6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфө ҡыҙы "Мисс Почта" исемен яуланы
26.06.06


       Айырым һөнәргә бәйле матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн с ибәр булыу ғына етмәй, аҡыллы һәм талантлы булыу ҙа мотлаҡ. Өфөлә, Профсоюздар йортонда үткән Бөтә Рәсәй "Мисс Почта" ма турлыҡ конкурсының төбәк этабы был хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр раҫланы. Унда быйылғы йылдың май айында үткән һайлау турында еңеү яулаған 20 - 25 йәшлек туғыҙ конкурсантка ҡатнашты.
       Конкурсты Федераль почта элемтәһе идаралығы - "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре рескомы ойошторҙо. Бындай сара икенсе т апҡыр үтә, һәм, тамашасылар таныуынса, көтөлгәндән дә яҡшыраҡ ойошторолоуы менән айырылып торҙо. Сәхнәне биҙәүҙе г енә алайыҡ. Төрлө төҫтәге шарҙарҙан эшләнгән гирляндаларға ө йрәнеп тә бөттөк инде, әммә бында уларҙан тотош гөлләмәләр э шләргә лә иренмәгәндәр. Быға тағы конкурс исеме яҙылған бик матур панно һәм видеоэкранды ла өҫтәһәк...
       Жюри рәйесе, Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры
       Альберт Дүсәлимов әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыусылар - почтаның яңы йөҙө ролен үтәй, йәштәр заман менән бергә атлай
       һәм яңы технологияларҙан ҡурҡып тормай, итне ул. Өҫтәүенә ҡыҙҙарҙың күбеһе үҙҙәренең уңышлы сығышында шикләнмәүен белдерҙе, был уларға барлыҡ йөкләмәләрҙе лә яҡшы башҡарып
       сығырға ярҙам иткәндер, моғайын.
       Конкурс Рәсәй почтаһы көнө алдынан үтте, үҙ байрамдарын почта тармағы хеҙмәткәрҙәре туғыҙынсы июлдә билдәләй, был да
       сараға айырым байрам төҫө өҫтәне. Залда күпселек ҡатын - ҡы ҙ йыйылыуына аптырарға кәрәкмәй, сөнки почтала эшләүсеәлрҙе ң 90 процентын ҡатын - ҡыҙҙар тәшкил итә.
       Конкурс һынауҙары башлыса дәғүәселәрҙең ижади һәләттәрен һәм һөнәри оҫталыҡтарын асыуға йүнәлтелде. Унда йолаға инеп өлгөргән "Визитка", "Зирәклек" һәм "Таланттар" конкурсы ойошторолдо.
       Беренсе булып сәхнәгә Белореттан килгән Екатерина Гулаг сыҡты. Ҡыҙ шиғырҙар яҙыу менән мауыға, шуға күрә үҙе тураһында ул шиғыр юлдары аша һөйләне. Күмертау ҡыҙы Айгөл М уллағолова ла хыялдарға бирелергә ярата икән. Ә Анфиса Ҡорманғәлиева (Белорет) "Анфиса мөғжизәләр илендә" тигән әкиәт бәйән итте, уның фекеренсә, мөғжизә - ул яңы
       хеҙмәтләндереү төрҙәре: экспресс - почта, "КиберПочта", "КиберДеньги" һәм башҡалар. Конкурста ҡатнашыусы берҙән - бер өфөлө Наталья Сарычева үҙен эшлекле стиль кәүҙәләнеше итеп күрһәтте. Талбазынан килгән Екатерина Парамоноваға уның хеҙмәттәштәре әүҙем ярҙам ҡулы һуҙҙы. Нефтекама сибәре Ольга Паршакова башҡорт ҡыҙҙары бейеүен башҡарҙы.
       Конкурсанткаларҙың тәүге сығышы тамашасыларҙа тулҡынланыу т ойғоһо тыуҙырҙы: "Һуң был һылыуҡайҙар араһынан нисек итеп иң
       яҡшыһын һайларға мөмкин Һәр береһе үҙенсә сибәр бит". Әммә "Таланттар конкурсы" барыһын да хәл итте. Ҡыҙҙар араһында иң оригиналдәре тип Наталья Сарычева һәм Ольга Паршакова табылды. Беренсеһе барыһын да үҙенең "сиған" номеры менән хайран ҡалдырһа, икенсеһе - күҙ алдында балаға "әүерелеп" тамашасыларҙы әсир итте. Улар төп титулдарҙы яуланы ла инде: Наташа "Мисс Почта", ә Оля - "Вице - мисс" т ип иғлан ителде.
       Әммә ҡатнашыусыларҙың ҡалғандары ла наградаһыҙ ҡалманы. У лар төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы: Анфиса Ҡорманғәлиева -
       "Тамашасылар һөйөүе призы", Екатерина Гулаг - "Иң ҡупшы мисс", Уралиә Ғәббәсова (Мәләүез) - "Мисс үҙенсәлек", Юлиә Некрасова ( Бәләбәй) - Иң мөләйем мисс", Екатерина Парамонова - "Мисс Грация", Оксана Гәрәева (Үрге Йәркәй) - "Мисс Стиль", Айгөл Муллағолова (Күмертау) - "Мисс Йылмайыу" . Ҡыҙҙарҙың һәр береһенә сәскәләр һәм төрлө бүләктәр тапшырылды. Иң ҙур бүләк - йорт кинотеатры, DVD - проигрыватель һәм кеҫә телефоны.
       Наталья Сарычева Өфө почтамтында элемтә технигы, ә уның коллегаһы Ольга Паршакова - Нефтекама почтамтында эшләй. Улар быйылғы йылдың көҙөндә Волга буйы федераль округы
       ҡалаларының береһендә үтәсәк округ этабында Башҡортостан
       почтаһы намыҫын яҡлаясаҡ. Һуңғы этап Мәскәүҙә үтәсәк һәм
       "Рәсәйҙең Почта һылыуҡайын" асыҡлаясаҡ.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал