6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Кристовский һәм Шахрин, үҙҙәре лә белмәйенсә, попсаға ҡаршы сығыш яһаны
23.06.06


       Ике Владимир - Кристовский һәм Шахрин - алама егеттәр түг ел, күрәһең. Йонсоу дүшәмбе менән ямғырлы шишәмбене генә хәтергә төшөрөгөҙ: "Уматурман" һәм "Чайф" төркөмдәренең ижадын яратыусылар өшөп - туңырға әҙерләнде, концерт асыҡ
       майҙанда, Ҡашҡаҙан күле эргәһендәге паркта үтергә тейеш ине . Тик юҡ: тәғәйенләнгән көнө - кесаҙна - заказ биргән кеүек,
       күк
       йөҙө асылды, йондоҙҙар үҙ программаһын тыныс күңел менән уйнай алды, ә тамашасыларға ҡулсатырҙар менән дә ҡоралланырға тура килмәне.
       Тыныс тигәс тә, был күсмә мәғәнәлә әйтелә, әлбиттә.
       Ысынбарлыҡта иһә кис бик күңелле һәм шау - шыуға бай булды.
       Айырыуса концерттың ике "мобиль" компания - "Евросеть" һәм LG"" тарафынан ойошторолоуын иҫәпкә алғанда.
       Ике команда ла ("Чайф" һәм "Уматурман") Өфөлә тәүге тапҡы р түгел - ә Шахрин иһә үҙен бөтөнләй "ерле халыҡ вәкиле" тип танытты - шуға күрә кисәнең "үҙебеҙҙекеләрсә" үтеүе бер кемде лә аптыратманы. Ике Владимир ҙа номерҙар араһында
       тамашасылар менән аралашыуҙан баш тартманы, ә концертҡа тиклем ике сәғәт алдан улар матбуғат вәкилдәре менән һөйләшт е һәм үҙ сығыштары менән попсаға һуғыш иғлан итеүҙәрен ишетеп бик ныҡ аптырашта ҡалды. Һәр хәлдә журналистарға таратылған релиздарҙа шулай тип яҙылған ине. Үҙен поп - музы ка уйнаусы тип иғлан иткән "Уматурман" лидеры бөтөнләй ҡыҙыҡ лы хәлдә ҡалды.
       - Мин бындай исем аҫтындағы турҙа ҡатнашыуыбыҙ тураһында тәүгә ишетәм, - тип елкәһен тырнаны Кристовский.
       Уның аҙашы ла попсаға ҡаршы булмауы хаҡында белдерҙе.
       - Кемгә ҡаршы көрәшергә һуң Трусикта ғына сәхнәлә һикереүсе ҡыҙҙарға ҡаршымы Һуң улар матур бит, - тип белдерҙе Шахрин. Ә етди әйткәндә, көрәшеү - беҙҙең эш түгел. Беҙҙең эш - попсаға үҙебеҙҙең шөғөлдө ҡаршы ҡуйыу.
       Артабан "Чайфтың" лидеры үҙенең ижади юлда ниндәй этаптар
       үтеүе тураһында бәйән итте. Популярлыҡ яулауҙың миңә билдәле өс юлы бар, тине ул: финанс ( "барыһына ла мәғлүм"), енси ( "тәнеңде сифатлы файҙалана белеү") һәм "яҡшы йыр яҙыу
       (был үҙе тураһындалыр, моғайын).
       - Беҙ, тәбиғи, тәүге ике юлы менән файҙаландыҡ, - тип шая ртты Кристовский һәм әгәр ҙә музыка булмаһа, үҙе өсөн футбол
       йәки автомобиль уҙышын һайлау теләген белдерҙе. Ә уның хеҙ мәт
       исемлеге бәләкәй түгел: парикмахерлыҡҡа ла уҡый, иретеп
       йәбештереүсе була, эшҡыуарлыҡта көсөн һынай, автозаправкала  оператор, хатта мәйетханала санитар булып та эшләй. Владими р Шахрин иһә үҙен музыкаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
       - Шоу - бизнеста ҡалам, - тине ул ябай ғына итеп.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал