ерҙе ҡуртымға тапшырыу тураһында егерме меңдән ашыу
       килешеү иҫәпләнә. Был статья буйынса быйылғы йылдың тәүге
       яртыһында 500 миллион һум алынған - йыллыҡ пландың яртыһы, тигән һүҙ.
       Өҫтәүенә бөгөнгө көнгә ҡала 33 хужалыҡ йәмғиәте һәм коммерция булмаған ойошмала ҡатнашыусы булып тора. Һигеҙ йәмғиәттә ҡаланың өлөшө устав капиталының 50 процентынан ашыу, 14 - тә - 20 - тән 50 процентҡа тиклем, бишәүһендә - 2 5 проценттан аҙыраҡ тәшкил итә. Ҡала дивидендтары дүрт миллион дүрт йөҙ мең һумға тигеҙ.
       Әлеге ваҡытта Өфөлә 161 муниципаль унитар предприятие эшләй. 2005 йыл йомғаҡтары буйынса уларҙың һикһәне килем менән, 30 - ы - килемһеҙ эшләгән. Муниципаль унитар предприятиелар 19 миллион 442 мең табыш килтергән - пландың йөҙ проценты тип әйтергә мөмкин.
       Бына шулай, тинләп, һумлап һалым булмаған килем йыйыла ла
       инде. Йыл башынан ҡала бюджетына планлаштырылған сумманың 5 8,8 проценты индерелгән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал