6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Шәйхзада Бабич премияһына лайыҡтар билдәләнде
23.06.06


       Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйхзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһын алыу тураһында күптәр хыяллана, әммә тик ысын талант эйәләре генә
       был бәхеткә эйә була.
       "Башкиргражданпроект" проект институтының архитектура
       оҫтаханаһы етәксеһе Илдар Ибраһимов - республика райондары һәм ҡалаларындағы 15 - тән ашыу ҙур архитектура проекты
       авторы. Уның ҡатнашлығында төҙөлгән күп кенә мәҙәниәт йорттары, спорт ҡоролмалары, сауҙа - күңел асыу комплекстары
       бөгөн баш ҡалабыҙ һәм башҡа ҡала һәм райондарҙың йөҙөн биҙәй. Константин Донгузовтың тәрбиәләнеүсеһе остазының өмөттәрен аҡланы, һәм бөгөн ул - абруйлы премия лауреаты.
       Наградлау тантанаһы Республика йортонда үтте, унда яҡшыла р араһынан иң яҡшылары тип табылғандар БР Хөкүмәте Премьер -
       министры Рафаэль Байдәүләтов ҡулынан премия һәм лауреат дипломдары алды. Быйыл премияның күләме артты, ул 50 мең
       һум тәшкил итә.
       Тағы бер даланлы шәхес - популяр артист, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Хәсән Усманов. Эстрада жанрында эшләүсе был егет республиканың бай мәҙәни мираҫын, фольклорын әүҙем пропагандалай.
       - Үткән йылда Хәсән Усманов "Искәндәр һәм Ләйсән" музыкал ь спектаклендә бына тигән итеп төп ролде башҡарҙы, ул
       тамашасылар араһында ҙур уңыш менән файҙалана, - тине Рафаэль Ибраһим улы, һәм, - Хөкүмәт Аппаратындағы ҡыҙҙар телевизорҙан Хәсәндең сығышын ишетһә, мотлаҡ тауышын аса, - тип тә өҫтәне.
       Премия алыусы тағы бер талантлы ижад оҫтаһы - Әминә Шафиҡова. Ул башҡорт пианиносылары араһында беренсе булып Фр анцияла үткән халыҡ - ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булды. Әминә фортепианола уйнау һәм педагогика
       проблемалары буйынса ғилми эштәр авторы. Репертуарында юғары ҡатмарлыҡтағы сит ил, рус һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре бар. Ошонда уҡ Ференц Листтың популяр рапсодияһын б ашҡарып, ул үҙенең оҫталыҡ кимәлен күрһәтеүҙән дә баш тартманы. Хәсән Усманов билдәле башҡорт йыры "Сибайҙы"
       йырлап ишеттерҙе.
       Лауреаттарҙы бөгөн БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Кусимов, үткән йылдарҙа Шәйхзада Бабич премияһын алусылар ҡотланы. 1995 йылдан алып был исемгә 45 кеше лайыҡ булған.
       Уларҙың күптәре билдәләүенсә, бындай тантаналы мөхиттә премия алыу - тормоштоң бер мәле генә. Әммә был минуттарҙы
       кисереү өсөн ғүмер буйы эшләү һәм ижад итеү ҙә йәл түгел.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал