6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Үлем менән йөҙгә - йөҙ осрашып
23.06.06


       1989 йылдың 23 июнендә Төньяҡ (Тимашев) зыярат
       территорияһында чапаевсылар Ф. И. Бабуркин, Я. П. Данилов, П. С. Сидоровтарҙың ҡәбере өҫтөндә һәйкәл асыла. Уның авторҙары - скульптор Б. Д. Фузеев, архитектор А. В. Печорки н.
       1919 йылдың туғыҙынсы июнендә 25 - се Чапаев дивизияһы полктары дошмандың ҡаршылығын еңеп, көслө һөжүмгә күсә. Степановка ауылы эргәһендә сигенеп барыусы колчаксылар ҡыҙылдарҙың разведкаһына тап була. Тигеҙ булмаған һуғышта колчаковсылар разведчиктарҙы әсиргә төшөрә һәм штабҡа алып б арырға була. Әммә штабтың сигенеүе асыҡланғас, ҡанға туҙған разведчиктарҙы ауылдың ҡәберлегенә алып баралар һәм
       йыртҡыстарса үлтерәләр.
       Бер нисә сәғәттән Чапаев дивизияһының частары Степановка
       ауылына инә. Ҡыҙылармеецтар туғандар ҡәберлегендә хөрмәтләп ерләнә. Һуңыраҡ унда обелиск ҡуйыла. 1974 йылда Богородица зыяраты биләмәләрендә сәнәғәт предприятиеһы объекты төҙөргә ҡарар ителгәс, ҡыҙылармеецтарҙың кәүҙәһе Төньяҡ зыяратҡа күсерелә. Өфө ҡала советының башҡарма
       комитеты уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында ҡарар
       сығара.
       Ҡәбер өҫтөндәге һәйкәлгә туғыҙ гранит баҫҡыс алып бара. Бейеклеге 0,7 метр булған һәйкәл нигеҙендә түбәндәге һүҙҙәр уйып яҙылған: " 1919 йылдың 9 июнендә Өфө ҡалаһын колчаксыларҙан азат итеү өсөн көрәштә башын һалған 25 - се Чапаев дивизияһы ҡыҙылгвардеецтары Ф. И. Бабуркинға, Я. П. Даниловҡа, П. С. Сидоровҡа". Унда ғүмеренең һуңғы минуттарын йәшәүсе өс ҡыҙылармеец төшөрөлгән. Образдар өҫтөндә эшләгәндә скульптор Фузев геройҙарҙың фотоларын
       файҙалана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал