6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Рәсәй һәм Башҡортостан: килешеүҙе боҙмайынса, тыныслыҡта көн итәбеҙ
27.06.06


       - Беҙҙең республика бөйөк тарихи дата - Башҡортостандың ү ҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығын билдәләргә йыйына. Был ваҡиға башҡорт халҡының тарихында һынылыш мәле булып тора, һәм мин бының ни өсөн икәнлеген аңлатырға
       әҙер. Әммә шунда уҡ был тарихи акттың әһәмиәте бер мәғәнәлә
       генә булмауы тураһында әйтергә теләйем, - тип һөйләй Башҡор т дәүләт университетының тарих факультеты деканы Марат Ҡолшәрипов. - Тарихсы беренсе сиратта объектив булырға тейеш , шуға күрә Рәсәй составына инеүҙең ыңғай мәлдәрен генә түге л, уның негатив эҙемтәләре хаҡында ла иҫкә төшөрөп үтергә теләйем.
       Рус дәүләте һәм Башҡортостан араһында мөнәсәбәт килешеү
       нигеҙендә һалына. Башҡорттар рус подданныйлығын үҙ ирке менән ҡабул иткән, тигән фекер киң таралыу тапҡан. 1557 йылд а арҙаҡлы башҡорттар - бейҙәрҙән (ҡайһы берҙә хатта кенәз ти п аталыусы башҡорт феодалдары) торған делегация Иван Грозный ҡ аршыһына баҫа һәм үҙҙәренә күп төрлө хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәр в әғәҙә итеүсе "хоҡуҡ (жалованный) грамотаһы" ала, тип һанала. Улар, үҙ сиратында, батша хөкүмәтенә һалым - яһаҡ түләү йөкләмәһен ала. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ике яҡҡа ла отошло булған килешеү мөнәсәбәттәре булдырыла. "Батша яғы" б ашҡорттарҙың аҫаба ерҙәргә хоҡуғын таный, улар быуындан быуынға тапшырылырға тейеш була. 1917 йылға тиклем аҫаба хоҡуғы юридик йәһәттән һаҡланыла һәм халыҡ тарихында үҙенсәлекле эҙ ҡалдыра. Башҡорттарға ергә эйә булыуҙан тыш, уны типтәрҙәргә файҙаланыуға биреп, табыш алыу ҙа отошло була. Минең иҫәпләүемсә, башҡорттарға ергә идара итеү хоҡуғы
       биреү - Башҡортостандың Рәсәй составына мәжбүри индерелеүе тураһындағы дәлилдәрҙе юҡҡа сығарыусы төп аргумент булып тора.
       Рәсәй подданныйлығын ҡабул иткәнгә тиклем Башҡортостан территорияһының өс өлөшкә бүленеүен билдәләргә кәрәк. Төньяҡ - көнбайыш өлөшө Ҡазан ханлығына, төньяҡ - көнсығыш -
       Себер ханлығына буйһона, үҙәктә нуғай феодалдары хакимлыҡ итә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Башҡортостан һәр ваҡыт
       феодаль һәм үҙ - ара ыҙғыштар өсөн объект ролен үтәй. Бынан ,
       беренсе сиратта, әлбиттә, халыҡ зыян күрә. Уның ҡарауы Рәсә й составына ингәс, башҡорттар берҙәм этник территория сиктәрендә тупланыу мөмкинселегенә эйә була. Подданныйлыҡ
       ҡабул итеү һөҙөмтәһендә күп урындарҙа феодаль дошманлыҡ туҡтатыла һәм башҡорт ерҙәрендә сағыштырмаса татыулыҡ һәм
       тыныслыҡ хөкөм һөрә башлай.
       Бынан тыш батша хөкүмәте башҡорттарҙың диненә ҡыҫылмаҫҡа һ әм урындағы үҙидара системаһын (башында бей йәки старшина то рған волость) һаҡларға вәғәҙә бирә.
       Башҡорттар түләгән яһаҡ - башҡорттарҙың аҫаба хоҡуҡтарына гарантия булып сығыш яһаусы айырым һалым. Өҫтәүенә улар тәхеткә тоғро ҡалырға һәм Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡларға, йәғни хәрби хеҙмәт үтәргә һәм барлыҡ һуғыштарҙа ла
       ҡатнашырға тейеш була.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең тағы бер ыңғай яғы булып Көньяҡ Уралды иҡтисади үҙләштереү -
       көтөүлек ерҙәрен ҡыҫҡартыу, ултыраҡ тормошҡа күсеү тора. Өҫтәүенә рус мәҙәниәте, край тарихын өйрәнеү башҡорттарҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Ун һигеҙенсе - ун туғыҙынсы быуаттарҙа Уралда донъяуи мәктәптәр, әйтәйек, Ырымбурҙа
       Неклюев исемендәге кадеттар корпусы, барлыҡҡа килә башлай. Был рус - башҡорт мәктәптәре асылыу, фольклорҙы өйрәнеү һәм
       рус мәҙәниәте аша донъяның мәҙәни мираҫ менән танышыу ваҡыты.
       Әммә Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең негатив эҙемтәләре хаҡында ла оноторға ярамай, сөнки улар шулай уҡ
       тарихтың айырылғыһыҙ өлөшө. Беҙ Рәсәйҙең ул ваҡытта самодержавие ҡоролошло феодаль дәүләт булыуын яҡшы
       хәтерләйбеҙ, шуға күрә башҡорттарға ҡарата ла колониаль сәйәсәт үткәрелә. Аяныс, әммә факт: Рәсәй һәм Башҡортостан араһындағы мөнәсәбәттәргә диндәрҙең тап килмәүе ҡамасаулай. Христиан сиркәүе мосолмандарҙы суҡындырырға тырышып ҡарай. Быға өҫтәп ун етенсе йылдың икенсе яртыһында килешеү шарттарын боҙоу, башҡорт ерҙәрен шәхси биләмәләр, завод һәм сиркәүҙәр төҙөү өсөн файҙаланыу башлана. Батша хөкүмәте халыҡтың сәйәси үҙаллылыҡҡа хоҡуғын танырға теләмәй. Һөҙөмтәлә баш күтәреүҙәр барлыҡҡа килеүе аңлашыла. Башҡорттар араһында азатлыҡ хәрәкәттәре башлана.
       - Тарих - ул беҙҙең йылъяҙма, еңеү һәм еңелеүҙәр сиратлашы уы. Ул бер үк тырмаға ҡабат баҫмаҫ, барыһын да хәтерҙә тотоп ,
       дөрөҫ һығымталар яһау өсөн кәрәк, - ти Марат Мәхмүт улы. - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составна инеүенә 450
       йыл тулыу датаһы беҙҙең республика өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Ни өсөн Сөнки хәҙер беҙ бергә. Инде күп быуаттар дауамында. Ә халыҡ аҡылы үткәндәге хаталарҙа сыныға. Шуға күрә байрам алдынан барыбыҙға ла ата - бабаларыбыҙҙың негатив тәжрибәһен ҡабатламауҙарын һәм килешеү мөнәсәбәттәрен, бер - берең алдындағы йөкләмәләрҙе боҙмауҙарын теләйем. Шул саҡта ғына бөгөн айырыуса кәрәкле булған тыныслыҡ һәм татыулыҡ һаҡланасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал