6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бюджеттың дефицит булыуы көтөлә
20.06.06


       2007 йылда Башҡортостандың бюджет дефициты биш миллирд һу м самаһы тәшкил итәсәк. БР Хөкүмәтендә республиканың төп фи нанс документының проектын формалаштырыуҙы тикшереү барышында ошо һан яңғыраны.
       - Бюджеттың килем өлөшө 50,8 миллиард һум күләмендә планлаштырыла, сығым 55,8 миллиард һум тәшкил итәсәк. Дефицит, шулай итеп, биш миллиард һумға тигеҙ, был Рәсәйҙең Бюджет кодексында билдәләнгән 15 процентлыҡ максимумдан артмай, - тине БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров. - Шул уҡ ваҡытта республикала социаль - иҡтисади үҫеш вариантының пессимистик вариантына нигеҙләнеп, бюджетты төҙөүгә һаҡсыл ҡараш һаҡланыуын иҫәптә тоторға кәрәк.
       БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Марат Минәсов республиканың 2007 - 2009 йылдарға күҙалланған
       социаль - иҡтисади үҫеш күрһәткестәре тураһында һөйләне.
       - Иҡтисади үҫеш буйынса алда торған өс йыллыҡ осор быға тиклем булған осорҙан һиҙелерлек айырыла. Беҙҙең иҡтисад, тотош Рәсәй иҡтисады кеүек үк, быға тиклем булған үҫеш сығанаҡтары файҙаланған, йәғни күсмә фазала тора.
       Иҡтисадтың пессимистик - "инерцион" - вариантына ярашлы, 2006 йылдағы тулайым төбәк продуктының үҫеш проценты 6,2 процентҡа тиклем түбәнәйәсәк ( 2005 йылда был һан 6,8 процен т тәшкил итте), артабан, 2007 - 2009 йылдарҙа ул 5,0, 5,1 һә м 5,2 процентҡа тиклем етәсәк. Федераль кимәлдә, ғәҙәттә, күҙаллауҙың икенсе, " уртаса оптимистик" вариантына таяныуҙарын билдәләргә кәрәк.
       2007 йылда Башҡортостандың барлыҡ кимәл бюджеттарының килеме 174 миллиард һум самаһы буласаҡ, тип күҙаллана. Килем структураһында һалымдар өҫтөнлөк итә - 90,9 процент, һалым
       һәм йыйымдарҙың 67 проценты федераль бюджет өлөшөнә тура ки лә. 33 проценты Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына иҫәпләнәсәк. Күҙаллауҙар буйынса, республиканың консолидацияланған бюджетының абсолют һандарында килем 60, 795 миллиард һум, сығымдар - 65, 795 миллиард һум тәшкил
       итәсәк.
       Барлыҡ күҙаллауҙар ҙа киләһе йылда нефттең барреле 49 доллар, ә доллар курсы 27, 5 һум иҫәбенән сығып яһалды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал