6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ректорҙар бизнес менән дуҫлаша
22.06.06


       Юғары уҡыу йорттары ректорҙарының Республика йортонда үткән кәңәшмәһе Рәсәй ректорҙары берләшмәһе съезының дауамына әйләнде, тип әйтергә була. Был ҙур форумда ҡатнашып
       та - сарала дәүләт башлығы ла булыуы уның әһәмиәте тураһында һөйләй - беҙҙең ректорҙар үҙ тәьҫораттары һәм борсолоуҙары менән уртаҡлаша алманы. Һуңғылары вуздарҙың матди хәле үҙгәреүенә бәйле барлыҡҡа килә. Университеттарға
       ҙур аҡса килде. Әйткәндәй, РФ президенты Владимир Путин да бөгөн юғары белем биреүгә бүленгән федераль бюджеттың
       йылына 140 миллиард һум тәшкил итеүен әйтеп үтте. Дөйөм
       алғанда, мәғариф ресурслы һәм капитал йәлеп итеүсе тармаҡҡа
       әйләнә. Шуға күрә ул бик күптәр өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       Хатта Рәсәй бизнесы ла уға йөҙө менән әйләнде. Съезд эшенең
       беренсе көнөндә үк Рәсәй ректорҙары союзы һәм бизнес - берләшмә вәкилдәре стратегик партнерлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, уның буйынса эш биреүселәрҙең белгестәргә заказ биреүҙә ҡатнашыуы күҙ уңында тотола. Быға бәйле, Рәсәй ректорҙары союзы рәйесе, МДУ ректоры Виктор Садовничий бөгөн эш биреүселәр белгестәр әҙерләү сифаты һәм был процеста үҙҙәренең ҡатнашлығы тураһында мәсьәләгә етди иғтибар бирә, тип белдерҙе. Шуға күрә университеттар был һорауға яуап бирергә, төплө белем нигеҙендә конкурентлыҡҡа һәләтле белгестәр әҙерләп сығарырға тейеш.
       Әммә бизнес менән дуҫлыҡҡа ректорҙар һаҡсыл ҡараш һаҡлай.
       Был юғары белем биреү учреждениеларының статусы үҙгәреүенә бәйле.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм
       милли сәйәсәт министры Илдус Илешев билдәләүенсә, быйылғы й ылдың апрель айында депутаттар "Автономиялы учреждениелар ту раһында" закон проектын Дума ҡарамағына тапшырҙы.
       Авторҙар фекеренсә, автономиялы учреждениелар бөгөн булған
       бюджет учреждениелары алдында бәхәсһеҙ өҫтөнлөккә эйә. Яңы форма учреждениеға идара итеү структураһын һәм механизмдарын еңелерәк формалаштырырға, инвестиция йәлеп ите ргә һәм финанслау сығанаҡтарын киңәйтергә мөмкинселек бирәсәк. Ректорҙар союзы белем биреү учреждениеларын планлы рәүештә финанслау системаһының булмауы уларҙы, асылда, коммерция ойошмаларына әйләндереүгә тиң, тип иҫәпләй. Был учреждениеларҙы баҙар мөнәсәбәттәренә күсереп, дәүләт уларҙы хеҙмәтләндереүгә түләүҙе киңәйтеү кәрәклеге алдына ҡуя, был үҙ сиратында һәр кемдең юғары белемгә эйә була алыу гарантияһының боҙолоуына килтерәсәк.
       Илдус Ғөбәйҙулла улы ректорҙарға был үҙгәрештәрҙе ҡабул итергә тура киләсәге тураһында белдерҙе. Бөгөн вуздарҙың бер
       өлөшө республиканың Сауҙа - сәнәғәт палатаһы ағзалары булып тора. Һәм, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары
       һүҙҙәренә ҡарағанда, предприятиелар менән һөҙөмтәле үҙ - ар а эш итеүҙең механизмын тиҙ арала булдырыу тураһында уйларға
       кәрәк.
       Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бөгөн вуздарҙа ғилми потенциалды терегҙеү иң мөһим проблемаларҙың береһе.
       Йыл һайын Башҡортостанда 500 - гә яҡын аспирант сығарыла.
       Әммә уларҙың 29, 3 проценты ғына үҙ ваҡытында диссертация яҡлай (дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес 34 процент). Үҙ
       ваҡытында диссертация яҡлаусы аспиранттар һаны Башҡорт дәүләт медицина университетында айырыуса юғары - 92,9
       процент, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы килә - 56,2 процент.
       1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты
       тарафынан аспиранттар һәм докторанттар өсөн булдырылған стипендия уҡыу өсөн ҙур стимул ролен үтәй. Йыл һайын 55 аспирант һәм 15 докторант стипендия ала. 2002 йылдан башлап йыл да фән һәм техника өлкәһендә дәүләт республика йәштәр премияһы тапшырыла. Быйыл уның күләме 30 меңдән 50 меңгә тиклем күтәрелде. Үткән йыл Башҡортостан тарихы өлкәһендә тикшеренеү эше менән шөғөлләнгән биш аспирант өсөн БР Хөкүмәте Ҡарары менән Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге стипендия булдырылды. Ул быйылғы йылдан башлап түләнә
       башлаясаҡ.
       Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Президентының йәш ғалимдар эшмәкәрлеген дәүләт яҡлауы тураһындағы
       Указы килешеү стадияһында тора. Башҡортостан Республикаһы б юджетының мөмкинселектәре булһа, киләһе йылдан башлап 35 йәш кә тиклемге ғилми хеҙмәткәрҙәр конкурс нигеҙендә
       Башҡортостан Республикаһы грантын ала аласаҡ.
       Күренеүенсә, ғилми кадрҙар әҙерләүгә ҡағылған һорауҙар Президенттың һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең даими контроле аҫтында ҡала, йәш ғалимдарға ярҙам итеү
       саралары күрелә.
       Диссертация үҙ ваҡытында яҡланған осраҡта, Илдус Илешев вуз ректорҙарына аспиранттарҙы һәм уларҙың етәкселәрен матди һәм әхләҡи дәртләндереүҙәрен теләне. Һәм йәш тикшеренеүселәргә ғилми конференциялар һәм стажировкаларҙа ҡ атнашыу мөмкинселеген булдырырға кәрәк, тине ул.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал