6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Авиация университеты студенттары тәрбиәлерәк буласаҡ
27.06.06


       Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеровҡа, башҡа вуздар ректорҙары кеүек үк, бөгөн күлдә һыу инеү генә түгел, ғәҙәти ял итергә лә ваҡыт юҡ. Ҡыҙыу осо р
       етте - вуз сығарылыусыларына диплом тапшырыла (уларҙың һаны бөгөн ике меңдән артыҡ), буласаҡ белгестәр ҡабул ителә. Өфө дәүләт авиация техник университетына "һөжүм итеүселәр" араһынан 1241 абитуриент абруйлы вуз студенты булырға иҫәп
       тота ала.
       Был уҡыу йортонда быйыл "авиатөҙөлөш" һәм технологик һөнәрҙәргә күберәк студенттар ҡабул ителә. Ә бына иҡтисади һәм гуманитар профилгә ҡараған һөнәрҙәр, киреһенсә, хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланылмау сәбәпле, ҡыҫҡартыла.
       Яңы һөнәрҙәр араһында "Нано - материалдар һәм нано - технологиялар" һәм "Йәштәр менән эш" барлыҡҡа киләсәк. Әммә беренсеһе - авиация университетының традицион йүнәлеше булһа, һәм нано - технологиялар буйынса ул бөтә Рәсәйҙә алдынғы үҙәк булып һаналһа, икенсеһе - өр - яңы йүнәлеш. Ул был университет өсөн хас түгел һәм БР Хөкүмәте Аппараты һорауы буйынса тормошҡа ашырыла. Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө ысынбарлыҡ шарттарында уның кәрәклеге һиҙелә, ти Морат Баҡый улы.
       - Беҙ тәрбиә менән шөғөлләнергә тейешбеҙ, уҡыу йорто өсөн ул мотлаҡ кәрәк, - тине ректор. - Был белгестәрҙе әҙерләү Рә сәй Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән бергә алып барыласаҡ.
       Бөгөнгө ҡабул итеү шарттарына килгәндә, ул тулыһынса берҙә м дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән тора.
       - Быйыл беҙ уҡырға инеү балдары һанын ҡыҫҡарттыҡ, - тип билдәләне Морат Ғөзәйеров, - уның сәбәбе - математика буйынса һөҙөмтәләрҙең түбәнлеге. Был быйыл математиканан
       Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һөҙөмтәләрҙең үткән йыл менән сағыштырғанда түбәнерәк булыуына бәйле. Башҡа дисциплиналар буйынса ла уҡырға инеү балдары кәметелеүе ихтимал.
       Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендә эшләп килгән 153 - сө лицей уҡыусылары юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ә
       бына райондарҙан килгән уҡыусылар тураһында улай тип әйтеүе
       ҡыйын. Әммә шулай ҙа улар араһында ла яҡшы белгес булыу теләге менән яныусылар етерелк. Уларҙың районға кире әйләнеп
       ҡайтмаясағы аңлашыла, әммә беҙ уларға Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алыу мөмкинселеге бирергә тейешбеҙ, - тип һанай ректор.
       Берҙәм дәүләт имтиханына авиация университеты ректоры
       ыңғай ҡарашта булыуын белдерә. "Берҙәм дәүләт имтиханы уға rhjkelce башҡа һынауҙар кеүек үк, белемде баһалау өсөн
       булдырылған, - ти Морат Баҡый улы.
       Журналистар менән осрашыу ваҡытында Морат Ғөзәйеров Рәсәй ректорҙарының һигеҙенсе съезында күтәрелгән мәсьәләләргә лә ҡағылып үтте. Һуңғылары тарафынан улар ауыр ҡабул ителә. Айырыуса "Автономиялы учреждениелар тураһында" закон проекты. Авторҙар фекере буйынса, ул учреждениеға идара итеү структураһы һәм механизмдарын еңелерәк формалаштырырға һәм үҙгәртергә, инвестициялар йәлеп итергә һ әм финанслау сығанаҡтарын киңәйтергә мөмкинселек бирәсәк. Рә сәй ректорҙар союзы белем биреү учреждениеларын планға ярашлы финанслау ойошторолмауы уларҙы асылда коммерция учреждениеларына әйләндереүгә тиң.
       - Уның ниндәй кимәлдә эшләйәсәге аңлашылмай. Йә иһә вуз д әүләт уҡыу йортона, йә автономиялы учреждениеға әйләнә.
       Ҙур бизнесмендарҙың вуздарҙы хосусилаштырыу хәүефе лә бар. Ул саҡта - бушлай белем алыу менән хушлашырға мөмкин буласаҡ.
       Вуз башлығын һайлау ваҡытында йәмәғәт комиссияһы тарафынан ректорҙы аттестациялауҙың да нисек үтеүе
       аңлашылмай. Ректорҙар закон проектына вуз президенты вазифаһына бары тик элекке ректор ғына дәғүә итә алыуы
       тураһында белдереүсе формулировканы кире ҡайтарыу яҡлы. Морат Ғөзәйеровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә көнбайыш илдәре тәжрибәһенә күҙ һалһаҡ, тәүгеләре закондар сығарыу, икенселәре - башҡарыусы функцияларын үҙ өҫтөнә алырға тейеш буласаҡ.
       Имтихандар тапшырыуҙың ҡыҙыу осорона әйләнеп ҡайтһаҡ,
       Морат Баҡый улы бер ниндәй ҙә ығы - зығы көтөлмәй, тип белдерҙе. Һәм әгәр бөгөн ҡабул итеү комиссияһының ишек төбөндә сират теҙелһә, бер аҙнанан ул байтаҡҡа кәмейәсәк. Йәғни, хөрмәтле абитуриенттар, бында барыһы ла тыныс буласаҡ . Бары тик белем кимәлегеҙ өсөн генә борсолорға мөмкин. Һәм тағы ла кеҫәләге аҡса тураһында. Коммерция бүлегенә инергә теләүселәр өсөн ишек һәр ваҡыт асыҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал