6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Виталий Мартынов: наркотиктар менән һатыу иткән өсөн 25 йылға йәки ғүмерлеккә ултыртырға кәрәк
26.06.06


       Бөгөн - Халыҡ - ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө. Был да та донъяла 1987 йылдан башлап билдәләнә. Беҙҙең хәбәрсе ошо дата алдынан РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы
       начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Виталий Мартынов менән әңгәмәләшә.
       - Виталий Васильевич, һеҙ башҡорт наркоконтроленең операти в - эҙләү эшмәкәрлегенә етәкселек итәһегеҙ. Наркополицияның һөнәри кимәле тураһында нимә әйтергә була Билдәле булыуынса, БР Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә дәүләт хеҙмәтенә кандидаттарға ҡарата талаптарҙы көсәйтеү айырым
       урын биләй.
       - Миңә наркотиктарҙы контролдә тотоу ойошмаһын төҙөүҙә ҡатнашырға тура килде. Һәм беҙҙең ведомствола беренсе көндән
       башлап кандидаттарҙы һайлауға бик етди ҡараш билдәләнде. Коллектив башлыса ул ваҡытта бөтөрөлгән һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәренән төҙөлдө, әммә аҡрынлап беҙ уларҙы милиция х еҙмәткәрҙәренә алмаштырҙыҡ. Һалым йыйыусылар алдында икенсерәк бурыстар ҡуйылыуы аңлашылалыр. Ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһы берҙәре эшенән китте - быға беҙҙең тәүлегенә 1 2 - 14 сәғәт эшләүебеҙ йоғонто яһағандыр, бәғзеләре был эштә үҙҙәре теләгән бейеклектәргә күтәрелә алмаясағын аңланы, сөнки күпселектең белеме юридик түгел, ә иҡтисади, өҫтәүенә
       Эске эштәр министрлығы эрәгһендә һалым енәйәттәренә ҡаршы к өрәш буйынса идаралыҡ булдырылды - күптәр унда күңеленә яраған эш тапты. Милиционерҙар иһә наркотиктарға ҡаршы көрәш буйынса нығыраҡ әҙерлекле. Республиканың эске эштәр министры Рафаил Диваев та был йәһәттән беҙҙе хупланы:
       наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше һәм енәйәттәрҙе тикшереү б үлектәренең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бирҙе: төп төркөм улар иҫәбенән барлыҡҡа килде лә инде: күпселеге юғары юридик белемле офицерҙар. Һәм енәйәттәр донъяһы бер урында тормаған кеүек, беҙ ҙә бер урында тапанмайбыҙ, камиллашыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
       - Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан наркотиктарға ҡаршы көрәштә файҙаланылған алымдар тураһында: уларҙың һөҙөмтәлелеге ниндәй кимәлдә
       - Улар йөҙ процент һөҙөмтә бирә тип әйтә алмайым: сөнки наркотиктар бөтөрөлмәне, әлегә уны тамырынан йолҡоп ташлай
       алмайбыҙ. Һәм беҙ оператив - эҙләү эшмәкәрлеге тураһында законға ярашлы эш алып барабыҙ. Наркотиктар һатыу менән шөғөлләнеүселәрҙең консультантына әйләнмәҫ өсөн мин был хеҙмәттең алымдарын асырға теләмәҫ инем.
       - Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн айырыуса йыш ҡулланылған ысулдарҙың береһе - "контроль һатып алыу" булыуы  сер түгел. Һәм быға бәйле бер һорау тыуа: ә бындай алым хоҡ уҡ һаҡлаусылар яғынан провокация булмаймы һуң Улар бының менән кешене енәйәткә этәрмәйме Һеҙҙең фекер.
       - Бында бер ниндәй ҙә провокация юҡ: һатыу итмә - ул саҡт а
       төрмәлә лә ултырмаясаҡһың! Теләгең бар икән, һағыҙ һат, һыр а һат, ә наркотиктар менән сауҙа итеү закон буйынса тыйыла, һәм был турала барыһына ла мәғлүм. Беҙ бер кемде лә мәжбүр итмәйбеҙ, ҡулдарын шаҡарып "Наркотик һат!" тип ҡысҡырмайбыҙ.
       Сара күреү алдынан кешенең наркотиктар һатыуҙа тотҡан урыны тураһында мәғлүмәттәр йыйыла. Ә "контроль һатып алыу" алымы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡабул ителгән законда ҡаралған, йәғни беҙ закон сығарылыусыларҙың теләген үтәйбеҙ.
       - Һеҙҙең агентура селтәре ни тиклем үҫешкән
       - Беҙ был йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ. Махсус аппаратҡа үҙ ирке буйынса беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдереүсе кешеләр инә. Улар наркотиктарға ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индерә. Һәм бында ла беҙ закон сиктәрендә, Рәсәй һә м БР прокуратураһы күҙәтеүе аҫтында эшләйбеҙ: улар беҙҙе контролдә тота, тикшерә, йүнәлеш бирә, хаталарға күрһәтә - б ыға уларҙың хоҡуҡтары бар.
       - Бер ваҡыт наркоконтроль хеҙмәтенең бағланған өмөттәрҙе һә м бүленгән средствоны аҡламауы, асыҡланған енәйәттәр һәм тартып алынған наркотиктар күләме буйынса Эске эштәр министрлығының унан алданыраҡ барыуы тураһында хәбәр ишетергә тура килде.
       - Һеҙҙең мәғлүмәттәр иҫкергән, күрәһең. Байтаҡ күрһәткест әр буйынса беҙ күптән инде Эске эштәр министрлығын артта
       ҡалдырҙыҡ - ҡыҙыҡһынһағыҙ, статистика менән танышырға мөмкин, ул алдарға юл ҡуймаясаҡ. Ә бит беҙҙең хеҙмәткә ни бары өс йыл, ә милицияға - 200 йылдан артыҡ. Башҡортостан
       наркоконтроле тураһында һүҙ йөрөткәндә, Волга буйы федераль
       округында беҙ ике йыл дауамында беренсе урында киләбеҙ, ә Рәсәй буйынса иң һөҙөмтәле эшләүсе утыҙ ойошма иҫәбенә инәбеҙ. Минең иҫәпләүемсә, был ярайһы уҡ яҡшы күрһәткес.
       - Йәғни, һеҙҙең ведомствоны бөтөрөү тураһында һүҙ ҙә булы уы мөмкин түгел
       - Юҡ, әлбиттә.
       - Күптән түгел биргән интервьюларының береһендә һеҙҙең начальник Валерий Кокин наркомандар ҡылған енәйәткә түгел, ә
       наркотиктар ҡайтарыу һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе криминаль
       төркөмдәрҙе асыҡлауға баҫым яһарға кәрәк тип белдергәйне. Әммә ысынбарлыҡта икенсерәк килеп сыға, шул уҡ "сиған ихаталарын" ғына алайыҡ...
       - Ниңәлер бер кем дә иғтибар бирмәй, ә ҡайһы бер сиған ғаиләләре республиканан Һамар өлкәһенә сығып китте - әммә беҙ уларҙы барыбер табасаҡбыҙ. Һәм тағы ла, сиған проблемаһы
       тураһында һөйләйбеҙ икән, наркотик һатыусылар араһында урыҫтар күберәк.
       - Шулай ҙа "сиған ихаталарына" әйләнеп ҡайтһаҡ... Һеҙ эш алып барыла тиһегеҙ, әммә халыҡ наркотиктар менән сауҙа итеү
       нисек булған, шулай дауам итеүен күрә бит.
       - Урамда 1937 йыл түгеллеген иҫәпкә алығыҙ. Ул ваҡытта Иванов Сталин тураһында насар итеп әйтте, тигән анонимка буйынса ун йылға ултырырға мөмкин булған. Бөгөн бындай хәл мөмкин түгел, тәбиғи. Һатыу итеүсене төрмәгә оҙатыу өсөн оҙайлы һәм мәшәҡәтле эшләргә кәрәк. Кешене ҡулға алып ғәйепләү белдереүе ябай эш түгел. Ә инде ҡулға алабыҙ икән, беҙҙең иҫбатлауҙар судьяла ла, прокурорҙа ла шик тыуҙырырға тейеш түгел. Башта беҙ кеше тураһында тулы мәғлүмәт йыябыҙ -
       бөгөнгө көндә беҙҙең хеҙмәттә мең ярымға яҡын наркотик һатыусы иҫәптә тора. Һәм беҙ ваҡ сауҙәгәрҙәр менән генә
       шөғөлләнмәйбеҙ. Күптән түгел Салауат ҡалаһында оҙайлы ваҡыт
       буйына республикаға Ырымбурҙан героин ташыусы төркөмдөң эшмәкәрлеген туҡтаттыҡ. Эш буйынса утыҙға яҡын кеше үтә, улар араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, погонлылары ла бар. Ә сиғандарға килгәндә, беҙ ҡала хакимиәтенә уларҙың коттедждары ниндәй аҡсаға төҙөлөүен тикшереү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаныҡ.
       - Судтар тарафынан наркотик менән һатыу итеүгә бәйле "йомшаҡ хөкөмдәр" проблемаһы тураһында ла ишетелә.
       - Бер грамм наркотик менән тотолған наркоманды, ауырыу кешене нисек тә аҡлап булыуын, уға шартлы хөкөм сығарыуҙы аңларға мөмикн. Әммә героин һатыусы адвокатҡа нисек итеп
       шартлы хөкөм сығармаҡ кәрәк! Бындай хәл беҙҙә өсөнсө йыл
       булды - 250 грамм наркотик һатҡан өсөн шартлы рәүештә өс йылға хөкөм сығарылды. Минең шәхси фекерем - яза енәйәткә
       тап килергә тейеш. Наркотиктар менән һатыу иткән өсөн 25 йы л бирелһен ти. Шул саҡта бер йылдан беҙҙә наркотик һатыусы ҡалмаясағына иманым камил. Һәм телевизорҙан ҡайһы бер ваҡытта булһа ла боевик урынына реаль суд ултырыштарын күрһәтһәләр, наркотик һатҡан өсөн, әйтәһек, Иванов Иван
       Иваныч 20 йылға хөкөм ителеүе тураһында әйтелһә, бер йылдан
       илдә тулыһынса тәртип булыр ине.
       - Әммә бөгөнгө практика талаптарҙы көсәйтеүгә йүнәлеш алыныуын күрһәтә.
       - Эйе, бына "уртаса бер тапҡыр файҙаланыу дозаһы"
       тураһында ҡарар бөтөрөлгән өсөн беҙҙең хөкүмәткә рәхмәт. Әммә мин үҙем, ғөмүмән, кешенең кеҫәһендә героин туҙаны табылған осраҡта ла ултыртырға мөмкин тип һанайым. Тоталь күҙәтеүгә саҡырмайым, юҡ, әммә накроконтроль һәм милиция көсө менән генә был проблеманы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. Бергәләп шул уҡ наркотик менән һатыу итеүсенең аяҡ аҫтында е р яныуына килтерһәк, шул саҡта ғына реаль һөҙөмтәгә өмөт итә аласаҡбыҙ. Наркомания проблемаһы тураһында бөгөн, 26 июндә г енә түгел, ә тәүлегенә 25 сәғәт һөйләргә кәрәк. Ә иң яҡшы профилактика - язаның ҡотолғоһоҙлоғон белеү. Был минең һүҙҙә р түгел, Лениндыҡы.
       - Ә нисек итеп граждандарға һеҙҙең менән бәйләнешкә инерг ә мөмкин "Ышаныс телефоны" буйынсамы
       - Беҙгә шылтыратыуҙар йыш булып тора, уларҙың барыһы ла раҫланмай, әлбиттә, әммә эш алып барыла. Үткән йылда беҙ ошо
       шылтыратыуҙар нигеҙендә утыҙҙан ашыу енәйәт эше астыҡ, быйыл уларҙың һаны 15 тирәһенә етте.
       - Беренсе июлдә һеҙҙең хеҙмәткә өс йыл...
       - Быға бәйле коллегаларыма иң изге теләктәремде еткерәм. Еңел булмаған хеҙмәттә уларға уңыштар һәм түҙемлек юлдаш булһын.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал