6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Министрҙың юл грамотаһы
21.06.06


       Эх, юлдар, юлдар... Ә РФ транспорт министры Игорь Левитин өсөн Рәсәйҙең күптәнге был бәләһе мәңгелек булып тойолмай. Айырыуса уға Башҡортостанда транспорт мәсьәләһен хәл итеү
       буйынса эштең нисек алып барылыуы оҡшаны. Министрҙың
       республикаға сәфәре бер көнлөк тә булманы - ул ни бары һиге ҙ сәғәт дауам итте. Әммә Игорь Евгеньевич үҙе өсөн иң мөһиме н асыҡланы:
       - Төбәктә юлдарҙың тығыҙлығы Рәсәйҙә иң юғарыларҙың
       береһе, ә юл фонды бөтөрөлгәндән һуң уларҙы ҡарау өсөн аҡса
       етмәй. Республикала иһә был йүнәлештә эш алып барылыуы һиҙелә...
       Федерация субъекттары власы төбәк юл фонды бөтөрөлгәндән һуң шунда уҡ уны кире ҡайтарыуҙары өсөн көрәшә башланы. Үҙәктең дәлилдәре ғәҙәти, йәнәһе, махсуслаштырылған фондтар исеме аҫтында маҡсатһыҙ сығымдар һаны юғары көйө ҡала. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғына ла йылына 220 километрҙан саҡ ҡына күберәк яңы юлдар төҙөлә - элекке кимәл менән сағыштырғанда был өс - биш тапҡыр аҙыраҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республикаға килгән һәр кем автомобилдәр юлының сифаты йәһәтенән һиҙелерлек алға китеште билдәләй. Иван Левитиндың ведомствоһы ла Федерация Советының төбәк юл фондтарын булдырыу тураһындағы идеяһын хуплауы аңлашылды. Дө рөҫ, әлегә үҙәк федераль фонд тураһында һүҙ алып барылмай.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 й ыл тулыуын билдәләү буйынса төп саралар планында республикала 2006 һәм 2007 йылда төҙөләсәк һәм реконструкция
       үтәсәк транспорт инфраструктураһы объекттары ҙур урын биләй .Башҡарылған эш менән Игорь Левитин да танышты - ул Өфө - Аэропорт автомобилдәр юлының киңәйеүенә шаһит булды, "Альянс" асфальт - бетон заводын асыуҙа ҡатнашты, Дим КПМ -
       ынан Зина ауылына тиклем юлды һәм Өфө - Шаҡша трассаһын
       реконструкциялау проекттары менән танышты, Өфөнөң Затон биҫтәһендә автомобиль юлы төҙөлөшөн ҡараны. Министр менән бе ргә юл һәм һауа транспортының федераль агентлыҡтары етәкселәре һ. б. килеүе сәбәпле, "Өфө" Халыҡ - ара аэропорт ы
       һәм Өфө тимер юл вокзалында булыу сәфәрҙең айырым пункттарына әйләнде. Республикала барған төҙөлөштө күргәндән
       һәм барлыҡ проекттарҙы ла тормошҡа ашырырға әҙерлек
       булыуына инанғандан һуң, Республика йортонда Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә РФ транспорт министры планлаштырылған федераль финанс средстволары
       Башҡортостанға киләсәк тип вәғәҙә бирҙе.
       Тотош Рәсәй хөкүмәте кеүек үк, РФ Транспорт министрлығы л а тармаҡтың үҫеш программаһына ыңғай ҡарашта. Һәм дөйөм эшкә ҡиммәтле тәҡдимдәр индереүсе төбәктәрҙең дә тауышына ҡолаҡ һалыусы булыр, моғайын. Мәҫәлән, Игорь Левитин кәңәшмә ваҡытында илдә түләүле автомобиль юлдары төҙөлә башлаясаҡ
       тип белдерҙе, уларҙың Инвестфонд аҡсаһына төҙөләсәк тәүгеләре төньяҡ - көнбайыш төбәктә барлыҡҡа киләсәк: береһе
       Петербургта Фин ҡултығы ярынан, икенсеһе Санкт - Петербург - Мәскәү линияһы буйлап үтәсәк. Түләүле автомобиль юлы төҙөү ҙә төп критерий булып йүнәлештең тәүлегенә күпме автомобиль үткәреү һәләте ҡала - ул 25 мең автомобилдән дә кәм булырға теһеш түгел, икенсе осраҡта көн һайын 100 мең авто күҙәтелә.
       Бынан тыш, законға ярашлы, түләүле трассаның альтернативаһы
       булырға тейеш, тимәк яңы юлдарҙы "нулдән" башлап төҙөргә
       тура киләсәк, һәм, тәбиғи, бөгөнгө финанс шарттарында төбәктәргә бындай бәхет йылмаймай. Игорь Левитиндың һүҙҙәре буйынса, Волга буйы федераль округы субъекттарында ла әлегә бындай мөмкинселек күҙәтелмәй.
       - Уларҙы бөгөн үк төҙөү кимәленә барып етмәгәнбеҙ әле, - тип Мортаза Рәхимов та уның һүҙҙәрен раҫланы.
       Башҡа транспорт төрҙәре һәм уларҙың үҫеш перспективаларына килгәндә, Игорь Евгеньевич 2007 йылдан башлап тимер юлда пассажирҙар ташыу бюджеттан йыл һайын биш миллиард һумға тиклем арттырылып дотацияланасағын белдерҙе. Ә бына ҡала - тирә тимер юл транспортындағы хаҡтарҙы билдәләү
       тулыһынса төбәк намыҫына һәм мөмкинселектәренә бәйле.
       Авиация өлкәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә. Министр хөкүмәтте ң булған авиакомпанияларҙы эреләтеү пландары тураһында бәйән
       итте. Рәсәй төбәктәрендә халыҡ - ара аэропорттар һаны мәжбү ри рәүештә ике тапҡыр ҡыҫҡартыласаҡ - бөгөн уларҙың һаны 69. Уның ҡарауы ҡалғандары пассажирҙарҙың һәм донъя стандарттарының иң ҡаты талаптарына ла яуап бирәсәк.
       - Ә Өфө аэропортын нимә көтә - тип һорау бирҙе журналист ар аэровокзалда барған реконструкцияны күҙ уңында тотоп.
       - Пассажирҙар ташыуҙың реаль йөкләнешен иҫәпкә аласаҡбыҙ.
       Һеҙҙең аэропорт халыҡ - ара статусын юғалтмаясаҡ, - тип тынысландырҙы беҙҙе Игорь Левитин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал