6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Изге түбә рух күтәренкелеге бүләк итте
27.06.06


       Кеше ишеткән хәбәренең 10 процентын, күргәненең - 50, ә ү ҙе башҡарғанының - 90 процентын хәтерендә ҡалдыра, тиҙәр. Башҡортостанда бейеклеге буйынса икенсе урында тороусы Ирәмәл тауы (1582 м) түбәһенә күтәрелеүемде мин бер ҡасан да
       онотмаясаҡмын. Сөнки уны мин үҙем башҡарып сыҡтым. Ҡарағай йылғаһы буйлап тар ғына ташлы һуҡмаҡтан рюкзак тағып 1300 метр бейеклеккә тиклем күтәрелдем. Кәрәк - яраҡтарҙы ҡалдырып, ҡалған 300 метрҙы ла үҙ аяҡтарым менән үттем. Был тундра зонаһында кәрлә шыршы һәм ҡайындар тормошҡа сат йәбешеп үҫергә тырыша. Артабан юл ҡапыл юғарыға, кемдер махсус рәүештә һалған кеүек теҙелгән ғәйәт ҙур таштар яғына борола. Һәм был таштар бер ҡасан да бөтмәҫ булып тойола
       башлағанда, ниһайәт, мин дә бейек Ирәмәлдең яҫы түбәһенә аяҡ баҫтым. Яйла (плато) ҡырсын ташлы пляжды хәтерләтә, тик
       ундағы таштар йылға буйындағынан мең тапҡыр ҙурыраҡ һәм шыма түгел. Ирәмәлгә күтәрелеүҙең иң күңелле мәле тип тауҙың
       иң юғары урыны һаналған, ҙур булмаған майҙанға баҫыуҙы әйте р инем, унда көньяҡ - төньяҡ һәм көнбайыш - көнсығыш күрһәтелгән ағас бағана һәм бында булып киткән туристарҙың яҙыуҙар һаҡланған ҡалай һауыт тора.
       Сәйәхәт "Роза ветров Башҡортостана" туристик фирмаһы һәм Росприроднадзор идаралығы тарафынан республиканың киң мә ғлүмәт саралары журналистары өсөн үткәрелгән матбуғат конференцияһы сиктәрендә уҙҙы. Уның темаһы түбәндәгесә
       яңғырай: "Эске туризмдың экологик проблемалары". Сәйәхәттә журналистарға Ирәмәл түбәһенә күтәрелеп һәм артабан Йөрүҙән йылғаһы буйлап һалдарҙа төшөп, әйтелгән проблемаларға эстән күҙ һалырға тәҡдим ителде. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән бергә сарала "Роза ветров" компанияһының генераль директоры Николай Кочнев һәм Росприроднадзор идаралығының әйҙәүсе белгесе Ольга Ямчук та ҡатнашты.
       Ирәмәл түбәһе башҡорт халҡында элек - электән изге урын т ип иҫәпләнә. Бындағы ҡеүәтле энергетик ағым ерҙе космос менә н
       тоташтыра. Легендалар раҫлауынса, бынан алыҫ булмаған урында, Арҡайымда йәшәүсе Заратустра мәғлүмәтле алтын пластинаны нәҡ ошо урында ҡалдырған. Күп быуаттар дауамында батырҙар бында үҙҙәренең улдарын алып килгән, был уларҙың сәләмәт һәм таҙа булып үҫеүенә булышлыҡ иткән. Һәм бөгөн дә Ирәмәл башына менгән кеше бер йыл дауамында ауырымай тип һан ала. Тау башынан алып төшкән таштар көслө энергетикаға эйә, быны экстрасенстар ҙа раҫлай. Ә уларҙың баш ауыртыуын
       баҫыуын шәхси үҙемдә лә тикшереп инандым.
       Бөгөн Ирәмәлгә йүнәлеүсе кешеләр ағымы туҡталмай. Көн һайын унда бер нисә йөҙ кеше күтәрелә. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән тундра һәм урман - тундра зонаһындағы һирәк осраусы үҫемлектәр зыян күрә, әлбиттә, йыш ҡына сүп - сар өйөмдәре лә ҡала. Ә бит был тау тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тор а һәм дәүләт тарафынан һаҡлана. Әммә киң территория өсөн был
       статустың файҙаһы етеп бөтмәй. Шуға күрә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Ирәмәлде тәбиғәт паркы тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ул саҡта тауҙы һаҡлауға күберә к аҡса бүленәсәк.
       Әммә тик Ирәмәлдән башҡа Ҡандракүл һәм Асылыкүл, Павлов һ әм Нөгөш һыу һаҡлағыстары, үҙешмәкәр туристар күпләп һал менән төшкән башҡа йылғалар ҙа зыян күрә. Йәйгеһен улар
       янындағы иң матур урындар быяла ватыҡтары, пластик шешәләр,
       муҡсалар һәм кәнсир банкалары менән ҡаплана. Матбуғат
       конференцияһында ҡатнашыусылар республиканың ҙур булмаған ҡ ала һәм ауылдары эргәһенән үткәндә, уларҙың эргәһендә үк
       өйөлгән сүп - сарға тап булды. Әгәр улар ауыл биләмәһендә түгел икән, тимәк бер ниндәй яуаплылыҡ та кәрәкмәй, тигән һү ҙ. Йәғни, тәбиғәт яҡлаусыһыҙ ҡалған һәм уның беҙҙең ярҙамға мохтаж булыуы шик тыуҙырмай.
       Ирәмәлгә күтәрелеүҙән тыш, шулай уҡ экология проблемаларын
       тикшереү сиктәрендә, матбуғат вәкилдәренә Йөрүҙән йылғаһы буйлап һалда төшөү тәҡдим ителде. Әүҙем ял итергә өйрәнмәгән
       журналистар хәтерендә ул бик оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Сарала "ҡорбандар" аҙ булды - ни бары өс кеше генә кәмәнән ҡолап төштө, әммә мәжбүри һыу инеү күмәкләп көлөшөү менән тамамланды, сөнки был ваҡытта Йөрүҙәндең иң тәрән урындарында ла һыу "тауыҡ кисеп сығырлыҡ".
       Бер һүҙ менән әйткәндә, ғәҙәти булмаған матбуғат конференцияһы эске туризмдың көнүҙәк поблемаларын асып һалды һәм журналистарға бер йылға етерлек рух күтәренкелеге бүләк итте.
       Автор фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал