6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Немецтар башҡорт әкиәттәрен уҡый
29.06.06


       Башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосы юҡ - юҡ та үҙе тураһында хәтергә төшөрә. Ул донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителә, заман шағирҙары хикәйәттең ҡурҡыу белмәҫ батырын данлай, сәсәндәр араһында ярыштар ойошторола. Ошо кө ндәрҙә, мәҫәлән, Миәкәлә йәш сәсәндәрҙең һигеҙенсе республика конкурсы асылды. Унда Башҡортостандың барлыҡ
       райондарынан да тип әйтерлек йыйылған өс йөҙгә яҡын малай һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. 30 июнгә тиклем дауам итәсәк был шиғри
       ярышта улар башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосын һәм гуманист, мәғрифәтсе Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыуы айҡанлы, уның ижадын белеү кимәле буйынса көс һынаша.
       Лауреаттар һәм еңеүселәр БР Мәғариф министрлығының Почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ.
       Конкурсты ойоштороусы - Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Миәкә районының муниципаль район хакимиәте "Урал батыр" эпосын Рәсәйҙән ситтә лә белеүҙәренә шикләнмәй. Германияла эшләүенә ҡарамаҫтан, беҙгә лә туранан - тура ҡағылышы булған "Бертуған" нәшриәтенән килгән хәбәр ҙ ә ошоно дәлилләй. Нәшриәт немец уҡыусыларына татар һәм башҡорт хикәйәттәрен, шулай уҡ заман әҙәбиәте тураһында еткереү өсөн бар көсөн һала. Мәҫәлән, ике йыл элек унда башҡорт яҙыусыһы Айҙар Хөсәйенов тәржемә иткән "Урал батыр" эпосы баҫылды, "БАШвестЪ" гәзите был турала һөйләгәйне инде.
       Әммә ул ваҡыттан алып нәшриәттә күп үҙгәрештәр булған. Беҙгә Германиянан хәбәр итеүҙәренсә, "Бертуған" өҫтөндә даими рәүештә бер генә кеше - нәшриәтсе һәм тәржемәсе, немец фәнни дәрәжәһенә эйә булған германистка Әлиә Тайсина э шләй. Уға улы, версткалаусы һәм компьютер белгесе Андрей ярҙам итә. Иллюстрацияларҙы Берлин рәссамдары Нурия Һаҙиева, Шамил Ғимаев һәм Рәис Хәлилов төшөрә.
       Баҫма йәш булыуына ҡарамаҫтан, тейешле абруй яулап өлгөргән
       дә инде. "Бертуған" әҙәбиәт океанында юғалып ҡалмаған, уның
       үҙенең даими уҡыусылары бар һәм нәшриәт реаль ҡаҙаныштарға эйә. Бында татар һәм башҡорт классикаһы өлгөләре, шулай уҡ билдәле һәм йәш яҙыусыларҙың, шағир һәм тәржемәселәрҙең
       әҫәрҙәре баҫыла. 2005 - 2006 йылдарҙа "Бертуған" нәшриәтенд ә Әлиә Тайсина тәржемәһендә һәм Рәис Хәлилов һүрәттәре менән
       Ғабдулла Туҡайҙың "Шүрәлеһе" һәм "Урал батыр" эпосы, Нурия Һаҙиева, Рәис Хәлилов һәм Шамил Ғимаев иллюстрациялары менән биҙәлгән "Татар - башҡорт әкиәттәре", Әлиә һәм Андрей Тайсиндарҙың фотографиялары менән "Татар - башҡорт аш - һыуҙары" сыҡҡан. Быйыл унда Фәүзиә Байрамованың Силәбе өлкәһе халҡының фажиғәһенә арналған "Ядерный архипелаг" китабын баҫтырыу планлаштырыла.
       "Шүрәленең" немец теленә тәржемәһе быйыл Ҡазанда шиғри антология составында ла сыҡты. Өфөлә "Урал батырҙың" рус һәм
       немец телдәрендәге баҫмаһы әҙерләнә.
       Ярты йылдан Рейнланд - Пфальц федераль ерендә "Бертуған"
       нәшриәте үҙенең өс йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
       Әлиә Тайсина әйтеүенсә, йәш нәшриәт өҫтөнә төшкән ауырлыҡ һәм ҡатмарлыҡтарға бирешмәйенсә, әүҙем тормош менән йәшәргә тырыша. "Бертуған" бәләкәй тиражлы нәшриәттәрҙең халыҡ - ара йәрминкәһендә һәм Майнц ҡалаһында нәшриәттәр йәрминкәһендә, Саарбрюкенда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт сығарыусы нәшриәттәрҙең халыҡ - ара йәрминкәһендә
       ҡатнашҡан. Бөгөнгө көндә ул октябрь айында Франкфуртта уҙасаҡ донъяла иң ҙур китап йәрминкәһенә ҙур әҙерлек эштәре
       менән мәшғүл.
       "Азатлыҡ" радиоһы һәм немецтарҙың "ВДР" радиоһы "Бертуған" нәшриәте хаҡында тапшырыуҙар эшләгән. Бельгия, француз, немец гәзиттәрендә уның тураһында мәҡәләләр сыҡҡан. Нәшриәт үҙ алдына немец уҡыусыһын уға таныш булмаған халыҡ ә ҙәбиәте менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған һәм бар көсөнә
       уны тормошҡа атҡарырға тырыша. Бағыусылар һәм үҙ типографияһы булмауы хыялдарҙы бойомға ашырыуға
       ҡамасаулыҡ итә, әлбиттә, әммә нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, авторҙар һәм уҡыусылар ярҙамдан өмөт өҙмәй. Сөнки "Бертуған"
       - Көнбайыш Европала беренсе һәм берҙән - бер татар - башҡор т нәшриәте булып тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал