6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Томас исемле йондоҙ
21.06.06


       Һеҙ уның тураһында ишеткәнегеҙ бармы Ул Етегән йондоҙ эргәһендә балҡый. Уны күрмәү мөмкин түгел: сөнки ул иң сағыу ы, иң матуры. 1984 йылда Лилиә исемле бәләкәй ҡыҙсыҡ икһеҙ - сикһеҙ киңлектә нәҡ ошо йондоҙҙо һайланы һәм тәүге йыры менән үк күңелен яулаған сибәр егет хөрмәтенә Томас тип исем
       бирҙе. Ул ваҡытта ҡыҙ бала ҡасан да булһа йырсыны күрермен, хатта уның менән аралашырға тура килер тип башына ла килтермәгәйне, әлбиттә. Әммә, күренеүенсә, хыялдар тормошҡа аша! Лилиәгә йондоҙ артынан йөҙәр саҡрым юл үтергә лә кәрәкмәне, ул үҙе ергә төштө... Күп йылдар үткәндән һуң.
       Күптән көтөлгән осрашыу "Өфө уттары" күңел асыу комплексында булды. Ҡуңыр йөҙлө, уртаса буйлы, янып торған
       ҡара сәсле. Урамда ундай кешеләр меңәрләгән тип әйтергә бул а. Әммә нимәһе йөрәкте йышыраҡ ҡағырға мәжбүр итә һуң ул Уның күҙҙәре. Улар ҡара, тәрән, үҙҙәре яҡтылыҡ һирпә. Был күҙҙәргә баҡһаң, төнгө күк йөҙөн күргәндәй булаһың... Эйе, у л 80 - се йылдарҙа Дитер Болен менән бергә эстрада яратҡан миллионлаған тамашасы йөрәгендә ут ҡабыҙыусы Томас Андрес. Б өгөн популяр немец дуэтының элекке солисы Европа ҡалалары бу йлап үткән гастроль туры сиктәрендә Рәсәйгә килде.
       Әҙәпле, интеллигент, 43 йәшендә төҫ - ҡиәфәте бына тигән! Һәм журналистарҙың наркотиктар ҡабул итеү тураһындағы һорауы хатта урынһыҙ яңғыраны тип әйтергә кәрәк. Әммә Томас нисек бар шулай яуап бирҙе:
       - Бер ҡасан да наркотик ҡулланманым. Был артистарҙың проблемаһы түгел, беҙҙең эргәләгеләр һәм беҙҙән юғары тороусыларҙың поблемаһы. Кемгә отошло, шул файҙалана. Йырҙарымды яратыусыларға түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтергә теләр инем: әгәр һин көслө икән - был үлем юлына аяҡ баҫмаясаҡһың.
       Урындағы матбуғат вәкилдәре менән осрашыуға артист шорты һәм майка кейеп килмәне. Эҫе булыуына ҡарамаҫтан, уның өҫтөндә джинс салбар, пинжәк һәм ҡарҙай аҡ күлдәк ине. Бер ниндәй биҙәүестәре лә юҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын ир - егет. Хәйер, йәш сағында бик экстравагант кейенеүе һәм биҙәүестәр яратыуын таныны. Әммә бер көн килеп был
       имидждың үҙем өсөн булмауын аңланым, ти ул.
       - Мин тыштан ғына түгел, эстән дә үҙгәрҙем. Бөгөн минең ҡарашым шундай: Аллаға ышан, сөнки ул беҙҙән аҡыллыраҡ. Һине оноттолар һәм был тормошта һиңә урын юҡ тип уйлама. Алла барыһына ла ярҙам итә. Ул бәхетһеҙҙәр хаҡында хәстәрлек
       күрә, әммә тормошҡа шатланып ҡараусыларҙы ярата. Шуға күрә яҙмыш билдәләрен ишетә һәм таный бел.
       Томас Андрес өсөн йондоҙланыу хас түгел. Бик алсаҡ, беҙҙе ң эстрада йондоҙҙары унан күп нимәгә өйрәнә алыр ине. Намыҫлы.
       Журналистарҙың фонограмма менән эшләү тураһындағы һорауына Томас уратып тормайынса яуап бирҙе.
       - Мин "тереләй" йырларға яратам. Әммә фонограмма менән дә
       файҙаланырға тура килә. Мин быны телевидение өсөн эшләйем.
       Томастың беҙҙең эстрада тураһындағы белеме Алла Пугачева,
       "Тату" төркөмө һәм "Йондоҙҙар фабрикаһы" менән сикләнә.
       "Йондоҙло йорт" һәм унда йәшәүселәр тураһында музыкант яҡшы тәьҫоратта ҡалыуын белдерҙе:
       - Ундағы егет һәм ҡыҙҙар менән бәлки ҡасан да булһа бер сәхнәлә сығыш яһарға тура килер.
       Беҙҙең гәзиттең уға Рәсәйҙә нимә оҡшауын һәм нимәне үҙгәртергә теләүе тураһындағы һорауына Томас Андерс былай тип яуап бирҙе:
       - Мин Рәсәйҙең ҙурлығына хайран ҡалам: беҙ автобуста сәйәхәт ҡылдыҡ һәм уның киңлеген күрмәү мөмкин түгел. Илдең бай мәҙәниәте һәм тарихы таң ҡалдыра. Әммә Рәсәйҙең Европаны ҡабатларға тырышыуы миңә бөтөнләй оҡшамай. Артабанғы үҫеш өсөн уның үҙ юлы булырға тейеш.
       Ижад итеү өсөн илһамды Томас Андерс тормоштоң үҙенән алыуын белдерҙе.
       "Modern Talking" төркөмө солисының концертына килгән һәр кем ҡәнәғәт ҡалғандыр, моғайын. Минең өсөн бер бәхетле миҙгелдәй уҙған сәғәт ярымлыҡ концертта "Cheri, Cheri, Ledy ", "Just We Two" (Mona Lisa), "Ledy Lai", "Brother Louie" һәм б ашҡа күп йырҙар яңғыраны.
       Билет хаҡының артыҡ юғары булмауы тамашасылар залының тулы булыуына булышлыҡ иткәндер. Томас менән осрашыуға ололар ҙа, йәштәр ҙә күп килгән ине.
       Артист уларҙы матур тауышы, мөләйемлелеге һәм залдың кәйефен ишетә белеүе менән әсир итте. Ул тамашасы менән аралашты, һәр йыр алдынан ҡыҫҡаса ғына уның тарихы менән таныштырҙы. Йырсының гөлләмәләрҙе ҙур ихласлыҡ менән ҡабул и теүе лә күңелгә ятты. Ә һәр йырҙан һуң Томас күккә ҡарап, микрофон тотҡан ҡулын юғарыға күтәрә, әйтерһең дә ул күккә рәхмәт белдерә.
       Был кистә бәләкәй Лилиәнең дә хыялы тормошҡа ашты. Тик үҙ
       йондоҙона бер нисә генә һүҙ - You are My Heart, You are My Soul - тип әйтер өсөн ҡыйыулығы ғына етмәне.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал