6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Уйын кризисы дауам итә
22.06.06


       Стәрлетамаҡтың "Содовик" командаһында уйын кризисы дауам итә. Команда инде дүртенсе уйын рәттән еңеү яулай алмай интегә. Был юлы "Содовик" ҡунаҡта "Себер" (Новосибирск) командаһына биреште ( 0:2).
       Ә бит финалдың 1/12 өлөшөндә еңеү стәрлетамаҡтарҙы
       премьер - лиганың "Спартак" (Нальчик) клубына сығара ала ин е. Ул ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһына ҙур байрам килер,
       Рәсәйҙең иң көслө дивизионы командаһы менән осрашыу "Содовиктың" рейтингына шаҡтай мәрәй өҫтәр ине. Ә инде был көслө коллективты еңһәләр Ул саҡта бөтөнләй фантастика - Стәрлетамаҡҡа "Спартак" (Мәскәү) йондоҙҙарын көтөргә ҡала! Футболда төрлө хәлдәр булып тора, көсһөҙҙәр йыш ҡына көслөләрҙе арҡаһына һала - теләк кенә булһын.
       Тик бына "Содовик" етәкселегенең ундай теләге һиҙелмәне -
       ул үҙ тәрбиәләнеүселәренең көсөнә ышанмай шул. Бындай пессимистик позицияны аңларға була - беренсе лигала өс тапҡы р рәттән еңелгәндән һуң күптәрҙең тубыҡтары ҡалтырар ине.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Содовик" кубок баталияларына теше - тырнағы менән йәбешергә тейеш булғандыр тип иҫәпләйем. Беренсе лигала команда алдында реаль бурыс тормай. Турнир таблицаһы киңлектәрендә тыбырсыныу көйәрмәндәр күңеленә бер ҙә хуш килмәй. Ә бына премьер - лиг а, уның йондоҙҙары һәм миллиондары менән уңышлы осрашыуҙар х алыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн иң ҡыҫҡа һәм уңайлы юл.
       Ҡалған миҙгелдә "Содовик" үҙенең көйәрмәндәренә нимә вәғәҙә итә ала Лидерҙар менән бер нисә осрашыу һәм вәссәләм.
       Шулай итеп, Новосибирск ҡалаһында ни өсөн уйын уңманы Осрашыуға Стәрлетамаҡ командаһының баш тренеры килә алманы (Александр Викторович сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, өйҙә тороп ҡалды), команданың төп состав уйынсыларының байтағы ҡатнашманы. Бәғзеләре йәрәхәт алыу сәбәпле (Фомичев,
       Зернов, Передня, Феофанов), ҡайһы берҙәре дүртәр һары
       карточка алып квалификация үтмәне ( Козлов, Могилевский, Рагоза), өсөнсөләренә команда етәкселеге ял итеү мөмкинселег е бирелгән ( Суровцев, Астахов, Смирнов). Һары карточкалар саманан тыш күп булыу сәбәпле "Себер" ҙә өс уйынсыһынан яҙҙы.
       "Содовиктың" ҡапҡаһын миҙгелдә тәүге тапҡыр Максим Герасин һаҡланы. Ул бер нисә тапҡыр командаһын ҡотҡарыуға иреште, әммә ҡапҡаны ел - ямғыр тейҙермәйенсә һаҡлай алды тип әйтеүе
       ҡыйын. Беренсе тупты Герасин алтынсы минутта үткәрҙе. Уны Николай Сергиенко индерҙе.
       Матчтан һуң "Содовик" командаһына етәкселек итеүсе Александр Дятлов үҙ фекерен түбәндге һүҙҙәр менән белдерҙе:
       - Беренсе таймда беҙҙең уйын ярайһы уҡ көслө булһа, тәнәфестән һуң самолетта осош та, көндөң эҫелеге лә үҙен
       һиҙҙерҙе. Насар уйнай башланыҡ. Бөгөн беҙ оптималь составта
       сығыш яһаманыҡ. Был карточкалар күплегенә лә, ҡайһы бер футболсыларға ял биреүгә лә бәйлелер. "Себерҙе" еңеүе менән ҡотлайым һәм премьер - лига командаһы менән осрашыуҙа ла ошондай уҡ уйын күрһәтеүҙәрен теләйем.
       - Һеҙҙең команда кубок матчына етди ҡарашта булманы, тип әйтеүменән ризалашаһығыҙмы
       - Беҙҙең бурыстар икенсе: беҙ беренсе дивизионда тәүге йы л. Чемпионатта өс тапҡыр еңелеүҙән һуң өйҙәге уйындарға
       әҙерләнергә кәрәк.
       Новосибирск клубы премьер - лиганың "Спартак" (Нальчик) командаһына сыҡты. "Себерҙең" еңеү теләге көслөрәк булды
       буғай. Был команда сайтындағы мәҡәлә авторы Стәрлетамаҡ
       клубын "почетлы трофейға илтеүсе юлда тәүге кәртә" тип атағ ан. Йәғни икенсе, өсөнсө, дүртенсе кәртә лә көтөлә тигән һүҙ . Бына был уйын кәйефен аңларға була.
       Беренсе лига сиктәрендә ике ҡыҙыҡлы осрашыуын "Содовик" 25 һәм 28 июндә үҙ майҙанында үткәрә. Ҡунаҡҡа "Машук - КМВ" (Пятигорск) һәм "Ангушт" (Назрань) киләсәк. Был командалар тураһында ишеткәнегеҙ бармы Булһа - ҡотлайым, тимәк һеҙ беренсе лиганы яҡшы беләһегеҙ тигән һүҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал