6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һау - сәләмәт сабыйҙар тыуһын өсөн
20.06.06


       Бала табыу учреждениеларының эш практикаһына бала табыу сертификаттарын индереү тура һәм күсмә мәғәнәлә үҙ һөҙөмтәләрен бирә башланы ла инде. Хәтергә төшөрөп үтәйек, был яңылыҡ "Һаулыҡ" милли өҫтөнлөклө проектты тормошҡа
       ашырыу сиктәрендә быйылғы йыл башында эшләй башланы.
       2006 йылдың 1 ғинуарынан башлап РФ Хөкүмәтенең "2006
       йылда ауырлы ҡатындарға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәтләндереүенә түләүгә бәйле, 2006 йылда сығымдарҙы финанслау тәртибе тураһында" Ҡарары менән хеҙмәтләндереүгә т үләү тураһында функциялар РФ Социаль страховкалау фондына йө кмәтелде.
       РФ Социаль страховкалау фондының Төбәк бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, ауырлы ҡатын - ҡыҙға бирелгән сертификат
       уға бала табыу йортон һайлау теләге өсөн нигеҙ булып тораса ҡ. РФ Социаль страховкалау фондының Төбәк бүлексәһе ауырлы ҡатындарға медицина ярҙамы күрһәтеүсе учреждениеларға һәр буласаҡ әсә өсөн ике мең, бала табыу ваҡытында ярҙам иткән учреждениеларға биш мең түләй (бала табыу уңышлы тамамланған осраҡта).
       Йыл һайын республикала уртаса алғанда 46000 бала тыуа. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, төбәктең бала табыу учреждениеларына бала табыу сертификаттарына түләү өсөн 320 миллион һум тирәһе аҡса бүленәсәк.
       РФ Социаль страховкалау фондының Төбәк бүлексәһе белгестәре бала табыу сертификаттары тыуым үҫешен планлаштырырға ярҙам итәсәк, тигән һығымтаға килде. Иҫәпләү мәғлүмәттәрен анализлау һөҙөмтәһендә йыл башынан донъяға килгән 13696 баланың 6977 - һе - малай, 6719 - ы - ҡыҙ. Улар ҙың
       уртаса буйы 52 см, ауырлығы - 3320 грамм. Балалар йышыраҡ
       шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә тыуа, шәмбе һәм йәкшәмбегәиһ ә - һирәгерәк тура килә.
       Бала табыусы ҡатындарҙың яртыһынан күберәге - эшләүселәр иҫәбенән. 40 йәштән һуң бала табырға ҡыйыулығы етеүсе
       ҡатындар һаны 260 кеше тәшкил иткән.
       Бөгөнгө көнгә РФ Социаль страховкалау фондының Төбәк бүлексәһенә 42000 - дән ашыу сертификат килгән, уларҙың 28 меңе дауалау учреждениеларына бүленгән. Ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһына түләү өсөн Социаль страховкалау фондына 31 миллион һумлыҡ 15000 талон, бала табыу йорттарына - 68
       миллион һумлыҡ 13000 талон ҡайтарылған.
       Ауырлы һәм бала табыусы ҡатындарҙы хеҙмәтләндереүсе медиктарҙың эш хаҡы 500 һумдан 5000 һумға тиклем артты.
       Ә киләһе йылда бала табыу сертификаты етенән 10 мең һумға
       тиклем артасаҡ. Был турала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм
       социаль үҫеш министры Михаил Зурабов белдерҙе. Уларҙың бер меңе ҡатындың теләге буйынса балалар поликлиникаһына даими м ониторинг алып барыуға йүнәлтелеүе мөмкин. Министр киләһе йы лда яңы тыуған сабыйҙарҙың тыумыштан ихтимал булған патологияһын асыҡлау өсөн йөҙ процент неоноталь диагностикалау индереләсәген белдерҙе. 3, 5 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡатын - ҡыҙҙар консультацияларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға йүнәлтелә. Тағы бер йылдан медицина патологиялы ҡатын - ҡыҙҙар өсөн 14 бала табыу йорто төҙөү планлаштырыла, был, медиктарҙың фекеренсә, яңы
       тыуған балаларҙың үлеү осрағын һәм етлекмәгән балалар тыуыуын ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирәсәк. Шулай итеп,
       "Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән саралар илд ә демографик хәлдең яҡшырыуына булышлыҡ итер тип көтөлә.
       Бөгөнгө көнгә "дөйөм алғанда, 670 меңдән ашыу бала табыу сертификаты тапшырылған. Ауырға ҡалыуҙың тәүге стадияһында у ҡ диспансер күҙәтеүе аҫтына алынған ҡатындар һанын арттырыу буйынса ыңғай тенденция билдәләнде", - тине Михаил Зурабов. Уның һүҙҙәре буйынса, бала табыу учреждениеларының стационар бүлектәрендә дарыу преператтарына сығымды
       финанслау 21 процентҡа артҡан.
       Киләһе йылдан башлап ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһында күҙәтелгән йөклө ҡатындар үҙҙәренә кәрәкле дарыу, составына тимер ингән препараттар, микронутриенттар, витаминдар менән тәьмин ителәсәк. "Бөгөн айырыуса интенсив үткәрелгән тикшереүҙәр анемия проценты юғары булыуын күрһәтә, шуға күрә медикаменттар йәһәтенән ярҙам күрһәтеү айырыуса
       һөҙөмтәле буласаҡ", - тине министр.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал