6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Кишерҙе лә һанаясаҡтар
29.06.06


       - Бына һин миңә аңлат әле, нисек итеп минең баҡсамда үҫкә н кишер һәм һуған ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн ҡыҙыҡһыныу
       тыуҙырыуы мөмкин Мин нисә түтәл петрушка, укроп, помидор һәм ҡыяр ултыртыуым тураһында ла һөйләргә тейешменме ни - тип һорау менән мөрәжәғәт итте миңә бер көндө танышым.
       Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, эйе! Тик был һеҙҙе ҡурҡытырға тейеш түгел. Был мәғлүмәт тотош Рәсәйҙә, шул иҫәптән шәхси секторға ҡараусы ауыл хужалығы хаҡында тулы картина булдырыу өсөн кәрәк. Сөнки бөгөн продукцияның кәм тигәндә яртыһы шәхси хужалыҡта етештерелә, һәм халыҡҡа дәүләт ярҙамы бер ҙә артыҡ булмаясаҡ.
       Мәғлүмәт алыуҙың аноним булыуын әйтергә кәрәк. Иҫәп алыу ҡағыҙҙарында Ф.И.О. йәки адрес тураһында бер юл да юҡ (паспорт мәғлүмәттәре, соцномер, пенсия танытмаһы һ. б. тураһында әйтергә лә түгел).
       Иҫәп алыусы һеҙҙең эргәлә 40 - 50 минут буласағына әҙерләнегеҙ, сөнки уға 16 - 28 бит тултырырға кәрәк. Иҫәп ал ыу
       ҡағыҙын иғтибар менән тултырыу мотлаҡ, төҙәтеүҙәргә юл ҡуйырға ярамай. Иҫәп алыусы махсус гелле ручка менән яҙа.
       Иҫәп алыусыны шарлатандарҙан айырыуы ҡыйын түгел. Беренсенән, ул, моғайын, һеҙҙең таныш кешегеҙ булыр (баҡсасылар йәмғиәте рәйесе йәки һеҙ йәшәгән урындағы башҡа берәй абруйлы кеше). Икенсенән, ул һары бейсболкала, ҡулында
       танытмаһы, ҡара портфель һәм паспорты булырға тейеш. Әйткәндәй, иҫәп алыусы ике тапҡыр килә: беренсе тапҡыр иҫәп алыу башланғанға тиклем дата һәм ваҡытты тәғәйенләү өсөн, икенсе тапҡыр - иҫәп алыу өсөн килә.
       Күп кенә баҫмаларҙа иҫәп алыусы менән бергә милиционер ҙа
       йөрөй, тип яҙыла. Әммә бындай "бәхет" барыһына ла йылмаймай . Йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырмаған кешеләргә хоҡуҡ органдары хеҙмәткәрҙәренең килеүе кәрәк түгел.
       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт статистикаһы буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыуға барлығы 2048 ауыл хужалығы предприятиеһы, 4940 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 654 074 шәхси һәм башҡа индивидуаль хужалыҡ, 2087 баҡсасылар ойошмаһы, 79 420 баҡса участкалары йәлеп ителәсәк, тип белдерҙе. Иҫәп алыуҙа 150 инструктор, 500 - ҙән ашыу теркәүс е һәм биш меңдән күберәк иҫәп алыусы эшләйәсәк. Уртаса
       алғанда, бер иҫәп алыусыға 150 тирәһе объект тура килә - көнөнә алты самаһы тигән һүҙ.
       Әгәр һеҙҙең иҫәп алыуға бәйле һорауҙарығыҙ барлыҡҡа килә икән, 8 - 800 - 347 - 00 - 14 телефоны буйынса "ҡыҙыу линияғ а" шылтыратығыҙ. Шылтыратыу бушлай.
       Андрей Старостин фотоһы.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал