6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Нуриман районы башҡортоноң ҡаһарманлығы
21.06.06


       1944 йылдың 17 февралендә гитлеровсыларҙың бер төркөмө
       насар һауа торошо, буран ҡотороуынан файҙаланып, лейтенант
       Шәйхетдиновтың батареяһын урап үтә һәм траншеяға баҫып инә.
       Күптән түгел генә бер нисә танк һөжүмен кире ҡаҡҡан йонсоу
       артиллеристар юғалып ҡала. Ҡайһы бер һалдаттар сигенә башлай. Батарея командиры Ғимай Шәйхетдинов ниндәй хәүеф
       янауын аңлай.
       Ҡарар тиҙ өлгөрә. Командир эргәһендә торған артиллеристың
       гранатаһын эләктереп ала һәм "Гвардеецтар сигенмәй!" тип ҡысҡырып, һалдаттарҙы һөжүмгә күтәрә. Гитлеровсылар бирешә: уларҙың ҡайһылары яу яланында ятып ҡала, ҡайһы берҙәре ҡасып ҡотола.
       Был гвардия лейтенанты Ғимай Фәсхетдин улы Шәйхетдинов өсөн иң мөһим көрәштәрҙең береһе. Ул 1913 йылдың 21 июнендә бөгөнгө Нуриман районының Красная Горка ауылында тыуып үҫә. Өфө урман - техника институтын тамамлап яҡшы һөнәргә эйә була. Иглин урман хужалығында эшләй. Ниндәйҙер хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәтеү тураһындағы уй уның башына ла инеп сыҡмай. Әммә 1936 - 1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән егет Тыуған илен һаҡлауға һәр ваҡыт әҙер була.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул ауылдаштары араһында беренселәрҙән булып Ҡыҙыл Армия сафын тулыландыра. Фронтҡа ынтылыуына ҡарамаҫтан, уны артиллерия училищеһына еб әрәләр: тәжрибәле командирҙар ҡайҙа ла кәрәк.
       Ғимай Фәсхетдин улы фронтҡа 1944 йылдың туғыҙынсы ғинуарында эләгә. Ә тағы бер айҙан күрһәткән батырлығы өсөн ул Алтын йондоҙ менән наградлана.
       Награда документтарындағы яҙма хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа: "89 - сы гвардия артиллерия полкы (41 - се гвардия атышсылар дивизияһ ы, 4 - се гвардия армияһы, 2 - се Украина фронты) гвардия лейтенанты Ғ. Ф. Шәйхетдинов дошмандың Корсунь - Шевченко төркөмөн юҡ итеүҙә айырылып торҙо. 1944 йылдың 17 февралендә Черкасск өлкәһе Лисянск районы Журжинцы ауылы эргәһендә гитлеровсылар ҡамауҙан сығырға маташып, батарея
       позицияларына бер нисә тапҡыр һөжүм яһай. Артиллеристар барлыҡ һөжүмдәрҙе лә кире ҡаға, ә снарядтар бөтөп, немецтар
       батареяны уратып алғас, Ғ. Шәйхетдинов әйләнмәле оборона ойоштора. Батарея яугирҙары шәхси ҡоралдары менән 250 фашисты юҡ итә һәм үҙ позицияларын дошманға бирмәй".
       Географик картанан Нуриман районы башҡорто һуғышып үткән барлыҡ ҡалаларҙы ла күрһәтеп бөтөүе ҡыйын. Ул Кишиневты, Бухарестты, Будапештты, Венаны... азат итеүҙә ҡатнаша.
       Һуғыштан һуң Герой тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Нуриман районының ДОСААФ комитеты рәйесе булып эшләй, тыуған илдең буласаҡ һаҡсыларын әҙерләй. Советтар Союзы Геройы Ғимай Шәйхетдиновтың йөрәге 1952 йылдың алтынсы сентябрендә тибеүҙән туҡтай. Ул тыуған ауылында ерләнгән, ауылда уның исемен йөрөтөүсе урам да бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал