6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡупшыланырға бурыслылар
29.06.06


       Республикала ярты йыл ваҡыт төҙөкләндереү билдәһе аҫтында
       уҙҙы. Был ваҡыт эсендә Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарында
       ниндәй үҙгәрештәр булып үтте Бөгөн БР Хөкүмәтендә һүҙ ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек тураһында барҙы.
       - Бар ерҙә лә ойошторолған экологик өмәләр Төҙөкләндереү йылы өсөн яҡшы старт булып торҙо, - тип билдәләне ултырышта БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов. 500 мең тоннаға яҡын сүп - сар сығарылды, 700 мең квадрат метр юлдар
       ремонтланды, 350 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылды.. .
       Эш ҡайҙалыр йылдам, ҡайҙалыр һүлпәнерәк бара, әммә республиканың һәр бер ҡалаһы һәм ауылы "үҙен тәртипкә килтерергә бурыслы".
       - Ҡала йәки ауылға ингән урында уҡ бында генераль "йыйыштырыу" булғанмы - юҡмы икәнлеге күҙгә ташлана, - тине БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров . - Өлгө алыр өсөн миҫал итеп Күгәрсен районының Мораҡ ауылын килтерергә була. Ҡоймалар ремонтланған, йорттарҙың
       тышҡы йөҙө яңыртылған, газондар таҙа - барыһы ла еренә еткереп башҡарыла бында.
       Шул уҡ ваҡытта республиканың 400 - гә яҡын ауыл урамдарынд а ямғырҙан һуң үтеүе мөмкин түгел.
       Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп - сар өйөмдәренә ҡағылышлы
       проблема көнүҙәк булыуҙан туҡтамай. Сарала ҡатнашыусылар тикшереү ваҡытында ҡайҙа тура килә шунда түгелгән сүп - сар өйөмдәре өсөн кемдең яуаплы булыуын аныҡ ҡына белмәүе асыҡланды: милициямы Тәбиғәтте һаҡлау министрлығымы Торлаҡ - коммуналь хужалыҡмы ер комитетымы
       - Японияла кешегә хатта сүп - сарын дөрөҫ төрмәгән өсөн дә
       штраф һалалар: уны тейеш булмаған урынға ташлау тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, - ти Мәүлейәров. - Беҙҙә иһә был мәсьәлә нисектер иғтибарһыҙ ҡала, яҡын арала рөхсәтһеҙ сүп - сар өйөмдәре булдырыу өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса хоҡуҡи база тураһында уйларға кәрәк.
       - Татарстанда был һорауҙы махсус рәүештә булдырылған тәбиғәтте һаҡлау милицияһы хәл итә, - тип билдәләне үҙ
       сиратында БР эске эштәр минситры Рафаил Диваев. Ул Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Закондың статьяларын хәтергә төшөрөп үтте. Барлыҡ ҡала һәм райондарҙың милиция бүлектәренә тейешле мәғлүмәт ебәрелде, тип белдерҙе министр. Әммә, практика күрһәтеүенсә, иң ҙур күләме 1000 һум тәшкил иткән штраф формаһындағы яза бер кемде лә ҡурҡытмай.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуына бәйле төҙөлгән һәм реконструкция үткән объекттар айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ булыуы аңлашыла. Улар
       менән бергә яҡын - тирәлә урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың
       балкондарын, беренсе ҡатта урынлашҡан магазиндар, бөҙрәханаларҙың тышҡы йөҙөн дә тәртипкә килтереү тураһында у йларға кәрәк.
       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтан
       һуң Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары етәкселәре, шулай уҡ
       Учалы, Асҡын, Көйөргәҙе һәм Шишмә районы башлыҡтары
       үҙҙәрендә башҡарылған эш тураһында һөйләне. Юлдарҙы рәтләү,
       урамдарҙы йәшелләндереү һәм йорттарҙы төҙөкләндереү менән б ер рәттән балалар өсөн ҡаласыҡтар һәм спорт майҙандары төҙөү, йылға һәм күл буйҙарын таҙартыу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү хаҡында ла онотмауҙары ҡыуаныслы - исемлекте артабан да дауам итергә була.
       Рафаэль Байдәүләтов хакимиәт башлыҡтарын бюджеттан тыш фо ндтар средстволарын да әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы:
       - Минең уйлауымса, һәр эшҡыуар тыуған ҡалаһы йәки ауылын төҙөкләндереү эшенә үҙ өлөшөн индерә ала, - тип һыҙыҡ өҫтөнә
       алды хөкүмәт башлығы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал