6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Документтарһыҙ ашатыу тыйыла
29.06.06


       Юл йөрөгәндә һәр беребеҙҙең тамаҡ ялғап алыу теләге тыуа. Һәм әгәр ҙә сумкала бер - ике бешкән йомортҡа, фольгаға төрөлгән тауыҡ һәм ҡыяр - помидор ятмай икән, автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн тәбиғәт матурлығына һоҡланыуҙан һуң икенсе урында юл буйында урынлашҡан хеҙмәтләндереү объекттары тора. Кесе эшҡыуарлыҡ быны күптән төшөндө инде: б өгөн машиналар күп йөрөгән трассалар буйында кафе, тәғәмхана һәм билмәнханалар аҙым һайын тип әйтерлек осрай. Тамаҡ туйҙырып алырға теләүселәр араһында был кафеларҙың
       санитар - гигиена таҙалығы һәм закон буйынса эшләүенә иғтибар итеүселәр һирәк. Уның ҡарауы юл буйындағы сервис
       эшмәкәрлеген күҙәтеү өсөн яуаплы чиновниктар был бизнестың тиҫкәре яғы менән яҡшы таныш.
       Июнь айы башында БР Тәбиғи ресурстар министрлығы, Роспотребнадзор идаралығы, БР Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты һәм Федераль юл агентлығының Һамар -
       Өфө - Силәбе автомобиль магистрале идаралығы белгестәре юл буйы тәғәмханаларының законға ярашлы эш итеүен һәм таҙалыҡ һаҡлауын тикшереү маҡсатында ведомство - ара комиссияға йыйылды. Ике аҙна эсендә М5 Урал федераль
       трассаһы - Октябрьский ҡалаһынан Өфөгә тиклем - 24 пункт тикшерелде һәм, комиссия рәйесе, БР тәбиғи ресурстар министрлығының дәүләт контроле бүлеге начальнигы Айҙар Туҡтамышев әйтеүенсә, уларҙың барыһының да етешһеҙлектәре асыҡланды. Водителдәрҙе һәм туристарҙы ашатып сығарыу өсөн ш әхси эшҡыуарҙар нимәгә генә бармай! Улар тәбиғәтте һаҡлау инспекторҙарының бойороҡтары, экспертиза һығымтаһы һәм хатта суд ҡарарҙарын да иғтибарһыҙ ҡалдыра. Ошо көндәрҙә комиссия тағы бер тапҡыр билдәле "нөктәләр" буйлап йөрөп сыҡты һәм "йөктөң һаман да урынынан ҡуҙғалмағанлығына" инанды.
       Халыҡ араһында Дим КПМ - ы тип йөрөтөлгән урындан бер - ике километр арала "Харчевня" кафеһы урынлашҡан. Үткән йылда үткәрелгән тикшереү барышында уның яҡын - тирәһендә сүп - сар өйөмдәре, федераль урман фонды биләмәһендә кирбестәр өйөлөүен асыҡланғайны. Кафе хужаһы сүп - сарҙы йыйҙырһа ла, кирбестәрҙе шул килеш ҡалдырған. "Насар, - тип һығымта яһаны Айҙар Туҡтамышев һәм администраторҙан урманды төҙөлөш материалдарынан таҙартыуын талап итте. -
       Әлегә был сәскәләре генә әле, хәҙер емештәрен күрәсәкбеҙ".
       "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке туҡталышы республика баш ҡалаһының көньяҡ ҡапҡаһы
       эргәһендә үк урынлашҡан. Бында илдең башҡа төбәктәренән йөк
       ташыусы тиҫтәләгән рефрижератор йыйыла, водителдәргә тамаҡ ялғарға һәм ял итергә, ә уларҙың машиналарына - еңелсә ремон т үтергә кәрәк. Йәғни КПМ эргәһендәге был туҡталыш эйәһе бизнес өсөн бына тигән урын һайлаған. Ә бына властар менән үҙен тотошо яҡшыларҙан түгел. "Проект буйынса туҡталышта ни бары бәҙрәф һәм һаҡ будкаһы ҡаралған, - ти Өфө районы ер
       комитеты рәйесе Владимир Ерманов. - Әммә ысынбарлыҡта
       бында тағы ла күрмәлекһеҙ генә билмәнхана ла бар, ул рөхсәт
       итеү ҡағыҙынан тыш, хужаның үҙ белдеге менән төҙөлгән". Бәлки водителдәрҙе был туҡланыу пунктының закон менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуы борсомайҙыр ҙа, әммә мин был
       шарттарҙа әҙерләнеүсе аҙыҡтан ерәнер инем. Территория буйлап йөрөгәндә беҙ, мәҫәлән, файҙаланылған машина майы тулы һауыттар, автомобиль покрышкалары, сүп - сар һауытында эҙләнеүсе эт, хатта киндер ҡыуаҡлыҡтарына ла тап булдыҡ. Туҡталыш эйәһе - "Дорсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
       комиссияға 1 августҡа тиклем билмәнхананың эҙе лә ҡалмаясаҡ , тип вәғәҙә итте, был төшөмлө урындан яҙырға теләмәй, күрәһ ең.
       Ә бына Силәбе йүнәлешендә урынлашҡан "Аслан" кафеһы хужаһының бер нимәгә лә иҫе китмәй. Федераль юл агентлығының
       Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль магистрале идаралығының ер менән файҙаланыу, милек мөнәсәбәттәре һәм юл сервисы бүлеге начальнигы урынбаҫары Игорь Голубенков әйтеүенсә, ике
       йыл элек суд был вагонсыҡты үҙ белдеге менән төҙөлгән ҡарал ты тип таныған. Экологтарҙың да кафеға дәғүәләре бар: файҙаланылған бысраҡ һыуҙар ҙа, бәҙрәфтән аҡҡан бысраҡ та һаҙмат тупраҡҡа һеңә бара. Бөгөн торған эҫе көндә бында ашау
       түгел, тын алыуы ла ҡурҡыныс! Әммә хужаға суд ҡарарын үтәрг ә тура киләсәк. Игорь Голубенков әйтеүенсә, кафе реконструкц ия үтәсәк биләмәләр иҫәбенә эләгә.
       - Беҙ юл буйында туҡланыу урындары ойоштороуға ҡаршы тип
       уйларға кәрәкмәй, - ти комиссия ағзалары. - Беҙ бары тик бизнес һәм власть мөнәсәбәтенең законға ярашлы булыуы яҡлы. Ҡаралтыларҙы законлаштырығыҙ, дәүләт экспертизаһы рөхсәтен а лығыҙ, кафе территорияһында таҙалыҡ һәм тәртип тәьмин итегеҙ - һәм автомобиль хужаларын теләгәнсә ашатығыҙ!
       Власть менән мөнәсәбәте насар булған, документһыҙ, шикле һәм арзан аҙыҡ - түлек менән сауҙа итеүселәрҙе нисек
       башҡаларынан айырырға мөмкин һуң Комиссия ағзалары әйтеүенсә, закон буйынса эшләүсе кафеларҙа кәм тигәндә лә биобәҙрәфтәр, касса аппараты булырға тейеш, уларҙың территорияһы таҙа, ә һатыусы мөйөшөндә - ер участкаһын ҡуртымға алыу тураһында килешеү эленгән. Әгәр ҙә быларҙың береһе лә юҡ икән, бындай тәғәмхана янында туҡтап тормағыҙ. Бер - ике километр арала һеҙҙе икенсе кафе көтә.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал