6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаТарихтан бер көн

Маршак башҡорт уҡыусылары хаҡында шиғыр яҙа
04.07.06


       Самуил Яковлевич Маршак ( 1887 йылдың өсөнсө ноябрендә тыуа, 1964 йылдың дүртенсе июлендә вафат була) - илебеҙҙә иң
       билдәле шағирҙарҙың береһе. Уны совет балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы тип әйтергә мөмкин. "Маршак - бик шәп кеше һәм
       ул балаларҙы бик ярата", - ти уның тураһында Максим Горький .
       Самуил Маршактың шиғырҙарын күп кенә күренекле шағирҙар,
       тәржемә итә, улар араһында Йософ Гәрәй, Нәжиб Иҙелбай, Мәҡсүт Сөндөклө һәм башҡалар ҙа бар.
       70 йыл элек, 1936 йылдың июлендә, Маршак бер төркөм экскурсанттар - Ленинград пионерҙары менән бергә теплоходта Өфөгә килә. Автор башҡарыуында шиғырҙар ул ваҡытта пионер
       лагерҙарында, моторҙар төҙөү заводында, техникумдарҙа
       яңғырай. Шағирҙың сәфәренән һуң уның ижадына булған ҡыҙыҡһыныу арта төшә, тәүге тәржемәләр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Маршак үҙенең "Мистер Твистер" шиғырын тәржемә итеүсе Шәриф Биҡҡолға ҙур рәхмәтен белдерә.
       Самуил Яковлевич Маршактың егерменән ашыу шиғырын башҡорт балалары үҙҙәренең туған телендә уҡый. Ә бына түбәндәгеһе һаман да үҙ тәржемәһен көтә. Күптәргә билдәле "Школа на колесах" шиғыры 1951 йылда яҙылған һәм башҡорт уҡыусылары хаҡында һөйләй.
       Ул 61 -се һанлы юл машина станцияһының вагон - мәктәбенә арнала. Унда юлдарҙы йүнәтеүсе тимер юл эшселәренең балалары белем ала.
       За перегоном - перегон,
       Леса, озера, села.
       Бежит по рельсам наш вагон -
       Кочующая школа.
       Здесь нет на полках багажа,
       А вместо лавок - парты.
       И шелестят, слегка дрожа,
       Развешанные карты.
       Стоит иль мчится паровоз, -
       У нас идет ученье.
       И славно вторит гром колес
       Нам на уроках пенья.
       Отцы и матери у нас -
       Ремонтная бригада.
       И в тех местах стоит наш класс,
       Где им работать надо.
       То мы в сибирскую тайгу
       С крутых ступенек сходим,
       То на кавказском берегу
       Костер в пути разводим.
       Сегодня солнечная степь
       За окнами вагона,
       А завтра гор крутая цепь
       Встает до небосклона.
       Мы видим новый Днепрогэс,
       В степи - огни завода.
       Мы видим как сажают лес
       Двухтысячного года.
       Идем в колхоз на сенокос
       Сгребать днепровский клевер.
       И вновь зовет нас паровоз
       В далекий путь - на север.
       Нас каждый дальний перегон -
       Знакомит с новым краем.
       Проходим на уроке Дон -
       И Дон переезжаем.
       Мы не забудем никогда,
       Как утром сквозь перила
       Донская синяя вода
       Под нами зарябила.
       Мы видим в книге свой маршрут -
       Равнины, реки, горы.
       А за окошками бегут
       Родной земли просторы.
       Ни өсөн был шиғыр беҙҙә билдәһеҙ тип әйтерлек Автор уны ю л машина станцияһының вагон - мәктәбенә арнаған, әммә уның ҡайҙа урынлашҡанын әйтмәгән. Ә уның адресы түбәндәгесә: Башҡорт АССР - ы, Өфө, ПМС - 61.
       Бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ. Күсмә машина станциялары (ПМС ) Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ, емерелгән тимер юлдарҙы көйләү өсөн булдырыла. Улар "тәгәрмәс өҫтөндәге ҡаласыҡтан" тора. Ҡаласыҡҡа торлаҡ вагондар, механик оҫтаханалар, медпункт, мунса инә. Эшсе ғаиләләрҙә балалар тәрбиәләнеү сәбәпле, вагондарҙа башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы өсөн дә урын табыла.
       Машина станцияһының адресы Өфөлә булһа ла, ул тимер юлдарҙы төҙәтеү буйынса ярҙам талап ителгән ҡалалар һәм ауылдар буйлап ил гиҙә. Ҡайһы бер урында уларға оҙаҡҡа туҡтарға тура килә. Әммә юл ремонтлаусы тимер юлсыларҙың балаларына был ҡамасауламай - улар ата - әсәләре менән бергә "сәйәхәт итә". Бына тигән уҡытыусылары ла була - Любовь Павловна Пашинина. Талантлы педагог С. Я. Маршакка "тәгәрмәс
       өҫтөндәге мәктәп", үҙенең уҡыусылары хаҡында бәйән итеп хат
       яҙа. Ул шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, хатта Самуил Яковлевич башҡорт уҡыусылары тураһында шиғыр яҙыу теләген тыя алмай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал