6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Теле барҙың иле бар
23.06.06


       Беренсе сентябрҙән республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү мә ктәптәрендә башҡорт теле уҡытыла башлаясаҡ. Төбәк компоненты сиктәрендә мәктәп уҡыусылары уны аҙнаһына ике сәғәт өйрәнә. Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында башҡорт теле уҡытыу күләме уҡыусыларҙың бе лем кимәленә бәйле йылына 70 - тән 140 сәғәткә тиклем тәшкил итәсәк.
       Республикала "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теле тураһында" закондың үҙ көсөнә инеүенә һигеҙенсе йыл. Бындай закондар - Рәсәй төбәктәренең ғәҙәти хоҡуҡи практикаһы. БР Хөкүмәте Премьер - министры, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев әйтеүенсә, әлегә тиклем ерле халыҡ телен дәүләт теле итеп раҫламаған берҙән - бер республика - Карелия Республикаһы. Илдус Ғөбәйҙулла улы БР Хөкүмәте эргәһендәге республиканың телдәр тураһындағы
       законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышын
       үткәрҙе.
       Республика тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Валерий Ғәлиәскәров ведомство ярҙамында үткән йылда сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе өсөн русса - башҡортса һүҙлек - белешмә сығарылыуы тураһында
       һөйләне. Ул "БР халыҡтарының теле тураһындағы" законды
       тормошҡа ашырыу барышында 44 муниципаль район һәм 19
       ҡала округын тикшереү һөҙөмтәһендә бер нисә тапҡыр бер үк
       хаталар асыҡланыуы тураһында белдерҙе.
       Фирма бланкылары, табличкалар һәм белешмәләр, вывеска
       һәм реклама иғландарында законды боҙоу ғына түгел, тәбиғи наҙанлыҡ билдәләрен күрергә мөмкин. Шуға күрә, әйтәйек, компания йәки продукттың тәҡдим ителгән исемен һүҙлек менән сағыштырып ҡарау ғына түгел, хатта прейскурант йәки менюны ҡабаттан уҡып сығыу ҙа бик күп хаталар ебәрелеүен, йыш ҡына милли ашамлыҡ йәки матди мәҙәниәт предметтары исемдәрен яҙыуҙа тупаҫ яңылышлыҡтар ебәрелеүе хаҡында һөйләй. Республика граждандарының лингвистик ҡыҙыҡһыныуын һәм тел их тыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығында хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары етәкселәре өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстары ойошторолдо. Ошо урында
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова һүҙ
       һораны һәм институттың башҡорт телен өйрәнеү буйынса корпоратив курстар асыуы тураһында белдерҙе - йәғни, саҡырабыҙ, рәхим итегеҙ.
       Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта нәҡ эшҡыуарлыҡ берләшмәһе хөкүмәткә башҡорт телен өйрәнеү буйынса махсус тренингтар ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт итә, һәм комиссия бындай инициативаны тәрәнерәк тикшерергә тәҡдим итте. Икенсе яҡтан :`p`ғанда, РФ төбәктәре һәм БДБ илдәрендә БР вәкиллектәре граждандарҙың теләгенә яуап биреп, башҡорт телен өйрәнеү, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса түңәрәктәр һәм курстар, хатта йәкшәмбе мәктәптәре ойоштора ала.
       - Дөйөм алғанда, республика барлыҡ мәктәптәрҙә лә беренсе синыфтан ун беренсе синыфҡа тиклем башҡорт теле дәүләт теле
       булараҡ өйрәнелеүенә әҙер. Уҡыу пландарына үҙгәрештәр
       индерелде, һәм уҡыусылар аҙнаһына ике сәғәт башҡорт телен
       өйрәнәсәк, - тип хәбәр итте БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина. - Бөгөн 23 уҡыу әҙәбиәтенән 14 - е баҫылған, башҡорт теле уҡытыусыларына мохтажлыҡ билдәләнде - улар 700
       - ҙән дә кәм булырға тейеш түгел.
       - Был йүнәлештә беҙҙе һәр саҡ ике һорау борсоно, ул да бу лһа дәреслек сифаты һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһы, - ти п раҫланы Илдус Илешев.
       Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы проректоры Нинель Ғарипова Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен өйрәнеү, үҫтереү һәм һаҡлау
       тураһындағы Дәүләт программаһының 2000 - 2005 йылдарҙағы
       үтәлеше тураһында һөйләне.
       Ултырышты йомғаҡлап, комиссия Өфө дәүләт сәнғәт академияһына "Башҡортостан халыҡтарының музыкаль мәҙәниәте" фестивален ойошторорға, халыҡ йырҙары,
       республика композиторҙары әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ, академияла белем алған лауреаттар һәм дипломанттар тураһында белешмә - энциклопедик йыйынтыҡ сығарырға тәҡдим итте. Бынан тыш комиссия сәнғәт ҡорамына уҡытыусылар һәм студенттарҙың Башҡортостандың ҡала һәм райондарына, шулай ук Рәсәй Федерацияһының башҡорт халҡы йәшәгән төбәктәренә фольклор музыкаль материалдарҙы өйрәнеү буйынса ғилми экспедицияларын даими практикаға индерергә
       кәңәш бирҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал