6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфөлә батшаны ҡаршылауҙары хаҡында
29.06.06


       1904 йыл Өфө эшселәре өсөн еңелдән булмай. Ғинуар айында рус - япон һуғышы башлана. Йәш, сәләмәт егеттәр яу яланынан йәрәхәтләнеп ҡайта, ҡайһылары мәңгелеккә баштарын һала. Хәрби заказдар фабрика - завод эшмәкәрлеген тағы ла үҫтереүг ә алып килә. Ике меңдән ашыу кеше тир түккән тимер юл оҫтаханаларында эш көнө ун ике һәм унан да артығыраҡ дауам итә. Эштән һуң ҡалыу ҙа ғәҙәти күренешкә әүерелә, ҡатын - ҡы ҙ һәм балаларҙың ҡул көсө киң файҙаланыла.
       Эшселәр үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә тырыша. 1903 йылдың м арт айында Златоуст эшселәренең сходы үтә, әммә уларға Өфө г убернаторы Богданович ҡушыуы буйынса ут асалар. Халыҡ хәтерендә был енәйәт "Златоуст ҡырылышы" тигән исем аҫтында һаҡлана. 1904 йылдың ғинуар айында ҡулға алынған Златоуст
       эшселәрен - "ҡотортоусыларҙы" - ғәйепләү өсөн дәлилдәр етерлек булмау сәбәпле, суд уларҙы аҡлай.
       1905 йылдың июнендә Өфө губернаһы етәкселеге мөһим хәбәр ала: батша Николай икенсе Златоустҡа килеп, һуғышҡа китергә әҙерләнеүсе Мокшанск һәм Черноярск пехота полктарына үҙ фатихаһын бирергә әҙерләнә. Юлы Өфө аша үтеү сәбәпле, 29 июндә батша вокзалда төрлө ведомство һәм учреждение
       вәкилдәренән торған депутацияны ҡабул итергә ризалыҡ бирә.
       Батшаны Өфөлә нисек ҡабул итеүҙәре "Өфө губернаһының адрес - календарендә" бик тулҡынландырғыс бәйән ителә.
       "Батша килеүе тураһындағы ҡыуаныслы хәбәрҙе ихлас күңелдән үҙҙәренең һөйөклө батшаһын күрергә теләүсе Өфө халҡы ғына түгел, иң төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә шатланы п ҡабул итте, тәғәйенләнгән көндә улар барыһы ла Өфөлә ине.
       Өфөлә иһә таң менән вокзалға табан иҫәпһеҙ - хисапһыҙ хал ыҡ ағыла. Станцияла ҙур ҡунаҡты тәбрикләү һәм уны икмәк - т оҙ менән ҡаршы алыу бәхетенә эйә буласаҡ учреждение һәм депутация вәкилдәре, шулай уҡ урындағы гарнизон офицерҙары, күп һанлы халыҡ йыйыла. Император поезы килеп етеүгә ике сәғәт ваҡыт ҡалғас, вокзалда йыйылған халыҡ төркөмдәргә
       бүленеп, бер тәртиптә теҙелә.
       Сәғәт дүрттәр тирәһендә, император поезы Ағиҙел йылғаһы аш а һалынған тимер юл күперенә етеү менән, күпергә яҡын урынлашҡан сиркәү манараһында ҡыңғырауҙар яңғырай башланы, ҡ орамдан руханиҙар процессияһы сыҡты һәм тимер юлдан 15 сажин тирәһе арала туҡталып ҡалды.
       Бына тормошта һирәк булыусы бөйөк тантана минуты етте. Поезд аҡрын ғына процессияға яҡыная. Ҡыңғырауҙар сыңлай. Ҡорам алдындағы майҙанды һәм күрше тауҙарҙы тултырған күп меңләгән халыҡтың берҙәм "Ура!" тауышы яңғырай. Вагон тәҙрәһендә батша пәйҙә була һәм изге иконаларҙы күргәс, баш кейемен һалып, өс тапҡыр суҡынып ала.
       Император поезының Өфө станцияһына яҡынлашыуы хаҡында ҡала сиркәүҙәренең ҡыңғырау тауышынан тыш, кешеләрҙең үҙ батшаһына ҡайнар һөйөү менән янған йөрәктәренән сыҡҡан
       "Ура!" тауышы ла хәбәр итте.
       Ниһайәт поезд туҡтаны, батшаның вагоны почетлы ҡарауылдың
       уң флангыһына яҡынлашты. Вагон эргәһендә губернатор һәм вице - губернатор тора, уларҙың беренсеһен ғали йәнәптәре вагонына саҡырылар һәм ул батшаға губернаның хәл - торошо тураһында рапорт биреү бәхетенә ирешә.
       Вагондан сыҡҡас, император ғали йәнәптәре почет ҡарауылын а яҡынлаша, музыка уйнай. Ғали йәнәптәре артынан батша ярандары, унан һуң губернатор һәм вице - губернатор эйәрә. Почет ҡарауылына рәхмәт белдереп, ординарецтарға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иткәндән һуң, батша гарнизон
       офицерҙары менән әңгәмәләшә.
       Артабан император халыҡтан икмәк - тоҙ ҡабул итеп ала һәм өҫтә әйтелгән вәкилдәр һәм депутаттарҙың тәбрикләү һүҙҙәрен
       тыңлай, һуңынан уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә.
       Почет ҡарауылын үткәргәндән һуң, батша вагонға икенсе платформа аша инергә һәм ҡаршы торған пассажирҙар поезында А лыҫ Көнсығыштан тыуған яҡтарына ҡайтып килеүсе яралы һалдаттар менән осрашырға теләк белдерә. Данлыҡлы һуғыш геройҙарын күрергә теләп, платформала торған батша уларҙы үҙ
       янына саҡырып ала. Яралы һалдаттарҙың бәхете сикһеҙ. Шунан
       һуң ғына ғали йәнәптәре үҙ вагонына йүнәлә.
       ...Артабан Өфөлә батша иртә менән Златоустан юлға сыға һә м кисен тағы ла Өфө аша үтә тигән хәбәр тарала. Һәм тағы ла ҡала һәм тирә - яҡ ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ тимер юл станцияһ ына
       табан ағыла.
       Алыҫта батша поезының уттары күренгәс, йыйылған халыҡ ҙур хөрмәт белдереп баш кейемдәрен һала һәм поезды көслө "ура" тауыштары менән ҡаршылай. Уларға сиркәү ҡыңғырауҙары ҡушыла..."
       ...Репортерҙың өфөлөләрҙең батшаны ҡаршы алыу тураһында
       "бөҙрә" телмәрен туҡтатып торайыҡ. Златоуста иһә Николай икенсене ҡаршы алыуға үҙенсәлекле әҙерләнәләр. Рәсми тантаналар менән бергә бер төркөм эшселәр батшаның килеүен "Златоуст ҡырылышында" ғәйепһеҙ түгелгән ҡан өсөн үс алыуға
       уңайлы мәл тип һанай. Әммә полиция инициативаны үҙ ҡулына
       ала. Златоуста ул бер төркөм эшселәрҙе "император ғали
       йәнәптәренең поезына һөжүм итергә әҙерләнеүҙә ғәйепләй" һәм
       яңы репрессиялар башлана. Шуға күрә, үҙенә һөжүм итеүҙәренә н ҡурҡҡан батша кире юлда Өфөлә туҡталмағандыр, моғайын, тип
       фараз итергә ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал