6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Төпкөлдән сыҡҡан ғалим
03.07.06


       Һүҙ талантлы ғалим Иван Николаевич Антипов - Каратаев тураһында бара, ул 1888 йылдың 13 сентябрендә донъяға килә, 1965 йылдың 3 июлендә вафат була.
       И. Н. Антипов - Каратаев сыуаш халҡының сағыу вәкиле. Өфө губернаһы Стәрлетемаҡ өйәҙенең Тәнәй ауылында ( бөгөнгө Федоровка районы) тыуа. Рубриканың бөгөнгө геройы - билдәле тупраҡты өйрәнеүсе - физик - химик, Тажикстан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. "Совет энциклопедия һүҙлегендә"
       (1984) уның физика, химия һәм тупраҡты мелиорациялау буйынса капиталь хеҙмәттәре билдәләнгән.
       Ниндәйҙер мөғжизә менән буласаҡ ғалим төпкөлдән ( унда бөгөн дә барып етеүе еңел түгел) Мәскәүгә барып эләгә. Мәскә ү дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1926 йылда тамамлай. 1926 - 1965 йылдарҙа Антипов - Каратаев В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында ғилми хеҙмәткә р булып эшләй. Йәғни ул бар ғүмерен тип әйтерлек бер институ т
       стеналарында фәнгә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Был ваҡыт эсендә
       ғалим 360 - тан ашыу баҫма хеҙмәт әҙерләй. Төп хеҙмәттәре тупраҡтың һеңдереү һәләттәрен, тупраҡ агрегаттары тәбиғәтен, тупраҡ иретмәләрен, тоҙло тупраҡты тамырҙан яҡшыртыу
       алымдарын өйрәнеүгә арналған.
       Антипов - Каратаев бүлмәлә ултырып эшләүселәр иҫәбенән булмай. 1960 йылда болгарҙар юҡҡа ғына уны "Болгария тупраҡтары" эше өсөн Георгий Димитров исемендәге премия һәм "Гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән наградламай. Ғалим шулай уҡ В. Докучаев исемендәге премия лауреаты булараҡ та билдәле.
       И. Н. Антипов - Каратаев тыуған Башҡортостанынан алыҫта - Баку ҡалаһында вафат була. Ғалимдың хеҙмәттәре ордендар һәм миҙалдар менән билдәләнә. Тажикстанда мелиоратив станцияға һ әм тупраҡты өйрәнеү буйынса ғилми - тикшеренеү институтына у ның исеме бирелә.
       Башҡортостанда И. Н. Антипов - Каратаевты онотмайҙар. 197 3 йылда уның тыуған ауылы Тәнәйҙә һәйкәл асыла. Постаментҡа ғалимдың бронза һыны ҡуйылған, мәрмәр таҡтаға "Академик Иван Николаевич Антипов - Каратаев" тип уйып яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал