6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Браконьерҙар һыу ятҡылыҡтарына һөжүм итә
22.06.06


       Башҡортостандың эске эштәр органдары тарафынан ағымдағы й ылда законһыҙ балыҡ тотоуға бәйле 77 енәйәт эше теркәлгән.
       20 енәйәт эше судҡа оҙатылған да инде, тип хәбәр иттеләр "БАШвестЪ" гәзитенә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хе ҙмәтендә.
       Мәҫәлән, Краснокама районының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре "табышы" 30 килограмм тәшкил иткән браконьерҙы ҡулға эләктерә. Ә үҙ ауҙарын Краснокама районы
       Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан алыҫ түгел йәйгән өс кешенән торған төркөм 80 килограмм балыҡ менән тотола, уның араһында "Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл Китабына" индерелгән уҡб алыҡ та булыуы асыҡлана. Нефтекама эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре "Зеленый мыс" баҡсасылар кооперативында шикле тойолған автомобилде туҡтата, унда ла балыҡ тулы тоҡ табыла. Тикшереү барышында водитель һәм уның пассажиры
       балыҡты законһыҙ рәүештә Ҡарманай һыу һаҡлағысында тотоуы а сыҡлана, өҫтәүенә улар тыйылған электр ҡармағын файҙалана.
       Шуныһы ҡыҙыҡ, ти БР Эске эштәр министрлығының өлкән тикшереүсеһе Светлана Антонова, браконьерҙар бер тауыштан
       балыҡты законһыҙ тотоуға енәйәт яуаплылығы булыуын белмәүе тураһында һөйләй. Ә бит Рәсәй Енәйәт кодексының 256 - сы
       статьяһына ярашлы, балыҡ, башҡа һыу хайуандары һәм үҫемлектәренә законһыҙ рәүештә зыян килтергән өсөн 100
       меңдән 300 меңгә тиклем күләмдә йәки ике йылға тиклем хөкөм
       ителгән кешенең эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф, йәки ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, йәки ике йылға тиклем хоҡуҡтан мәхрүм ителеү көтә. Һәм браконьерҙың һунары табышлы булыу - булмауына ҡарамаҫтан, яуаплылыҡҡа тарттырылыуына иғтибар итергә кәрәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал