6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Асылабыҙ
26.06.06


       "Беҙ асылдыҡ!" - "Мы открываемся!" - ғәҙәттә төрлө бутик йәки сауҙа үҙәктәре ошондай ҡыуаныслы иғлан менән донъя күрә . Һәм "Ысынбарлыҡҡа әйләнеүе мөмкин булған виртуаль сәйәхәт" исеме аҫтындағы эксклюзив проекттың стартҡа баҫыуынан һуң, "БАШвестЪ" гәзите асыштар аҙналығын дауам итә - һеҙҙе
       даимиға әйләнеүе ихтимал булған ике рубрика премьераһы көтә . Йола буйынса, журналистың тәүге хәстәре - сәбәп булһа л а,
       булмаһа ла, ҡыҙыҡһыныпмы йәки яуап алырға кәрәк булғаны өсөн генәме һорау биреү. Әлегә тәүге исеме "Смыслоформы" тип алынған үҙенсәлекле яңы бүлектә беҙҙең әңгәмәселәребеҙ кем булыуына ҡарамаҫтан: сәйәсмәнме ул ғалиммы, ир - атмы әллә ҡатын - ҡыҙмы, билдәле кешеме әллә түгелме - уларҙың асыҡ һәм йәшерен уй - фекерҙәре менән таныша аласаҡһығыҙ. Ә инде темаларҙың - көнүҙәк, һорауҙарҙың - ҡыҙыҡлы, яуаптар
       - тос, ә һығымталарҙың - әһәмиәтле булыуын беҙ үҙ өҫтөбөҙгә
       алабыҙ. Шулай итеп башта йөҙгә - йөҙ, һуңынан - уҡыусылар
       менән осрашыуҙар көтә.
       Ә "ПроЯвления" бүлеге республика, Рәсәй һәм хатта донъя күләмендәге ваҡиғаларға автор фекере - комментарийҙары өсөн ҙур киңлеккә әйләнергә вәғәҙә итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал