6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һанаулы ғына көндәр ҡалды
21.06.06


       Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен ала башлауға туғыҙ көн ҡалды . Ул быйылғы йылдың беренсе июленән 25 июлгә тиклем дауам итәсәк. Рәсәйҙә бындай акцияның 80 йылдан ашыу үткәрелгәне ю ҡ. Был бик мөһим, ҡатмарлы һәм ҡиммәткә төшә торған эш, шуға күрә уны башлар алдынан сара концепцияһын, ойоштороу механизмдарын һәм методиканы ентекле тикшереү мотлаҡ. Ошо ма ҡсатта 2004 йылдың август айында иҫәпкә алыу буйынса һынау ү ткәрелде. Ул Рәсәй Федерацияһының дүрт субъекты - Краснодар һәм Красноярск крайҙарында, Пенза һәм Һарытау
       өлкәләрендә уҙҙы. Сара барышында иҫәпкә алыу ҡағыҙындағы һорауҙар, мәғлүмәт йыйыу алымдары, властың төбәк һәм
       муниципаль органдары менән үҙ - ара эшмәкәрелгенә иғтибар бирелде. Иҫәпкә алыу хеҙмәткәрҙәренең әҙерлек дәрәжәһен баһалау һәм халыҡтың ауыл хужалығы иҫәбен алыуға ҡарашын асыҡлау буйынса ла эш башҡарылды. Халыҡты ниндәй һорауҙар бо рсоуы, нимә сәбәпле хәүефләнеүҙәре асыҡланды.
       Һынау сараһы иәҫпкә алыу принциптары һәм механизмдарҙың уңышлы эшләүен һәм ниндәйҙер ҙур үҙгәрештәргә мохтажлыҡ
       булмауын күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта ул бер нисә проблеманы ла
       асыҡланы, улар башлыса ойоштороу һәм мәғлүмәт - аңлатыу өлкәһенә ҡағыла. Был һорауҙар барыһы ла 2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек ваҡытында күҙ уңында тотолдо.
       Бынан тыш, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу алдынан Америка Ҡушма Штаттарында, Германияла, Польшала, Литвала, Эс тонияла ауыл хужалығы иҫәбен алыу тәжрибәһе ентекле өйрәнелде, халыҡ - ара ойошмаларҙың кәңәштәре файҙаланылды. Әммә беҙҙә үтәсәк иҫәп алыу сит ил сараларының күсермәһе тип аңларға ярамай. Киреһенсә, ул Рәсәйҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡарыласаҡ.
       Артабан беҙҙең илдә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ун йылға бе р тапҡырҙан да һирәгерәк үткәрелмәйәсәк.
       Иҫәп алыу эшен кем башҡара РФ Хөкүмәте иҫәп алыуҙы үткәреү өсөн яуаплы федераль башҡарма власть органы тип Федераль дәүләт статистика хеҙмәтен (Росстат) билдәләне.
       Шулай уҡ сарала башҡа министрлыҡ һәм ведомстволар ҙа ҡатнаша. Күсемһеҙ милек объекттары кадастры агентлығы (Роснедвижимость) Росстат менән бергә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттарының исемлеген төҙөү, картографик материалдар өсөн яуап бирә. РФ Оборона министрлығы, РФ Эске эштәр министрлығы, РФ Юстиция
       министрлығы, РФ Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте иҫәп алыу объекттары өсөн яуаплы. РФ Эске эштәр министрлығы иҫәп алыусыларҙың хәүефһеҙлеге, иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарының һәм башҡа документтарҙың һаҡланыуын тәьмин итә. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары үҙ ҡарамағындағы мәсьәләләрҙе хәл итә.
       Рәсәйҙең төп территорияһында Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу июлдә үтһә, алыҫта урынлашҡан һәм барып етеүе проблема тыуҙырған территорияларҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу 2006 йылдың 15 сентябренән 2008 йылдың 15 ноябренә тиклем дауам итәсәк.
       Иҫәпкә алыуҙың баштағы йомғаҡтары 2007 йылдың дүртенсе
       кварталында, һуңғыһы - 2008 йылдың дүртенсе кварталында
       яһалырға тейеш.
       "БАШвестЪ" тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрә: Бөтә Рәсәй
       ауыл хужалығы иҫәбен алыу бушлай
үткәрелә һәм граждандарҙың
       матди тормошона уның бер ниндәй ҙә йоғонтоһо юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал