6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфөлә көрәш байрағын Алексей Петерсон күтәрә
27.06.06


       Алексей Николаевич Петерсон 1851 йылдың туғыҙынсы мартында К ронштадтдың порт оҫтаханалары эшсеһе ғаиләһендә тыуа.
       Атаһыҙ ҡалғас, ул бала сағынан уҡ аслыҡ - яланғаслыҡ һәм кәмһетелеүҙәр күреп үҫә. 1861 йылда Колпинсо патрон заводына
       өйрәнсек булып урынлаша, унда уның бай ижади таланты асыла - егет металл эшкәртеү оҫтаһы булып таныла. Париж
       Коммунаһының ялҡынлы көндәрендә Алексей Петерсон батшаға ҡа ршы көрәштең революция юлына баҫа. Революцион идея буйынса дуҫтарын таба, йәшерен әҙәбиәт уҡый, Карл Маркс һәм Фридрих Энгельс хеҙмәттәре менән таныша. Уның донъяға
       ҡарашы формалашыуында эшселәрҙе батша хөкүмәтенә ҡаршы көрә шкә йәлеп итеүсе революцион зыялылар ҙур роль уйнай. 1873 йылдың мартында уны ҡулға алалар һәм ике йылдан ашыу Петропавловск нығытмаһының Литовск замогында тоталар. Әммә к ире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр булмауы сәбәпле, иреккә сығарырға мәжбүр булалар.
       1877 йылдың декабрь айында Алексей Петерсон Виктор Обнорский, Степан Халтурин һәм башҡа алдынғы ҡарашлы
       эшселәр менән бергә "Рус эшселәренең төньяҡ берләшмәһен" төҙөй. Берләшмә эшселәрҙең ҙур булмаған түңәрәктәрен,
       үҙ - ара ярҙам кассалары булдырыуҙа ҡатнаша. 1878 йылдың декабренә берләшмә ағзаларының һаны 200 кешегә етә. Сәйәсәт тормошонда берләшмәнең әһәмиәте тураһында Георгий Пл еханов түбәндәгеләрҙе әйтә: "Петербург эшселәренең күп һанлы стачкаларҙа сағылған хәрәкәте, ватаныбыҙҙағы дөйөм хәлдең киҫкенлеге - беҙҙең ҡәҙерле иптәштәребеҙ, "Рус эшселәренең төньяҡ берләшмәһе" ағзалары һәм уға нигеҙ
       һалыусыларға: Һеҙ бөгөн сәйәси майҙанда нәҡ үҙ ваҡытында сығыш яһайһығыҙ. Бөгөн беҙ: "эшселәрҙең азатлығы эшселәрҙең үҙ эше булырға тейеш" тигән бөйөк хәҡиҡәт рус эшсеһе өсөн теоретик хәл генә түгел, уның практик революцион эшмәкәрлеге
       өсөн дә лозунгыға әйләнә" тип әйтә алабыҙ".
       1879 йылда хыянатсының яла яғыуы сәбәпле, Алексей Петерсо н ҡулға алына һәм Петропавловск нығытмаһында 10 айҙан ашыу ултыра. 1879 йыл башында уны Архангель губернаһының Пинегу ҡ алаһына һөргөнгә оҙаталар. Әммә ул тиҙҙән ҡаса. Рәсәйҙең күп
       кенә ҡалалары, шул иҫәптән Өфөгә лә 1879 йылдың 22 мартында
       сәйәси һөргөндә булған Алексей Петерсондың ҡасыуы хаҡында белдереү ҡағыҙы килә. 1879 йылдың 25 майында революционер тағы ла ҡулға алына, октябрь айында Якутск округының Колпино
       ҡалаһына һөргөнгә оҙатыла. Һөргөндә лә ул революцион
       эшмәкәрлеген дауам итә. 1886 йылда Алексей Петерсон Колпино
       ҡалаһына ҡайтып, Ижорск заводында эшләй башлай. 1890 йылда һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итеүсе Ижорск эшселәре фетнәһен ойоштора. Баш күтәреүҙе ойоштроусылар, шул иҫәптән Петерсонды ла эштән ҡыуалар. 1891 йылдың ғинуарында ул Өфөгә күсеп килә һәм тимер юл оҫтаханаһына слесарь булып эшкә урынлаша. Бында эшселәр төркөмө, шул иҫәптән Тарас Кредов һәм Федор Асеев менән дуҫлаша, эшселәр араһында өгөтләү эшен дауам итә. Бының һөҙөмтәһе булараҡ 1891 йылдың февраль айында эшселәр баш күтәрә һәм еңеүгә өлгәшә. Алексей Петерсон оҫтаханала эшләүен дауам итә, уның тирәләй эшселәр түңәрәге барлыҡҡа килә. 1896 йылдың 18 апрелендә
       Өфө жандармдары уны тентей һәм июнь айында Алексей Николаевич Өфөнән китергә мәжбүр була.
       1896 йылда Петерсон Колпиноға ҡайта һәм социал - демократ тар хәрәкәтенә ҡушыла. Революцион эшмәкәрлеге өсөн 1900
       йылда Новгородҡа һөргөнгә оҙатыла.
       1905 - 1907 йылғы революцияла Петерсон әүҙем ҡатнаша.
       Октябрь революцияһын Новгородта ҡаршы ала. Граждандар һуғышы ҡыҙған ваҡытта, 1919 йылдың 23 июнендә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал