6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу: йәшерергә сәбәп юҡ
04.07.06


       Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың беренсе көнөндә Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы бер райондарҙа булып, был киң күләмле акцияның нисек үтеүен үҙ күҙҙәре менә н күреп ҡайтырға ниәтләүҙәрен ишеткәс, мине лә үҙҙәре менән алыуҙарын үтендем. Һәм, дөрөҫөн әйткәндә, быға бер тамсы ла үкенергә тура килмәне. Һуңғы арала халыҡ теленән төшмәгән
       сараны үҙ күҙҙәрең менән күреүгә етмәй шул.
       Беҙҙең маршрут Шишмә районына төштө. Шунда уҡ райондың ст атистика бүлегенә йүнәлдек, унда беҙҙе Шишмә районының статистика бүлеге начальнигы Зинфира Әсәҙуллина ҡаршы алды һ әм ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса иң ҡатмарлыларҙан һаналған районда буласаҡ эш күләме тураһында һөйләп бирҙе. Район буйынса 20 683 объект иҫәпкә алынасаҡ. Уларҙың 5746 - һы - 107 баҡса берләшмәһендәге ер участкалары.
       Баҡсалар һаны буйынса Шишмә районының алдынғылар иҫәбендә тороуын билдәләргә кәрәк. Ҡала янындағы район булараҡ, бында күп кенә өфөлөләрҙең баҡса участкалары йылдан
       - йыл арта барыуы айырым ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, иҫәп алыусыларҙың алдан үткәргән обходы ваҡытында 218 яңы объект асыҡланған.
       - Алдан үткәргән обход ваҡытында ҡатмарлыҡтар булдымы - тип һорау бирәбеҙ Зинфира Әсәҙуллинаға.
       - Проблемалар булды, әлбиттә, әммә улар ваҡытында хәл ителде, - тип уртаҡлаша ул. - Беҙ иҫәпкә алыу эшенә ауылдың тәжрибәле, квалификациялы, абруйлы кешеләрен йәлеп иттек. Уларҙың күпселеге 2002 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эштәрендә лә ҡатнашты, араларында ауыл хакимиәте вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар бар.
       Районда үтәсәк ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа барлығы 121 иҫәпкә алыусы, 22 инструктор һәм дүрт координатор эшләй.
       Уларҙың һәр береһенә ҙур йөкләмә ( уртаса алғанда, 150 объе кт тирәһе) һәм яуаплылыҡ һалына. Һәр береһе алдан үткәрелгән
       обход ваҡытында респонденттар менән осрашыу тураһында килешеү төҙөй.
       Зинфира Әсәҙуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн үк халыҡтың иҫәп алыусыларҙы кисен ҡабул итеүҙе хуп күреүен әйтергә була. Шуға күрә иҫәпкә алыу персоналының эш көнө
       иртәнге сәғәт 7 - нән киске 23. 00 - гә тиклем дауам итәсәк . Ә иң ҡыҙыу "эш" ял көндәренә тура килә.
       Беҙ иҫәпкә алыусылар менән аралашырға теләк белдерҙек - улар иртәнге етенән үк объекттар буйлап сығып киткән дә инде . Йәрмәкәй ауыл советына юл тотҡанда, инструктор Гөлнара Ғәликәева беҙҙе үҙ участкаһы менән таныштырҙы. Бында 1202 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 17 крәҫтиән ( фермер) хужалығы һәм ике эре ауыл хужалығы предприятиеһы иҫәпкә алынырға тейеш.
       Йәрми ауылында беҙ Ринат һәм Дания Собханғоловтарҙың йортона табан йүнәлдек.
       - Иҫәп алыуға нисек ҡарайһығыҙ - тигән һорау бирелде хуж аға. - Мин әлегә тиклем бер ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ла ҡатнашҡаным юҡ, шуға күрә сағыштыра алмайым, - ти Ринат Собханғолов. - Башта һорауҙар етерлек булды инде. Ә хәҙер минең йәшерер нимәм юҡ, тип уйлайым. Барыһын да ҡатыным менән намыҫлы эшләп алдыҡ. Ике һыйырыбыҙ, ике үгеҙебеҙ, ҡош - ҡортобоҙ бар. Был ғаиләнең тағы ла йорт, мунса һәм һарай төҙөлгән 34 сутый ер майҙаны ла иҫәпкә алынасаҡ. Баҡсала
       хужалар картуф, кишер, сөгөлдөр, һуған, помидор, ҡыяр һәм һарымһаҡ үҫтерә.
       Иҫәпкә алыусылар үҙҙәре лә халыҡтың изгелекле мөнәсәбәттә
       булыуын билдәләй. Миңлегөл Ҡарасурина әйтеүенсә, кешеләрҙең
       кәйефе көр, хатта байрамса тип тә әйтергә мөмкин. Уның үҙен ә иҫәпкә алыу ваҡытында Йәрми ауылындағы 154 объектты иҫәпкә
       алырға тура киләсәк. Тәүге көндә ул ун объектты үткән дә ин де.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал