6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Енәйәтселеккә ҡаршы закон
30.06.06


       Һуңғы сессияла республика парламенты "Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү тураһында" закон ҡабул итте. Эксперттар фекеренсә, законға ҡолаҡ һалмаҫҡа күнеккән граждандарҙың барлыҡ категорияларына ла йоғонто яһауҙың бөтә форма һәм алымдарын тулыһынса файҙаланыу йәмәғәт хәүефһеҙлеген нығытыуға, йәшәйешебеҙҙең - тынысыраҡ булыуына килтерәсәк.
       Был закон проектын Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына ғинуар айында енәйәтселек үҫешенең тотороҡло тенденцияһы сәбәпле борсолоу белдергән БР Прокуратураһы индерҙе - һуңғы биш йылда теркәлгән енәйәттәрҙең генә һаны ла 45 138 - ҙән 88 87 7 - гә барып еткән. Парламентарийҙар был һандың күп йәки аҙ булыуы тураһында һүҙ ҡуйыртып торманы, әлбиттә, күп. Һәм йәмәғәт урындарында эшләнгән һәм ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны артыуы ла фактты хәүефлерәк итә.
       Һәм Башҡортостанда һуңғы ике йылда мең ярымдан ашыу енәйәтте асыҡлаусы хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге дүрт меңдән артыҡ йәмәғәт ойошмаһы булдырылыуына ҡарамаҫтан, власть һәм халыҡ енәйәттәрҙе етди кәметеү өсөн күберәк эш башҡара ала һәм башҡарырға тейеш.
       Дөйөм алғанда, Башҡортостандың бөгөнгө прокуроры Сергей Хуртин республика прокуратураһының элекке етәксеһе, бөгөн РФ
       Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов күрһәткән күсәгилешлек векторынан тайпылмай. Нәҡ һуңғыһының инициативаһы буйынса бе р йыл элек "иҫкәртеүсе" закон булдырыу тураһындағы эшкә башланғыс һалынды ла инде. Был яңылыҡ түгел - Рәсәй Федерацияһының тиҫтәләгән субъекттарында превентив хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы көйләүсе закон акттары эшләп килә. Әммә Рәсәйҙә лә, республикала ла был эшмәкәрлекте етди рәүештә ойоштороусы айырым закон булғаны ю ҡ.
       Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙең төп маҡсаттары, һис шикһеҙ, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм йәмәғәтселеккә ҡаршы хәрәкәттәрҙе иҫкәртеү, уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау һәм юҡҡа сығарыу булып тора. Иң мөһиме - енәйәтселекте мөмкин тиклем кәметеү һәм граждандарҙы законлылыҡ һәм тәртип һаҡлау рухында тәрбиәләү. Иҫкәртеү эше
       халыҡты хоҡуҡи тәрбиәләү һәм уҡытыу, профилактик һөйләшеүҙәр, ауыр осраҡтарҙа - профилактик иҫәпкә алыу һәм "социаль - йәмәғәт бәйләнештәрен юғалтыусылар" өсөн социаль адаптация формаһында алып барыласаҡ.
       Прокуратура хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эше менән кем һәм ниндәй дәрәжәлә шөғөлләнәсәген ярайһы уҡ ентекле һүрәтләй.
       Әммә депутаттар был эшмәкәрлеккә тағы ла халыҡты социаль яҡлау идаралығы һәм социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары органдарын да "индерҙе". Мәҫәлән, был закон буйынса урындағы  үҙидара органдарының урамдарҙы яҡтыртыу өсөн яуаплы
       булыуын беләһегеҙме - был да енәйәттәрҙе кәметеү алымдарының береһе булып һанала.
       Дәүләт власы, социаль һәм медицина учреждениелары, милиция һәм прокуратуранан тыш, йәмәғәтселек эшенә шулай уҡ коммерция булмаған йәмәғәт ойошмалары ла йәлеп ителә. "Иҫкәртеүселәр, асыҡлаусылар һәм юл ҡуймаусыларҙың" тығыҙ
       рәттәренә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү үҙәктәре, шулай уҡ хоҡу ҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә ярҙам итеү фондтары ла инә ала. Элек ке кеүек үк граждандарҙың да йәмәғәтселек тәртибен һаҡлауҙа үҙ ирке менән ҡатнашыуы хуплап ҡаршы алына. Закон июль айында үҙ көсөнә инәсәк тип көтөлә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал