6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

N ҡалаһы өҫтөнән осҡанда Өфөнөң киләсәге күренә
21.06.06


       Минең ҡалам... Ул шул тиклем яҡын, һуңғы тыҡрығына тиклем яратам мин уны! Минең турала барыһын да белә, хәйер, миңә лә
       уның хаҡында мәғлүм. Ҡалам мине ярты һүҙҙән аңлай, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Уның төрлө сағын күргәнем бар
       - көндөҙ ҙә, төнөн дә, ҡышын да, йәйен дә мин уның ҡосағынд а. Әммә бөгөн ул минең алда бөтөнләй икенсе яҡтан асылды -
       таныш һыҙаттарға тәүге тапҡыр ҡоштар осҡан бейеклектән күҙ һалам. Ҡумта - йорттар, тигеҙ юлдар һәм баҡсалар томанға сорналғандай. Сағыу ҡояш нурҙары аҫтында ҡалған, юлдар селтәре менән бүленгән ҡалам хатта үҙенә оҡшамаған да кеүек!
       Бөгөнгө көндә Башҡортостандың милли музейында барған " N ҡалаһы өҫтөндә осош" күргәҙмәһендә Өфө нәҡ шулай һүрәтләнә. Экспозицияла Өфөгә ҡоштар осҡан бейеклектән күҙ һалырға
       тәҡдим ителә. Авторы - Николай Марочкин. Ә төҫлө һүрәттәрҙе , асылда, беҙҙең тормоштан алынған иллюстрациялар тип әйтерг ә булыр ине.
       "N ҡалаһы" проекты 2004 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Шул
       ваҡыттан башлап фотограф Николай Марочкин үҙ коллекцияһын й ыя башлай, уларҙа баш ҡалабыҙ көтөлмәгән ракурстарҙа
       һүрәтләнә, шуға күрә йыш ҡына уны таныу мөмкин дә түгел.
       Шуға күрәлер ҙә фотограф мәңгеләштергән һүрәттәр - Өфө күренештәре генә түгел, ә N ҡалаһы тип атала. Николай Марочкиндың фекеренсә, мегаполисты бер ҡасан да тулыһынса
       төшөнөп бөтөп булмай. Ул һәр ваҡытта йомаҡ булып ҡала. Бала
       сағыңда иҫтә ҡалған ҡала һин үҫкән арала танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Үткәнде ҡыуып етергә теләп, һин автор менән бергә төнгө фонарҙар аҫтында иҫке ихаталар буйлап атлайһың.
       Ә киләсәккә ҡараш ташларға теләйһеңме Быны эшләргә мөмкин, бары тик хыялыңды эшкә егергә һәм Өфөлә төҙөләсәк
       яңы биналар макетына күҙ һалырға ғына кәрәк. Төҙөкләндереү йылында баш ҡаланың тышҡы йөҙө тиҙ һәм сифатлы үҙгәрә.
       Макеттарҙың береһе - 2004 йылда барлыҡҡа килгән "Ҡояшлы" торлаҡ комплексы. Ул Киров районының "Баҡалы" биҫтәһендә урынлашҡан һәм Өфөлә иң уңайлыларҙан һанала. "Баҡалы" Салауат Юлаев проспектына күрше тора. Көнбайыштан район урман - парк зонаһы менән, ә көнсығыштан - "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы менән сиктәш. Төҙөлөш билдәләнгән урында бер ваҡытта ла сәнәғәт предприятиелары йәки сүп өйөмдәре булмаған.
       "Баҡалы" биҫтәһе шау - шыулы баш ҡалаға өҫтәмә булараҡ барлыҡҡа килгән, уны ҡала эсендәге ҡала тип әйтергә була. Ул тыныс һәм уңайлы. Әммә шул уҡ ваҡытта барлыҡ инфраструктура - мәктәп, 320 урынлыҡ балалар баҡсаһы, "Ҡояшлы" торлаҡ
       комплексы, сауҙа - мәҙәни үҙәге, ҡунаҡхана комплексы, фитн ес үҙәге, паркинг һәм аквапарк - унда йәшәүселәргә үҙ ҡаласы ғынан ситкә сыҡмайынса барлыҡ уңайлылыҡтар менән файҙаланырғ а
       мөмкинселек бирә. Транспорт схемаһы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ Өфөнөң һәр районына барып етерлек итеп төҙөлгән. Райондың төҙөлөш проектында яңы урамдар ҡаралған, улар киләсәктә юлдарҙағы хәрәкәтте бер аҙ кәметергә мөмкинселек бирәсәк.
       Проектлаусылар айырыуса сауҙа - мәҙәни үҙәк һәм аквапарк менән ғорурлана. Майҙаны 42 мең квадрат метр тәшкил иткән заманса өс ҡатлы үҙәк 2007 йылдың авгусында асыласаҡ. Уның эсендә сауҙа галереялары, ресторан һәм кафелар, кино залы,
       машиналар ҡуйыу урыны планлаштырыла. Бина эскалаторҙар һәм күҙәтеү лифттары менән дә йыһазландырыласаҡ.
       Майҙаны 31 мең квадрат метр тәшкил иткән өҫтө ҡаплаулы аквапарк дүрт бассейны булған спорт - күңел асыу үҙәге булар аҡ планлаштырыла. Бинаның тышҡы йөҙөн күп һанлы витраждар, быяла көмбәҙҙәр менән биҙәү ҡарала. Цоколь ҡатында 125 урынлыҡ машина ҡуйыу майҙаны буласаҡ. Аквапарк шулай уҡ тренажерҙар залы, солярий, сауна һ. б. тәҡдим итергә ниәтләй .
       Биҫтәнең тәүге сиратын төҙөп бөтөү 2006 йылдың икенсе кварталында, икенсе сиратын - 2007 йылдың икенсе кварталында , тотош комплексты файҙаланыуға тапшырыу - 2007 йыл аҙағына
       планлаштырыла. Тимәк, ҡаланың киләсәге яҡын тигән һүҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал