6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

11 көнөн Өфө Рудольф Нуреевҡа бағышланы
03.07.06


       - Сәхнәлә бейеүсе һәр кемдә минең бер өлөшсәм йәшәйәсәк, - бөйөк бейеүсе Рудрольф Нуреевтың ошо һүҙҙәре Өфөгә, балет һөйөүселәр алдында үҙ оҫталыҡтары менән уртаҡлашырға килгән һәр артиста сағылыш тапты, тип әйтһәк, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын.
       Рудольф Нуреев исемендәге ун икенсе халыҡ - ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын 11 көнгә ваҡыт машинаһына әйләндерҙе. Әммә уның пассажирҙары ғәҙәттә алыҫ киләсәккә сәйәхәт итергә
       яратһа, был юлы улар ҙур теләк менән үткәнгә лә күҙ һалды. Улар иғтибарына бөйөк тарихи шәхестәр, әкиәт персонаждары менән осрашыу тәҡдим ителде. Балет сәнғәтенең иң алдынғы артистары башҡарыуында Наполеон Бонапарт, Ромео һәм Джульетта, Руслан һәм Людмила, Сильфида, Жизель, Дон Кихот образдары донъя классикаһының иң яҡшы өлгөләре булараҡ килеп баҫты. Заман хореографтары һәм сәхнәләштереүселәре ҡуйыуында был образдар яңыса асылды тип әйтергә кәрәк. Шуға күрә барыһы ла ҡыҙыҡлы, яңыса һәм матур килеп сыҡты.
       Рәсәйҙең халыҡ артисы, "Кремль балеты" театрының художество
       етәксеһе Андрей Петров был йәһәттән айырыуса айырылып тора:
       ул беҙҙең сәхнәлә оригиналь әҫәрҙәр - күп йылдар дауамында Мәскәүҙә ҙур аншлаг менән барыусы "Наполеон Бонапарт", "Руслан һәм Людмила" әҫәрҙәрен ҡуйҙы.
       Артистар ҙа, тәбиғи, ситтә ҡалманы. "Тойота Сити Балеттан "
       килгән япон балеринаһы Юка Мияке башҡарыуында Жизель бик үҙ енсәлекле булды. Англияның ("Английский Национальный балет")
       һәм Американың ("Сан - Франциско Балет") иң абруйлы балет т руппалары составында бейеүсе БР халыҡ артисы Роман Рыкин ме нән бергә улар ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, Европа һәм япон
       манераларын берләштереүсе дуэт булдырҙы.
       Өҫтә әйтелгән спектаклдәр фестивалде тотош бер аншлагҡа әйләндерҙе. Сараны ойоштороусылар - Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Башҡорт опера һәм балет театры, спектаклдәрҙә ҡатнашыусылар - "Кремль балеты",
       Мариинка театры ( Санкт - Петербург), Ҙур театр (Мәскәү), ғөмүмән, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Тамашасы тураһында әйтергә лә түгел. Өҫтә әйтелгәндәрҙән тыш уларҙың иғтибарына Danzarte Ballet (Мадрид, Испания) солистары Лаура Ормигон, Оскар Торрадо, Латвия Милли Операһы артистары Маргарита Демьянока, Сергей Нейкшин һәм башҡаларҙың сығыштары тәҡдим ителде.
       Үҙенең йәшәү дәүерендә фестивалдең республикала ғына түгел, Рәсәйҙең мәҙәниәт киңлегендә лә абруй яулауы иғтибарғ а лайыҡ. Фестивалдең ойоштороу кимәле һәм халыҡ - ара стату сы уны илебеҙ һәм донъя балеты йондоҙҙары өсөн дә ылыҡтырғыс итә.
       Фестивалде ябыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашты.
       Илдус Ғөбәйҙулла улының һүҙҙәре буйынса, быйылғы тантана
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналған мәҙәни программала иң әһәмиәтле проекттарҙың береһе булып тора.
       - Йыл һайын фестиваль үҙенең географияһын һәм йәш таланттарҙың сығыш репертуарын киңәйтә. Ҡатнашыусыларҙың ижады һәм таланты артабан да Башҡортостандың мәҙәниәт үҫешенә һәм рухи байыуына файҙалы йоғонто яһар тип ышанам.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал