6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Мәктәп сығарылыусыһы күпме тора
23.06.06


       Сығарылыш кисәһе!.. Геометрия дәреслеге өҫтөндә үлә яҙып имтихандарға әҙерләнгәндә, формулалар ятлай - ятлай барыбер уның тураһында уйлайһың. Ҡояш фекерҙе тарҡата, уҡырға ҡамасаулай. Һәм бына, ниһайәт, ул көн етте! Уҡып йонсоуҙар артта ҡалды, ә бөгөн иң шатлыҡлы ваҡиға!
       - Сығарылыш балы - мәктәп менән хушлашыу ғына түгел. Әхирәттәрем, класташтарым һәм минең өсөн был тағы ла
       оло тормошҡа аяҡ баҫыу, шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа юғары талаптарға яуап бирерлек дәрәжәлә булырға тейешбеҙ, был бик мөһим! - ти 2006 йыл сығарылыусыларының береһе Ирина. - Күлдәк ҡыйбатҡа төштө, әлбиттә. Әммә ата - әсәйем сығарылы шкисәһенең минең өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңлай.
       Һәр осорҙа ҡыҙҙар балда иң гүзәле булырға тырыша, һәм был
       егерменсе быуатҡа ғына ҡағылмай. Ә матурлыҡтың ҡиммәткә төшөүе билдәле. Тейешле көндө иҫтәре киткән йәштәштәрең алдында модалы, кәүҙәңә һылашып торған күлдәктә, матур итеп биҙәнеп - яһанып килеп баҫыу өсөн бик күп көс һалыуҙан тыш шаҡтай аҡсалы ла булыу мотлаҡ. Был ата - әсәләрҙең кеҫәһенә
       һуға, әлбиттә.
       - Ысынлап та шулай, - тип килешә тағы бер сығарылыусы Дин а. - Дөрөҫ, беҙ күлдәк тектермәнек, ә прокатҡа алдыҡ. Әммә м ин ҡәнәғәт - күлдәк иҫ киткес матур! Бындай ҡупшы кейем өс мең тирәһе тора. Атай - әсәйем мәктәптә банкет үткәреү өсөн дүрт мең бирҙе, бөҙрәхана менән матурлыҡ салоны ике меңгә төшә,
       туфлиҙар ҙа шул сама тора. Дөйөм алғанда, ун мең тирәһе кит ә. Ә инде уҡырға инер өсөн тотонолған сығым тураһында ишетер гә теләйһегеҙме Мин икенсе йыл инде репетитор менән
       шөғөлләнәм, ике академик сәғәт 800 һум тора.
       - Башҡа ҡыҙҙарҙың иҫ китмәле матур күлдәктәре янында баҙарҙан алынған пинжәк һәм юбкала ниндәй ҡиәфәттә буласағымды ата - әсәйемә аңлатыуы ҡыйын булды, - тип аһ - зары менән уртаҡлаша 17 йәшлек Гүзәл. - Ошо арҡала күпме талаш - тартыш кисеререргә тура килде! Мин сауҙа үҙәгендә б ер күлдәк күрҙем. Ул туғыҙ мең дүрт йөҙ һум тора!.. Әсәйем беҙ сығарылыш кисәһенә ул тиклем аҡса түгә алмайбыҙ тине. Бәхеткә ҡаршы, был хәлдән мине әсәйемдең әхирәте ҡотҡарҙы. Ул тегенсе булып эшләй. Беҙ туҡыма һатып алдыҡ, һәм ул миңә
       оҡшаған күлдәк тегеп бирҙе. Әммә был ваҡыт эсендә нервыларҙың ни тиклем ҡаҡшауы тураһында әйтергә лә түгел! Әхирәтемә иһә бөтөнләй кредит алырға тура килде!..
       Егеттәргә еңелерәк. Һәр кемдең килешле генә костюмы бар. Ҡыҙҙарға иһә күпкә ҡыйыныраҡ - һәр кем уларҙан ниндәйҙер
       кимәлдә мөғжизә көтә. Киске макияж (матурлыҡ салонында 350 - 400 һум), прическа ( 300 - 500 һум), маникюр һәм педикюр (
       150 һумдан), күлдәк төҫөндәге туфлиҙар ( 1500 һәм юғарыраҡ) , беләҙек, балдаҡтар, муйынса, алҡа һ. б. (уларҙың хаҡтары тураһында өндәшмәүебеҙ хәйерле).
       Ресторанға һәм тере музыкаға аҡса түкмәҫкә килешһәгеҙ, сығарылыш кисәһен мәктәп стеналарында артыҡ сығымһыҙ итеп үт кәрергә мөмкин. Ата - әсәләр фуршетҡа, уҡытыусылар өсөн гөлләмәләр, бүләктәр һәм залды биҙәүгә аҡса йыя. Байрам өйрәнелгән программа буйынса уҙа: тантана аҙағында
       сығарылыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар берәр бокал рөхсәт ителгән шампан шарабы эсә, артабан бейеүҙәр һәм инде тыйылған эсемлектәрҙе "йәшереп" эсеү дауам итә. Төнгө ҡала буйлап автобус ( теплоходта ла мөмкин) экскурсияһынан һуң урта беле м тураһында аттестатҡа эйә булған бәхетле йәндәр өйҙәренә таралыша. Ә ата - әсәләр еңел һулап ҡуя: бер һынау үтелде. Юғары уҡыу йортона инергә генә ҡалды...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал