6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Статистика

Рәсәйҙә эльф һәм гоблиндар юҡ
19.12.03


       3 декабрь көнө Мәскәү "ИнтернетМедиаКом" (ИМК) компанияһы ның матбуғат үҙәгендә 2002 йылдың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен ал ыу һөҙөмтәләренә арналған телекүпер үтте. Унда башлыса төбәк
       журналистары ҡатнашты. Матбуғат конференцияһы "Рәсәйлеләр к ем ул" тигән исем аҫтында үтте. Журналистарҙың һорауҙарына РФ Милли сәйәсәт һорауҙары буйынса министр Владимир Зорин һә м Рәсәйҙең Халыҡты иҫәпләү идараһы начальнигы Людмила Ерошин а яуап бирҙе.
       Владимир Зорин йыйылыусыларҙың хәтеренә халыҡ иҫәбен алы уҙың төп һөҙөмтәләрен төшөрөп үтте. Рәсәй Конституцияһына ун
       йыл тулғанда был документтың йәмғиәткә индергән үҙгәрештәре н билдәләү айырыуса ҡыуаныслы тине ул. Билдәле булыуынса, РФ
       Конституцияһының 26 - сы статьяһы һәр кешенең милләтен үҙа ллы билдәләү хоҡуғы булыуын раҫлай. Һәм был норма тулыһынса
       тормошҡа ашты. Милләт тураһындағы һорауға 800 - ҙән ашыу тө р яуап бирелгән. Дөрөҫ, ниндәй халыҡҡа ҡарайһың тигән һорауғ а ғына ла 160 - ҡа яҡын яуап бирелгән һәм ҡайһы бер вариант тар - эльф, гоблин, печенег, половец кеүек яуаптарҙы етди т ип әйтеп булмай, әлбиттә. Хәйер, был һөҙөмтә лә Рәсәйгә до нъяның иң күп милләтлелеген раҫлай. Быға тиклем "Башинформ" агентлығында үткән Урал - Волга буйы халыҡтары проблемаларын а арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашҡанында Владимир Зорин Рәсәйҙә йәшәгән иң аҙ һанлы милләткә лә юҡҡа сығыу яна май тип билдәләгәйне.
       Мәскәүҙә журналистар менән осрашыу ваҡытында министр имми грация кимәле буйынса Рәсәйҙең бөтә донъяла өсөнсө урынға сы ғыуын әйткәйне ( йылына уртаса 800 мең кеше). Владимир Зорин
       элек Рәсәйгә башлыса ҡасаҡтар килһә, хәҙер иһә беҙҙең ил юғ ары эш хаҡы менән дә йәлеп итеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Был иҡт исади үҫешкә бәйлелеге сер түгел.
       Людмила Ерошина үҙ сиратында илдә белем биреү кимәле үҫеш енә иғтибар бирҙе. Әгәр 1989 йылда халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын а Рәсәйҙә 15 йәштән олораҡ мең кешегә 113 кеше юғары белемле
       булһа, хәҙер был һан 160- ҡа еткән. Айырыуса ауыл халҡының белемгә ынтылыуы күҙгә ташлана тип билдәләне ул.
       Төбәк журналистарын үҙ тыуған яҡтарында хәл торошо ҡыҙыҡһ ындыра, әлбиттә. Мәҫәлән, Архангелдән поморҙар һанына ҡағылы шлы һорау килде. Быға Владимир Зорин рус халҡы составында бы л милли төркөм һаны 6524 тәшкил итә тип яуап бирҙе. Коми Рес публикаһынан бирелгән коми - пермяк халҡы яҙмышы хаҡындағы һ орауға Владимир Зорин был халыҡтың телен һәм мәҙәниәтен һаҡл ап ҡалыу өсөн социаль - иҡтисади гарантия булып тороусы док умент әҙерлек стадияһында тип яуапланы. Рәсәй мәктәптәрендә уҡытыу 86 телдә алып барыла ( 15 йыл элек кенә был һан ике т апҡыр аҙыраҡ - 44 ине). Гәзит - журналдар 69 телдә баҫыла.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал