6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Эшкә урынлашыуҙың да үҙ рәте бар
30.06.06


       Дипломдар яҡлау ваҡыты тамамланғас, меңәрләгән йәш белгес
       эш эҙләп төрлө яҡтарға тарала. Күпселек өсөн был процесс ау ыр һәм ҡаҡшатҡыс эш, әммә "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары өсөн тормоштоң яңы һынауын үтеүе, бәлки, еңелерәк тә булыр. Республика социаль - психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең юғар ы категориялы психологы Наталья Дербеконың кәңәштәренә ҡолаҡ
       һалһалар, әлбиттә.
       Иң башта эш эҙләү алымын билдәләйек. Эшкә агентлыҡтар аша
       урынлашырға мөмкин, улар эш менән тәьмин итеүсене эҙләү
       хәстәренең бер өлөшөн үҙ өҫтөнә аласаҡ. Фирмалар менән хат
       алышып, был учреждениеларҙың кадрҙар бүлегенә хат йәки резюме ебәрергә мөмкин. Шәхси бәйләнештәрҙе файҙаланырға, йә ғни фирмала эшләүсе танышығыҙ аша урынлашырға була. Быға өҫт әп вакансиялар исемлеге төҙөүсе эш менән тәьмин итеү
       үҙәктәре бар. Тағы бер вариант - һеҙҙе ҡыҙыҡһындырыусы фирмаға әңгәмә тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итеү.
       Әйткәндәй, эш биреүсе менән һөйләшеү һеҙҙең һорауҙы хәл итеүҙең иң мөһим мәле. Нәҡ әңгәмәнән һуң эшкә алыу йәки кире
       ҡағыу тураһында ҡарар ҡабул ителә лә инде.
       - Беҙҙең заманда потенциаль эш биреүсе менән һөйләшкәндә үҙеңде нисек тотоу буйынса күп төрлө кәңәштәр бар. Әңгәмә барышында ике яҡ бер - береһен тикшерә, шәхси сифаттар һәм м әҙәниәт буйынса бер - береһенә ни тиклем тап килеүҙәрен аңларға тырыша.
       Һуңламағыҙ, тәғәйенләнгән ваҡытҡа өлгөрмәҫегеҙҙе һиҙәһеге ҙ икән, иҫкәртеп йәки әңгәмәнең ваҡытын үҙгәртеүҙе һорап шылтыратығыҙ, - тип кәңәш бирә Наталья Дербеко.
       Әңгәмәгә кейгән кейем дәғүә иткән вазифаға ярашлы булырға
       тейеш.
       Әгәр ныҡ тулҡынланаһығыҙ һәм был һеҙгә һөйләшергә
       ҡамасаулай икән, был турала әйтеүҙән тартынмағыҙ, эш биреүс е һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлаясаҡ. Һөҙөмтәлә - аралашыу көйләнә һә м әңгәмә ыңғай мөхиттә дауам итә.
       Тәүге һөйләшеү ғәҙәттә персонал буйынса менеджер менән була. Ул һеҙҙең компанияға һәм вакансияны биләрлек идеаль дәғүә итеүсе образына тап килеүегеҙҙе асыҡлаясаҡ.
       Һөнәри лексика менән ирекле файҙаланыуығыҙ, һөнәрҙе
       аңлауығыҙҙы асыҡлау өсөн профессиональ һорауҙар биреләсәк. Әгәр эш стресҡа бәйле икән, стресс - интервьюға әҙер булығыҙ . Уның үҙенсәлеге ғәҙәти булған, әммә тиҙ яуап ҡайтарыуҙы та лап иткән һорауҙарҙан ғибәрәт, мәҫәлән: "Быға тиклем эшләгән
       эш урынығыҙҙа ниндәй һөҙөмтәләргә ирештегеҙ", "Тышҡы ҡиәфәтегеҙ күҙ уңында тотолоусы һөнәргә тап киләме",
       "Һөйләшеү ваҡытында һәр саҡ шулай тулҡынланаһығыҙмы" һ. б.
       Эш биреүсегә һеҙҙең яуаптарығыҙ түгел, ә үҙегеҙҙе был осраҡ та нисек тотошоғоҙ мөһим.
       Шуға күрә был һорауҙарға яуаптарҙы алдан әҙерләп ҡуйырға кәрәк:
       - алынған белем һәм квалификацияны күтәреү ( мәктәпте, ур та махсус белем биреү учреждениелары, вуз, белемде арттырыу курстарын тамамлау тураһында аттестат),
       - эш урынығыҙҙы алмаштырыу теләгенең сәбәбе (быға тиклем
       эшләгән булһағыҙ),
       - бала саҡ, сығышығыҙ,
       - ғаилә хәле, йәмәғәтселектә тотҡан урынығыҙ,
       - сәләмәтлек торошо.
       Әңгәмә барышында үҙегеҙҙе объектив баһаларға, көслө сифаттарығыҙға баҫым яһарға тырышығыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында конкрет миҫалдар, ҡуйылған бурысты хәл итеү юлдары
       килтерергә тырышығыҙ. Профессиональ эшмәкәрлекә бәйле ниндәй ҙә булһа практик эш башҡарырға ҡушыуҙары ихтимал.
       Үҙегеҙҙе профессионал кеүек тотоғоҙ. Яҡшы тәьҫорат ҡалдырыу өсөн икенсе мөмкинселек булмаясаҡ. Был һөйләшеү ваҡытында һеҙ профессионалдарса күренергә һәм һөйләшергә
       тейеш тигәнде аңлата. Әңгәмәсегә исеме, атаһының исеме менән өндәшегеҙ, йылмайығыҙ, күҙҙәр контакты булдырығыҙ. Ултырғыста тура ултырығыҙ, һорауҙарға тиҙ яуап бирегеҙ, теманың үҙгәреүенә иғтибар итегеҙ, шул уҡ ваҡытта һеҙ тыныс һәм үҙ - үҙенә ышаныусы кеше булып күренергә тейеш.
       Китер алдынан әңгәмәсегеҙгә рәхмәт әйтегеҙ, һәм әгәр ҙә вакансия һаман да ҡыҙыҡһыныу ҡалдыра икән, был турала әйтегеҙ. Үҙҙәре был мәсьәләне ҡуҙғатмаһа, киләһе аҙымдары нисек булыуы хаҡында һорау бирегеҙ. Ыңғай мөхит булдырығыҙ.
       Шулай итеп, әңгәмәселәрегеҙ нимәгә иғтибар итә:
       - уй - фекерегеҙҙе аныҡ итеп әйтеп бирә алаһығыҙмы Уға
       ышандырырлыҡ итеп аңлата алаһығыҙмы
       - аҡыл һәләтегеҙ. Эште аңлай алаһығыҙмы Буласаҡ йөкләмә бурыстарына төшөнәһегеҙме Яңы идеялар тәҡдим итә алаһығыҙмы
       - үҙ - үҙегеҙгә ышаныу тойғоһо. Төрлө хәлдәрҙә конструкти в эш итә алаһығыҙмы
       - яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алыуға әҙерлек.
       - инициатива. Һөҙөмтәле ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн эштең маҡсатын асыҡлау һәләтегеҙ бармы
       - идара итеү һәләте. Ойошманың уртаҡ маҡсаттарына өлгәшеү
       өсөн башҡаларға йүнәлеш биреү һәм контролдә тотоу һәләтенә эйәһегеҙме
       - эшлеклелек. Ситуацияны үҙ файҙағыҙға әйләндерә алаһығыҙмы  Әгәр талап ителһә, урта кимәлдән юғарыраҡ эшләргә
       ризаһығыҙмы
       - күҙаллау. Проблеманы ғәҙәти булмаған алымдар ҡулланып х әл итә алаһығыҙмы
       - һығылмалылыҡ. Яңы идея һәм хәлдәрҙе ҡабул итә алаһығыҙмы 
       - башҡалар менән мөнәсәбәт. Кешене үҙ потенциалын төркөмдә
       эшләү өсөн тулыһынса файҙаланырға мәжбүр итә алаһығыҙмы
       - үҙ - үҙеңде баһалау. Үҙегеҙҙе объектив баһалай беләһеге ҙме
       - конфликтлы ситуацияларҙы хәл итеү һәләте. Стресс хәленә ­ уңышлы сыға алаһығыҙмы
       - башҡалар менән ярышыу теләге. Һеҙҙе эш һөҙөмтәләрегеҙ буйынса баһалаһындар өсөн конкурентлыҡ көрәше башларға һәләтлеһегеҙме
       - маҡсатҡа ирешеү. Үҙегеҙ өсөн маҡсат билдәләп, уларға өлгәшеү өсөн бар көсөгөҙҙө һала алаһығыҙмы
       - дөйөм ориентация. Үҙегеҙ өсөн тормош маҡсатын билдәләнегеҙме
       Интервью барышында эш биреүсегә үҙегеҙҙе күрһәтеүҙән тыш уның тураһында ла мөмкин булғанса тәрәнерәк аңларға тырышыу мөһим. Компания, эш хаҡы, эш урыны һәм йөкләмәләр, социаль пакет, льготалар, эш көнөнөң оҙонлоғо, ял көндәре, отпуск, квалификацияны күтәреү мөмкинселеге тураһында һорау биреүҙән тартынмағыҙ.
       Күп компанияларҙа тышҡы ҡиәфәт, эш графигы, телефондан һөйләшеүҙәргә түләү, отпуск биреү, штрафтар системаһына ҡарата ҡаты талаптар булдырылған. Ҡайһы бер ваҡытта был талаптар хеҙмәт кодексына тап килмәй, улар менән килешергәме
       - юҡмы икәнлеге һеҙҙән тора.
       Офистағы хәл - торош, формаль булмаған мөнәсәбәттәр һәм тәмәке тартыу урынындағы һөйләшеүҙәр, хеҙмәткәрҙәрҙең тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итегеҙ - былар барыһы ла коллективтағы үҙ - ара мөнәсәбәт күрһәткесе. Иғландар таҡтаһ ына күҙ һалығыҙ, мәғлүмәт материалдарын күрһәтеүҙәрен һорағы ҙ, интернетҡа инеп сығырға мөмкин, бер һүҙ менән әйткәндә, компания тураһында төрлө яҡлы мәғлүмәт алыу ҡамасауламаҫ.
       Һөйләшеү ваҡытында иң мөһим этаптарҙың береһе эш хаҡына ҡағыла. Һеҙгә ниндәй эш хаҡы көтөүегеҙ тураһында һорау биреүҙәре мөмкин. Уйлағанығыҙҙы әйтеүҙән ҡурҡмағыҙ.
       Әгәр әңгәмә уңышлы үтһә, үҙегеҙ өсөн уңайлы булған эш килешеүе тураһында уйларға кәрәк. Берәй нимә һорарға кәрәк
       булһа, уны аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ, хеҙмәт килешеүе төҙөгән ваҡы т - бының өсөн иң уңайлы мәл.
       Эшкә алыуҙан баш тартһалар иһә, бер ваҡытта ла быны һуңғы вариант кеүек ҡабул итмәгеҙ, эҙләүҙе, төрлө тәҡдимдәр ҡарауҙ ы, осрашыуҙар билдәләүҙе туҡтатмағыҙ.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал