6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Салауат ере ҡаһарманы
22.06.06


       Башҡортостандың Салауат районы Лаҡлы ҡасабаһындағы Мәҙәниәт йорто эргәһендә йәшеллеккә сумған бер обелиск бар. Унда ҡыҫҡа ғына яҙыу уйылған: "Комиссар Хамматов Шәрифулла Х әбибулла улы. 1893 - 1918". Был кеше кем һуң ул
       Архив документтарының һаран юлдары һәм күптән булып үткән
       ваҡиға шаһиттарының иҫтәлектәре генә уның биографияһын ниндәйҙер кимәлдә тергеҙергә мөмкинселек бирә.
       Шәрифулла Хамматов 1893 йылда, ярлы башҡорт ғаиләһендә тыуа. Ул уҡырға иртә өйрәнә һәм уҡытыусыларҙан, хәллерәк ғаиләлә тәрбиәләнеүсе дуҫ - иштәренән үтескә китап алып уҡый
       башлай. Шәрифулла биологияны айырыуса ҙур теләк менән өйрәнә. Белемгә булған ынтылышы, ергә ҙур ихтирам менән ҡарауы уны Красноуфимск ауыл хужалығы училищеһына алып килә. Уны бик яҡшыға тамамлағас, Екатеринбург губернаһы
       Ҡамышлы өйәҙендә агроном булып эшләй. Артабан Златоустҡа күсеп килә.
       Империалистик һуғыш ваҡытында Хамматовты батша армияһына ал алар. Ул конвой командаһында хеҙмәт итә. Әммә был һөнәр уның күңеленә бер ҙә ятмай. Шәрифулла һалдаттар араһында өгөтләү эше алып бара, бының өсөн уны ҡулға алалар һәм, бер нисә ай төрмәлә тотҡандан һуң фронтҡа оҙаталар. Өс оҙон йыл
       буйына Шәрифулла Хамматов алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә, һалдат тормошоноң бар "гүзәллектәрен" дә татый.
       Батша хөкүмәте ҡолатылғас, Шәрифулла Хамматов тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Кисәге һалдаттың асыҡ тәбиғәте, ғәҙелһеҙлекте ене һөймәүе, яҡты киләсәккә ышанысы ауылдаштарының күңеленә хуш килә. 1918 йылдың мартында уны С оветтарҙың беренсе өйәҙ съезына делегат итеп ебәрәләр. Унда Шәрифулла Хамматов Совет составына алына һәм милләт мәсьәләләре буйынса беренсе комиссар итеп һайлана.
       Яңы эш Хамматовты үҙенә йәлеп итә. Ул ауылдар буйлап бик күп йөрөй, Советтар төҙөй, ярлы башҡорт халҡын яҡлап сығыш яһай. Ябай кешеләр уны белә һәм ярата. Хамматовтың абруйы көндән - көн үҫә бара. Был революция дошмандарының нәфрәтен уята.
       1918 йылдың июнь башында, аҡ чехтарҙың сығышы алдынан, өйәҙҙә фетнә ҡуба. Ул тиҙ арала көс йыя һәм Дыуан, Мәсәғүт, Ҡыйғы һәм башҡа волостарҙы үҙ эсенә ала. Златоуст - Миәс участкаһында көрәшеүсе ҡыҙыл частарҙың хәле хөртәйә. Өҫтәмә көс талап ителә.
       Милләт мәсьәләләре буйынса өйәҙ комиссары Шәрифулла Хамматов хәрби комиссариат ҡарары менән Ҡыҙыл Армия сафтарына доброволецтар туплау буйынса вәкил сифатында
       күрше волостарға оҙатыла.
       Отрядҡа яңы төркөмдәр ағыла, әммә революцияға ҡаршы сығыусылар ҙа йоҡлап ятмай. Улар ревком штабына һөжүм итеп, ҡоралды тартып ала. Шәрифулла Хамматовты туҡмайҙар. Ул баш к үтәреүселәргә тәьҫир итергә тырышып ҡарай, әммә уның өгөтләүҙәре файҙаһыҙ була һәм дружинниктар менән бергә уны бер һарайға ябалар. Ярҙамға килгән ҡыҙылармеецтар отряды арҡаһында ғына улар ҡотолоп ҡала. Хамматов Златоустҡа китерг ә ҡарар итә. Әммә төндә уны тағы ҡулға алалар һәм һаҡ аҫтынд а Үрге Ҡыйғыға оҙаталар. Унда баш күтәреүселәр үҙ хәрәкәттәрен ә законлыҡ күренеше биреү өсөн "тикшереү комиссиялары"
       булдыра. Үрге Ҡыйғыла уға сауҙагәр Сәмиғулла Ғәтиәтуллин етәкселек итә. Хамматовтан һорау алғанда уны ҡот осҡос
       язаларға дусар итәләр. Арҡаһында йондоҙ һүрәте ҡырҡалар, танауын, ҡолаҡтарын киҫәләр. Ҡанға батҡан Шәрифулла Хамматов 1918 йылдың 22 июненә ҡараған төндә атып үлтерелә.
       Шаһиттар һөйләүенсә, Хамматов үлер алдынан түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә:
       - Мине үлтерегеҙ, әммә минең урыныма тиҫтәләрсә кеше баҫасаҡ. Совет власын быуырға теләйһегеҙ. Әммә был һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәйәсәк!
       Лаҡлы халҡы үҙҙәренең колхозына яҡташтарының исемен бирә.
       Дим районындағы урамдарҙың береһе лә (элекке Совхоз урамы) 1958 йылдаң 21 ғинуарынан башлап Хамматов исемен йөрөтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал