6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Ғәзим Шафиҡовтың офоҡтары
22.12.03


       Күптән түгел башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" инглиз теле нә тәржемә ителгәйне, һөҙөмтәлә был мәҙәни аманат менән Евро пала ла таныша алалар. Әммә Башҡортостандың билдәле яҙыусыһы
       Ғәзим Шафиҡовтфң фекеренсә, башҡорт халыҡ ижады әлегә тикле м башҡорт зыялыларына, башҡорт уҡыусыларына ла тулыһынса бил дәле түгел. Ғәзим Ғәзизович үҙ яғынан был ижади хазинаны хал ыҡҡа еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
       - Белеүегеҙсә, ике тел белеүсе яҙыусы булып иҫәпләнһәм дә , мин рус телендә яҙам. Ә тәржемә менән шөғөлләнергә Хоҙай ү ҙе ҡушҡан, сөнки әлегә тиклем башҡорт әҙәбиәтендә бик сағыу һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ ( мин иң башта башҡорт фольклорын
       күҙ алдыда тотам) байлыҡ йәшәп килә. Уларҙың күп булһа биш процент тирәһе генә тәржемә ителгәндер, - ти яҙыусы.
       Проза, шиғриәт, драматургия, халыҡ фольклоры, публицистик а - барыһында ла үҙ ҡәләмен һынап ҡарай ул.
       - 70ь- се йылдар уртаһында минең дуҫым, фольклорсы, бына тигән кеше һәм белгес, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институнды эшл әүсе Мөхтәр Сәғитов миңә "Аҡбуҙат"ты рус теленә тәржемә ите п ҡарарға тәҡдим яһаны. Ул ваҡытта миңә был ҡыйыу аҙым һымаҡ
       күренде... Әммә мин был аҙымды барыбер яһаным һәм 1973 - 74
       йылдарҙа "Аҡбуҙат"тың тәржемәһе донъя күрҙе. Һәм бына килеп
       ул миңә "Урал батыр" эпосын тәржемә итергә тәҡдим яһай. Эпо сты башҡорт телендә уҡып сығып хайран ҡалдым. Ниңә тиһегеҙме  Башлыса эпостар төрлө ҡот осҡос януарҙар, аңлап булмаҫлыҡ йән эйәләренең һуғышы менән тулы була. Ә "Урал батыр"ҙа иһә мин бөтөнләй икенсе нимә: йәшәйеш хаҡында тәрән уйланыуҙар, фәлсәфәгә тап булдым. Ағалы - ҡустылы ике кеше йәшәй: олоһо - Шүлгән, кесеһе - Урал. Бына улар ата - әсәләрен үлемдән ҡо тҡарыу өсөн тере һыу эҙләп китәләр. Бик ҡыйын бирелде миңә б ыл тәржемә, өс йылға һуҙылды. "Урал батыр"ҙың бөтә донъя мәҙ әниәт һәйкәле булырға хаҡы бар, минеңсә. Унда кешелекте борс оған бөтә һорауҙарға ла яуап табырға мөмкин.
       Миңә ҡалһа был китаптың бер юлы өс телдә сығыуы оло бәхет . "Урал батыр" эпосын мин хатта боронғо халыҡтың аңында барл ыҡҡа килгән ниндәйҙер библия һымаҡ ҡабул итәм.
       - Әлеге ваҡытта нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ, шул хаҡта һөйләп
       китһәгеҙ ине.
       - Әлеге ваҡытта мин "Сыңғыҙхан өрәге" тип аталған роман я ҙам. Әлегә тиклем тарихсылар монол һәм башҡорттар араһында б улған мөнәсәбәттәрҙе белеп бөтмәй. Йыйған материалдар буйынс а мин роман яҙырға уйлағайным, әммә шул тиклем күп яңы сыған аҡтар асылды, роман ғына түгел, роман - эссе кеүегерәк әйбер
       килеп сығыр, моғайын.
       - Әлеге ваҡытта башҡорт әҙәбиәтенең торошон нисегерәк баһ алар инегеҙ
       - Ниндәйҙер сикләүҙәр, цензура булғанда, айырыуса сағыу т аланттар барлыҡҡа килә. Ә башҡа ваҡытта нисектер барыһы ла б ер сама яҙған кеүек. Һәйбәт яҙыусылар, сағыу шәхестәр етерле к, әлбиттә, ә бына таланттар күрмәйем мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
       Иреккә өйрәнмәгән кеше уның алдында юғалып ҡала, уға көрәше ргә сәбәп юҡ.
       Һуңғы ваҡытта әҙәбиәткә ҡатын - ҡыҙҙарҙың күпләп килеүе к үҙәтелә. Һәм әйтергә кәрәк, улар ирҙәрҙән дә арттырып ебәрә,
       ғөмүмән, башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары бик талантлы бит ул, һәр и кенсеһе шиғырҙар яҙа, йырлай, бейей...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал