6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Руслан + Людмила = балет!
27.06.06


       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуреев исемендәге ун икенсе халыҡ - ара балет сәнғәте фестивале дауам итә. Руслан һәм Людмиланың иҫ киткес романтик тойғоларына шаһит булыусылар тураһында артыҡ бәхетлеләр тип әйтеүе ҡыйын. Спектаклдең тамашасылар тарафынан яратылыуы һә м популярлыҡ менән файҙаланыуына ҡарамаҫтан ("Кремль
       балеты" театрында 150 - нән ашыу сығыш яһалған), был юлы артистар бар күңелен һалып бейей алманы. Быға Өфө сәхнәһенең Кремлдеке менән сағыштырғанда ике тапҡыр бәләкәйерәк булыуы сәбәп булып тора. Һәр аҙымды иҫәпләп баҫмағанда, артистарҙы оркестр соҡорона осоу хәүефе көтөүе л ә ихтимал.
       Дирижер - Павел Овсянников үҙе! Композитор, РФ халыҡ артисы күп йылдар дауамында (1978 - 2004) РФ Президент оркестрының баш дирижеры булды. 2004 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ул - "19 быуаттың Сергей Прокофьев исемендәге рус
       симфоник оркестрының" баш дирижеры.
       Павел Борисович үҙе Өфөгә хәүефләнеп килеүен таный. Сөнки
       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрына фестиваль өсөн тәҡдим ителгән материал яңы.
       - Михаил Глинканың "Руслан һәм Людмила" музыкаһы матур, һығылмалы, һәм уны бөтә нескәлектәрендә биреү - еңел түгел. Әммә һеҙҙең оркестр уны бик яҡшы башҡарҙы. Баш дирижер Роберт Лютер музыканттарҙы яҡшы әҙерләгән, - тип билдәләне
       Павел Овсянников.
       Глинканың "Руслан һәм Людмила" спектаклендәге музыкаль туҡыма Вячеслав Агафонников тарафынан инструменталь итеп үҙгәртелгән. Һәм, сәнғәт белгестәре буйынса, балет операға ҡарағанда ла һәйбәтерәк килеп сыҡҡан. Операның балет
       версияһы өҫтөндәге эште композитор ғәйәт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм файҙалы тип таба.
       "Кремль балетының" художество етәксеһе Андрей Петровтың рус музыкаһы генийының үлемһеҙ операһы нигеҙендә ҡуйылған балетын Өфө тамашасыһы йылы ҡабул итте. Айырыуса "Кремль балеты" театрының әйҙәүсе солисы Айҙар Шәйҙуллинға оҙаҡ итеп ҡул саптылар. Ул "Аҡҡош күле", Щелкунчик", "Дон Кихот",
       "Наполеон Бонапарт" балеттарында төп партияларҙы башҡара. "Руслан һәм Людмилала" Айдар Шәйҙуллин Ратмир образында
       бейене. Күп кенә тамашасылар был спектаклгә тағы бер тапҡыр
       яҡташыбыҙ, Рудольф Нуреев исемендәге Өфө хореография училищеһы сығарылыусыһының сығышын ҡарар өсөн килеүен белдерә. Ул училищены 1995 йылда бик яҡшы билдәләренә генә т амамлаған.
       Бейеүсенең таланты, сәхнә өсөн яратылған йөҙ - ҡиәфәте, тәбиғәттән килгән еңел һөйәклелеге һәм актерлыҡ темпераменты
       уға онотолмаҫлыҡ образдарҙы башҡарырға мөмкинселек бирә.
       - Айҙарҙың техникаһы яҡшы, ул партнершаһын еңел күтәрә. Б ик шәп бейеүсе. Үҙенең пластикаһы меәнн Рудольф Нуреевты хәтерләтә. Көнсығыш темпераменты үҙенекен итә, - ти уның тураһында Андрей Петров.
       Әйткәндәй, Айҙар Шәйҙуллин күптән түгел Башҡортостандың
       атҡаҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ булды.
       Белешмә өсөн. "Кремль балеты" театрына 1990 йылда билдәле
       рус хореографы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Петров нигеҙ һала. Театр Мәскәү Кремле территорияһында, Дәүләт Кремль Һарайы бинаһында урынлашҡан. Театрҙың художество кредоһы - балет сәнғәтенең классик йолаларын ижади үҫтереү.
       "Кремль балеты" репертуарында М. Петип, А. Горский, Л. Иванов ҡуйған спектаклдәр менән бер рәттән заман хореографтары - Ю. Григорович, В. Васильев, А. Петров ҡуйған балеттар ҙа бар. Спектаклдәрҙе биҙәүҙә алдынғы сәхнә
       рәссамдары Станислав Бенедиктов һәм Ольга Полянская,
       Марина Соколова һәм Борис Месессер, Виктор һәм Рафаил Вольскийҙар, Владимир Арефьев һәм Борис Краснов ҡатнаша.
       Балет солистары һәм артистары үҙ оҫталыҡтарын данлыҡлы рус балеринаһы, СССР - ҙың халыҡ артисткаһы Екатерина Максимова етәкселегендә камиллаштыра. Театрҙың педагогтары араһында Р әсәйҙең халыҡ артисткаһы Нина Семизорова, атҡаҙанған артистар Наталья Архипова, Андрей Кондратов, Владимир Кошелев һәм Вадим Кременский, шулай уҡ Людмила Чарская, Владимир Рыжов та бар. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре - "Кремль
       балеты" солистары - бер нисә тапҡыр Халыҡ - ара балет конкурстары лауреаттары һәм дипломанттары исеменә лайыҡ булды. "Кремль балеты" спектаклдәрен үҙебеҙҙең һәм сит ил
       тәнҡитселәре юғары баһалай. Труппа йыш һәм уңышлы гастролдәр ойоштора.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал