6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Халыҡ геройы Иван Якутов
20.06.06


       1900 йылдың яҙында эшсе - китап төпләүсе Александр Крылов
       Өфөлә һөргөндә булған Н. К. Крупскаяны үҙенең дуҫы - тимер юл оҫтаханаһында слесарь булып эшләүсе Иван Якутов менән таныштыра. "Искраның" таяныс пункты етәксеһе менән осрашыу л енинсы - революционерға ҙур йоғонто яһай. "... Тимер юлдар м енән элемтәне өҙмәнек, - тип хәтерләй Надежда Константиновна . - Унда 12 кешенән торған эшсе социал - демократтар түңәрәг е эшләй ине. Иң әүҙеме эшсе Якутов булыуы иҫтә ҡалған. Ул миңә
       китап һорап торорға йәки һөйләшергә инә торғайны... Бик яҡш ы конспиратор булды, шау - шыуҙы, маҡтаныуҙы, шаштырыуҙы йән е һөймәне..."
       Иван Степанович Якутов 1868 йылдың 20 июнендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең ( бөгөнгө Асҡын районы) Королево ауылында донъяға килә. Бала сағында уҡ байҙарға бил бөгә. Йә
       көтөүсе ярҙамсыһы булып яллана, йә баҫыуҙа тир түгә, сөнки атаһына ҙур ғаиләне ҡарауы ауырға тура килә. Приход
       училищеһын тамамлағандан һуң, ун өс йәшендә ул ауылдан сығып китә һәм үҙаллы хеҙмәт юлын башлай. Слесарь, токарь уҡыусыһы, машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Һәм 1893 йылда
       Өфө тимер юлында эшкә төпләнә.
       1900 йылда И. С. Якутов В. И. Ленин менән осраша.
       " И. С. Якутов талантлы ойоштороусы, ал - ял белмәүсе пропагандасы һәм ялҡынлы агитатор кеүек ҡиммәтле сифаттарҙы үҙендә тупланы, - тип хәтерләй хеҙмәттәштәре. Ул "экономиста р" һәм эсерҙәр тәҡдим иткән иҡтисади көрәш һәм террорҙың Өфө
       социал - демократтарын ниндәй юлға этәргәнен алдан күҙаллай
       белде һәм "Социал - демократтарҙың һәм социалист - революционерҙарҙың Урал союзына" ҡаршы торҙо".
       Властар революционерҙың һәр аҙымын күҙәтә. "Йыйылған мәғлүмәттәр буйынса, Якутов Өфө тимер юл оҫтаханалары эшселәре араһында социал - демократтар партияһы башлығы булып таныла, унда аҙна һайын эшселәрҙең йыйылышы үтә, уларға енәйәткә өндәүсе брошюралар таратыла..." - тип әйтелә жандарм хәбәрҙәренең береһендә. Тентеүҙәр башлана. Ҡулға алыныуҙан ҡотолоп ҡалыу маҡсатында Иван Степанович Якутов Омск ҡалаһына йүнәлә. Был хәл 1902 йылдың май айында була, күрәһең, сөнки нәҡ ошо ваҡытта ул полицияның айырыуса ҡаты күҙәтеүе аҫтында була. Шул уҡ йылдың ноябрь айында Омск
       ҡалаһында тимер юлсылар стачкаһын ойоштора һәм үткәрә. Был турала "Искра" гәзитенең 1902 йылдың 15 декабрендә сыҡҡан һанында хәбәр ителә. Тимер юл министрлығы эшселәргә
       ташлама яһарға мәжбүр була. Әммә фетнәнән һуң Якутов ҡулға
       алына һәм 1903 йылдың февраль айында эшенән бушатыла.
       Революцион көрәш юлдары уны Иркутск ҡалаһына алып килә. Эшкә урынлашҡандан һуң ул депо һәм оҫтахана эшселәре араһында тағы ла марксистар түңәрәге ойоштора, РСДРП составына инә. Иван Степанович Якутов Өфөлә генә түгел, Омск , Иркутск ҡалаларында ла эшселәрҙең етәксеһе һәм юлбашсыһы булып таныла.
       Әммә жандармдарҙың эҙәрлекләүе дауам итә. Бер көнө ул ҡулға алына һәм полицияның айырым күҙәтеүе аҫтына йәшәү башлана. Өфөнөң социал - демократы өҫтөнән суд 1905 йылдың 8
       октябрына тәғәйенләнә. 27 сентябрь көнө Якутов ғаиләһе менән бергә этап буйынса Өфөгә килә.
       Әммә суд эше туҡтатыла. Ғәйепләнеүселәр 1905 йылдың 17 октябрь Манифесы буйынса иреккә сығарыла. РСДРП комитеты эшселәрҙе тулы еңеүгә тиклем көрәшергә саҡырыуын дауам итә. Якутов та оҙаҡ уйламай революция эшенә ҡушыла. Уның етәкселеге аҫтында тимер юл оҫтаханалары эшселәре ҡораллы сығышҡа әҙерләнә. Иван Степанович һәм уның иптәштәре элекке эш урындарын биләүенә ирешә. Йыйыу цехы слесары стачка комитеты рәйесе булып китә. Етенсе декабрь көнө, ҡораллы сығышҡа тиклем ике көн ваҡыт ҡалғас, тимер юл оҫтаханалары эшселәренең тәҡдиме буйынса И. С. Якутов етәкселегендә Өфө эшсе депутаттар советы төҙөлә.
       9 декабрь көнө тимер юл оҫтаханаларында ҡораллы баш күтәреү мәсьәләһен тикшереү өсөн дөйөм ҡала митингыһы йыйыла. Унда ике меңгә яҡын эшсе, уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәр
       ҡатнаша. Сараны И. С. Якутов аса. Сығыш яһаусылар илдәге
       революцион ваҡиғалар тураһында һүҙ алып бара, ҡораллы
       сығыш яһауға саҡыра. Ҡала властары митингыны таратыу өсөн казактар һәм һалдаттар ебәрә. Офицер ҡорал ҡулланыу менән янай. "Көс ҡулланыуға беҙ ҡорал менән яуап бирәсәкбеҙ", - ти п
       беледрә совет рәйесе. Икенсе иҫкәртеүҙән һуң дружинниктар
       бер нисә шартлатҡыс ырғыта. Дүрт һалдат яралана, ҡалғандар ы артҡа сигенә. Әммә көрәш тигеҙ булмауы сәбәпле, совет ҡораллы фетнәне туҡтатырға ҡарар итә.
       Сығышта ҡатнашыусыларҙы, һәм беренсе сиратта уны ойоштороусыларҙы ҡаты яза көтә. Өфөнөң РСДРП комитеты ҡарары буйынса И. С. Якутов Харьковҡа юл тота.
       1906 йылдың сентябрь айында Харьков ҡалаһында И. С. Якуто в жандармдар ҡулына эләгә һәм Өфө губерна төрмәһенә оҙатыла.
       Өфөнөң ваҡытлыса хәрби суды Якутовты ғәйепләү эшен ҡарай
       һәм 1907 йылдың 7 ноябренә ҡараған төндә Иван Степанович
       Өфө төрмәһенең ихатаһында язаға тарттырыла. Күп йылдар үткәс, Н. К. Крупская был турала түбәндәгеләрҙе яҙа: "Уны тө рмә ихатаһында үлтерәләр, ә төрмә камераларындағы әсирҙәр ун ы бер ҡасан да онотмаясаҡтары һәм уның өсөн үс аласаҡтары тураһында ант итә".
       Иван Якутов урамы Өфөнөң Совет районында урынлашҡан. Был исем уға 1955 йылдың 14 июнендә бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал