6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Даланһыҙ" клуб асыҡланды
26.06.06


       Урал зонаһында волейбол буйынса Рәсәй кубогының башланғыс этабы тамамланды. Алты клуб берҙән - бер "даланһыҙҙы" асыҡланы. Салауат ҡалаһының "Нефтехимик" командаһы һуңғы урынды биләне, йәғни уның өсөн ярымфиналға юл ябыҡ. Валерий Багметовтың клубы беренсе турҙы өйҙә үткәреүенә ҡарамаҫтан, туғыҙ тапҡыр еңелеү кисерҙе һәм бер тапҡыр ғына еңеү яуланы.
       Беренсе урында "Прикамье" (Пермь) клубы - был коллектив,
       башҡаларҙан айырмалы рәүештә, төп составта сығыш яһаны. Икенсе урында - "Нефтяник Башҡортостана". Өфөлөләр пермяктар кеүек үк һигеҙ тапҡыр еңде, әммә улар төньяҡ - көнбайыш күршеләргә партиялар айырмаһы буйынса бирешә. Өсөнсө урын - "Локомотив - Изумруд (Екатеринбург) клубында. Улар ун матчта ете тапҡыр еңеү яуланы. Дүртенселә - "Нефтяни к Башҡортостана" коллективының фарм - клубы "Энергетик - Башнефть" (дүрт еңеү).
       Алтынсы урынға һәм Рәсәй кубогы ярымфиналына путевкаға ТНК - ВР (Ырымбур) клубы лайыҡ булды. Башта был команда киләһе раундҡа сығырға дәғүә итмәй ҙә ине, әммә артабан улар
       өсөн реаль мөмкинселек барлыҡҡа килде - Салауаттан килгән "Нефтехимик" командаһының уйыны кимәле буйынса артыҡ түбән булды. Ырымбур волейболсылары көсһөҙләнгән башҡорт коллективын ике тапҡыр артта ҡалдырыуға иреште.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал