6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ҡышҡы саңғысыларҙың йәйге атыштары
22.06.06


       Башҡортостан Республикаһының спорт донъяһы өсөн бик тә мөһим булған ваҡиға - йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты
       яҡынлашҡандан яҡынлаша бара. Тиҙҙән был популяр спорт төрө йондоҙҙарын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү, республика таланттары
       өсөн "көйөү" бәхетенә лә ирешәсәкбеҙ. Бындай кимәлдәге форумдар беҙҙә һирәк була, шуның өсөн уны ойоштороуға бик етди ҡараш булыуы мотлаҡ. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, барлыҡ әҙерлек саралары ла тейешле ваҡытында тамамланасаҡ.
       Рәсәй биатлонсылары союзының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, йәйге биатлон буйынса 11 - се донъя чемпионаты н үткәреүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты үҙ эштәрен тамамлауға яҡынлаша. Чемпионатта ҡатнашыусылар йәшәйәсәк
       комплекста әлеге ваҡытта биҙәү эштәре бара.
       Өфө ҡунаҡтарына йәшәү өсөн бар уңайлыҡтары ла булған ике урынлыҡ номерҙар тәҡдим ителәсәк. Рәсми осрашыуҙар һәм мәҙәни саралар үтәсәк холда ла биҙәү эштәре тамамланыу стадияһында. Ҡунаҡхана бинаһында интернетҡа тоташтырылған компьютерҙар ҡуйыласаҡ. Бина подвалында тулыһынса йыһазландырылған сисенеү бүлмәһе һәм спорт инвентары өсөн урындар булдырыла.
       Ошо көндәрҙә ярыштар үтәсәк трассаға асфальт түшәү эше
       башлана. Ҡайһы бер участкаларҙа уның киңлеге алты метрға тиклем етәсәк, оҙонлоғо 3,3, 2,5 һәм ике километр тәшкил итк ән өс түңәрәк майҙан эшләү планлаштырыла. Ойоштороусылар трасса тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы, ә спортсылар өсөн ярайһы
       уҡ ҡатмарлы буласаҡ тип вәғәҙә итә. Атыу урынын яңыса ҡороу , шулай уҡ сәптәрҙе электроника менән йыһазландырыу ҡарала.
       Чемпионатта буласаҡ ярыштарҙы телевизион трансляциялауға ҙур иғтибар бирелә.
       Һуңғы мәғлүмәт буйынса, ярыштарҙа ҡатнашырға 15 йыйылма команда теләк белдергән, яҡын арала уларҙың һаны егермегә етәсәк тип көтөлә.
       Чемпионат программаһына түбәндәге ярыштар инәсәк:
       Алтынсы сентябрь - спринт ( кросс)
       Етенсе сентябрь - эҙәрлекләү ( кросс)
       Һигеҙенсе сентябрь - ҡатнаш эстафета ( кросс)
       Туғыҙынсы сентябрь - спринт ( саңғы - роллерҙарҙа йүгереү )
       Унынсы сентябрь - эҙәрлекләү ( саңғы - роллерҙарҙа йүгере ү).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал