6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ғаиләлә көс ҡулланыу - уртаҡ проблема
03.07.06


       Тиҙҙән Өфөнөң Калинин районы суды әсә исемен йөрөтөүсе 43
       йәшлек ҡатынға ҡарата асылған енәйәт эшен тикшерәсәк. Кәйеф
       - сафа ҡорорға яратыусы был әсәне шешәлек аҡса менән бәләкәй ҡыҙы тәьмин иткән. Ҡатын ҡыҙын урамда хәйер һорашырға сығарып, йыйылған аҡсаны тулыһынса үҙенә тотонған.
       Ҡыҙға ла ашарға кәрәклеге хәсрәт - әсәнең башына ла инеп сыҡмағандыр, күрәһең, биш йәшлек был баланың ауырлығы ни бары 12 килограмм! Әлеге ваҡытта ул урындағы шифаханаларҙың береһендә ял итә, ә яуыз әсә хөкөм ҡарарын көтә...
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәртип һаҡсыларына йышыраҡ балаларҙы үҙ ата - әсәләренән яҡларға тура килә, - тип таный БР Эске эштәр министрлығының Тикшереүҙе ойоштороу буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы, милиция подполковнигы Зилә Рузанова.
       Статистика мәғлүмәттәре лә ғаиләлә көс ҡулланыу проблемаларының көнүҙәк булыуы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, быйыл ғына республикала балиғ булмағандарҙы тәрбиәләү бурыстарын үтәмәү һәм уларға ҡарата көс ҡулланыуға бәйле
       йөҙҙән ашыу енәйәт эше асылған. 5500 - гә яҡын ата - әсә һә м уларҙы алмаштырыусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ғаилә - көнкүреш өлкәһендә 220 - нән күберәк енәйәт эше сәләмәтлеккә еңелсә зыян килтереү ( 115 статья), 300 тирәһе - туҡмау ( 116 статья), 400 - гә яҡыны - үлтереү йәки һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү менән янау (119 статья) буйынса асылған. Һәр икенсе енәйәт иҫерек килеш ҡылына.
       - Һәм был һандар ҙа беҙҙең ғаиләләрҙәге хәлдәрҙе тулыһынс а сағылдырып бөтмәй, - тип билдәләй Зилә Рузанова. - Һәр кем
       дә үҙ иренә, ағаһына, атаһына ҡаршы сығыш яһарға баҙнат итм әүе билдәле. Инде суд тикшереүе ваҡыты килеп еткәс тә үҙен ҡыйырһытыусыны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан баш тартыусылар
       осрай. Бындай язаһыҙ ҡалдырыуҙар ғәйепләнеүсенең артабан да
       үҙ "тәрбиә алымдарын" файҙаланыуын дауам итеүенә алып килә.
       Ғаиләлә көс ҡулланыу - уртаҡ проблема һәм уны хәл итеүҙә ҡатнашлығы булған барлыҡ органдар һәм кешеләр битараф ҡалмаҫҡа тейеш тигән һығымтаға киләбеҙ. Өҫтә әйтелгән енәйәт
       составтары буйынса енәйәт эштәре зыян күреүсенең ялыуы буйынса мировой судьялар тарафынан ҡуҙғатыла. Үткән йылдың д екабрь айынан башлап граждандарҙың үҙ ғаризалары менән барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарына ла (милиция, прокуратура , суд һәм башҡалар) мөрәжәғәт итә алыуын хәтергә төшөрәйек: тәртип һаҡсылары уны кәрәк урынға йүнәлтәсәк. Әгәр ҙә инде зыян күреүсе үҙенең хәл - торошо йәки башҡа берәй сәбәптәр буйынса үҙен үҙе яҡлай алмай икән, енәйәт эше "өсөнсө физик
       шәхес" юллауы буйынса прокурор тарафынан ҡуҙғатылыуы
       мөмкин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал