6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Таңдар тыныс атһын
23.06.06


       Бөгөн Рәсәй үҙ тарихындағы иң аяныслы даталарҙың береһен билдәләй. Нәҡ 65 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башлана - 1941 йылдың 22 июнь таңында фашистик Германия Советтар Союзына һө жүм итә. Илебеҙ 1418 ҡот осҡос көн һәм төн аша үтеп, ҡанлы алышта еңеү яулай. Уның хаҡы - 26 миллион кеше ғүмере. Был һағышлы дата 10 йыл элек Рәсәй Президенты Указы менән илебеҙҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә башлай.
       Бөгөн беҙ яҡындарыбыҙҙы хәтергә төшөрәбеҙ... Фронтовик
       геройҙар - атай - әсәйҙәр, оләсәй - олатайҙар, ағай - ҡусты лар, апай - һеңлеләр, дуҫтар - әхирәттәр... Һуғыш һәр ғаиләлә үҙе нең эҙен ҡалдырҙы. Һәр береһенә ҡағылды ул, һәр кемгә хәсрәт ,
       емереклек һәм юғалтыу ҡайғыһы алып килде.
       Хәтер һәм ҡайғы көнөндә беҙ элекке фронтовиктар, тыл эшсәндәре, әсәләр һәм тол ҡатындар, Еңеү Көнөн яҡынайтҡан һәр кемгә һөйөү һәм ихтирам тойғоһон белдерәбеҙ. Уларҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы Ватаныбыҙ еңеүҙәре йыльяҙмаһына индерелгән һәм мәңге хәтерҙә һаҡланасаҡ.
       Был көндө беҙ 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары, шулай уҡ Рәсәй иреклеге һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн төрлө яу яландарында баштарын һалғандарҙың һәммәһе
       алдында баш эйәбеҙ. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында тантаналы митингылар, ветерандарҙы хөрмәтләү кисәләре үтә, хәрби йырҙар яңғырай, һуғыш геройҙары һәйкәлдәренә гөлләмәләр һалына.
       Өфөлә бөгөн әрнеү һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән батырҙарса
       һәләк булған барлыҡ билдәһеҙ геройҙарҙы хәтергә төшөрәбеҙ. Әсирлектә ғүмерҙәре ҡыйылғандарҙы һәм тере ҡалып та "халыҡ д ошманына" әйләнеп ҡайтҡандарҙы, госпиталдәрҙә - һуғышта алынған йәрәхәттәрҙән һәм тылда - аслыҡтан һәм түҙеп торғоһо ҙ шарттарҙан, көс еткеһеҙ эштән һәләк булғандарҙы иҫкә алабы ҙ. Шулай уҡ арабыҙҙан киткәндәрҙе хөрмәтләп хәтергә төшөрәб еҙ һәм эргәбеҙҙәге ветерандарҙы тәбрикләйбеҙ.
       Бөгөн баш ҡаланың Александр Матросов исемендәге Еңеү
       паркында тантаналы митинг үтте. БР Дәүләт йәштәр сәйәсәте комитеты ойошторған сарала һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
       Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты оркестры башҡарыуында яңғыраған хәрби марштарҙан һуң, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә
       сәскәләр һалыу тантанаһы булды. Артабан митингыла ҡатнашыусылар Еңеү паркына, Мәңгелек ут, Советтар Союзы
       Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин обелискылары янына йүнәлде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал