6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Реформалар

Аркадий Дворкович ипотеканы нисек үҫтереү юлын белә
18.12.03


       Яңыраҡ мин үҙемдең күптәнге танышымды осраттым. Ул ҙур ғо рурлыҡ менән үҙенең фатир хужаһына әйләнеүен белдерҙе. Торла ҡ мәсьәләһен хәл итергә тырышыусы кеше булараҡ, мин уның бын ы нисек бойомға ашырыуы менән ҡыҙыҡһындым.
       - Әлбиттә, ипотека буйынса.- тине ул тағы ла ғорурлығын йәшермәйенсә.
       Кемде-кемде, ә бына был тыныс кешене һоҡланған килеш һир әк күрерһең. Сөнки ул һәр аҙымын иҫәпләп яһарға өйрәнгән: тә үҙә кәрәкле әҙәбиәт менән таныша, кәңәшләшә, тик шунан һуң ғына нигеҙләнгән ҡарарға киләсәк.
       Ипотека буйынса торлаҡ алыусылар һаны, ысынлап та, арта килә. Бер яҡтан 15 - 20 йылға кредит ойошмаһына бәйле булаһы ң, билбауҙы ла нығыраҡ тартырға тура киләсәк. Ә инде икенсе яҡтан түләп алынған торлаҡ тик һинеке генә буласаҡ. Бындай ы сул оҙаҡ йылдар сит фатир өсөн түләп тороусылар өсөн дә бик
       ҡулайлы. Ни тиһәң дә хәҙер әллә кемдең фатирына түгел, ә үҙ
       мөйөшөң өсөн аҡса индерәһең бит.
       Ә бына ипотека менән кем файҙалана ала һуң Был һорауҙы, ысынлап та, йыш бирәләр. Мәскәү ҡалаһында "Из первых уст" к лубы семинарында осрашҡан РФ Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министр ы урынбаҫары Аркадий Дворкович, мәҫәлән, өйрәнелгәнсә халы ҡтың 5 проценты түгел, ә 35 - 40 проценты ипотека менән файҙ алана тип иҫәпләй. Халыҡтың күпселеге фатир мәсьәләһен хәл и ткән .- ти ул.- Шуға ла күптәр булған торлаҡты яҡшыртырға т еләй. Был осраҡта кредит торлаҡтың тулы хаҡына түгел, ә иҫке
       һәм яңы фатир айырмаһы иҫәпләнеп бирелә.
       Йәш ғаиләләр, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм түбән килемле гражд андар ипотека ала алмауҙары ғына борсолдора. Шуға ла хөкүмәт
       тарафынан махсус программалар ҡабул ителергә тейеш. Бындай программаларҙы булдырыу өҫтөндә әлебилдәле эш алып барыла. М әҫәлән, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн. Уға ипотека буйынса фатир б ирелә һәм ул хеҙмәт иткән осорҙа торлаҡ сит кешеләрҙе индере п "аҡса эшләй". Ә инде ошо ысул менән йыйылған аҡса ипотека кредиты процентын ҡаплауға китә.
       Беҙҙең республикала иһә ипотеканың файҙалы икәнлеген күптә н аңланылар. Йәш ғаиләләр өсөн республикала махсус программа
       эшләп килә. Ваҡыт үткән һайын был документтың камиллаша ба рыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Күптән түгел кредит алыус ылар өсөн яңы ҡағиҙәләр индерелде. Торлаҡ өсөн тәүге взнос хәҙер 15 процент тәшкил итә һәм түләүҙе кисектереү 10 йыл ға оҙонайтылды. Ипотека кредиты системаһын үҫтереү, Аркадий Дворкович фекере нсә, илебеҙҙә финанс реформаһын үткәреүҙең мөһим элементы б улып тора. Беренсенән, граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһе хәл ит еләсәк. Икенсенән, иҡтисадтың финанс тармағы камиллашасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал