6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Культура

Боронғоноң ағас уйынсыҡтары
29.06.06


       Балаға бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Ата - әсәһе яныңда, тамағ ы туҡ, өҫтө бөтөн, бер йөк уйынсығы булһа, етте. Бөгөнгө заман
       балалары был мәғәнәлә юҡлыҡ кисермәй: Барби ҡурсаҡтары ла, автоматтары ла, машиналары ла етерлек уларҙың. Ә бына беҙҙең
       оләсәй - олатайҙарыбыҙҙың уйынсыҡтары башлыса ағастан яһалған.
       Был турала ишеткәнем бар, әммә күрергә тура килгәне юҡ ин е әле. БР Милли музейында "Бала саҡ тураһында иҫтәлектәр" күргәҙмәһендә улар менән дә таныштым. Унда йөҙ йыл һәм унан да элегерәк эшләнгән уйынсыҡтар теҙелгән - бесәйҙәр, айыуҙар , төрлө ҡурсаҡтар... Бай ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр өсөн фарфо р уйынсыҡтар, ябай сепрәктән тегелгәндәре - ярлы балалары өсөн . Әйткәндәй, һуңғылары шашка һәм шахмат эргәһенә лә яҡын ебәрелмәгән. Предметтарҙың һәр береһе - айырым сәнғәт
       әҫәренә тиң. Айырыуса ҡабарынҡы күлдәк һәм эшләпәләге королева матур.
       Был предметтарҙың барыһы ла Өфөгә Свердлов өлкәһенең
       крайҙы өйрәнеү музейынан килтерелгән. Улар бер нисә бүлектә
       урынлаша:"Мәктәп иле", "Тәмле тамаҡтар", "Мойдодыр", "Айболит"... Һуңғыһы, мәҫәлән, элек табип һөнәренең балалар араһында бөгөнгө кеүек үк һорау менән файҙаланылыуы тураһында һөйләй.
       Иҫ китерлек, күпме ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың
       ҡараштары үҙгәрмәй тиерлек. Айырыуса был ҡыҙҙарҙың альбомдарында сағыла. 80 - се йылдарҙа улар 19 быуат аҙағы - 20 - се быуат башындағы кеүек үк була. Бары тик элек шиғырҙа р матур итеп ҡара менән яҙылған.
       "Ҡәҙерле, әммә тыйылған әйберҙәр" шулай уҡ музейға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Улар араһында әсәйҙең вазаһы, оләсәйҙең 19 быуаттағы тегеү машинаһы, атайҙың кеҫә сәғәте, олатайҙың төрөпкәһе урынлашҡан. Резина, ағас
       уйынсыҡтар ҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       1950 йылдарға ҡараусы мәктәп формаһын да бала саҡ хаҡында
       иҫтәлек тип атарға булыр ине. Матур ғына аҡ алъяпҡыс һәм күлдәк. Беҙ ҙә ошондай уҡ кейемдә йөрөнөк, һәм миңә ул бик тә оҡшай торғайны. Берҙән - бер кире яғы - ең һәм яғаларҙы к өн
       аша алмаштырырға кәрәк, әммә был бөхтәлеккә өйрәтә бит. Атайҙарға иһә ҡыйыныраҡҡа тура килә - улар буҫтау костюмдарҙ а йөрөгән.
       Тамашасыларҙы айырыуса 19 быуат әйберҙәре йәлеп итә. Ваҡыт үтеү менән киләсәк быуатта йәшәүселәрҙең беҙҙең заманда эшләнгән әйберҙәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарауҙарын күҙ
       алдына килтереүе лә ауыр. Әммә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Балалар донъяһындағы үҙгәрештәр - шулай уҡ ваҡыт күрһәткесе.
       Иң мөһиме - улар яҡшы яҡҡа булһын.
       Андрей Старостин фотоһы.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал