6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һабантуйҙар үтте, тәьҫораттар ҡалды
19.06.06


       Беҙҙең республикала бик шәп бер йола бар - йыл һайын яҙғы
       сәсеү эштәре тамамланғас, бөтә халыҡ бергә йыйылып һабантуй
       үткәрә. Был һүҙ үҙе үк байрамдың асылы тураһында һөйләй. Ваҡыт үтеү менән ул Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ милләт
       кешеләренең дә яратҡан байрам көнөнә әйләнде.
       Һабантуйҙарҙа, ғәҙәттә, ауыл хужалығы предприятиеларының үткән йылдағы эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһала, төрлө иҡтисади ярыштарҙа еңеүселәр наградлана, шунда уҡ яҙғы сәсеү эштәренә
       лә йомғаҡ яһала, иң яҡшы эшләүселәрҙең исемдәре яңғырай, уларҙы почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән
       ололайҙар. Тантананан һуң, йола буйынса, мәҙәни - спорт саралары башлана. Улар араһында тамашасыларҙы иң йәлеп иткәне ат сабышы һәм милли көрәш. Бер нисә майҙанда бер юлы халыҡ уйындары ойошторола - шыма бағанаға менеү, бәүелеп
       торған бүрәнә буйлап йүгереү, тоҡ менән көрәшеү, тоҡ кейеп йүгереү, ҡатыҡ тулы һауыттан тәңкә алыу һ. б. Ҡатын - ҡыҙҙар һәм балалар өсөн айырым ярыштар бар. Ғәҙәти спорт ярыштары л а - волейбол, шашка, шахмат, ҡул көрәше, һикереү һәм башҡалар - ситтә ҡалмай. Байрам халыҡ таланттары концерты менән тамамлана - бер нисә майҙанда үҙешмәкәр артистар сығыш яһай.
       Быуаттар тәрәнлегендә барлыҡҡа килгән был байрам бөгөн
       дөйөм республика статусына эйә булды һәм уның үткәрелеүен республика Президенты Мортаза Рәхимов үҙ контроле аҫтына алды. Йыл һайын һабантуй үткәреү тураһында указдарға ҡул ҡуйыла. Быйыл да 28 майҙан 17 июнгә тиклем республика
       буйынса халыҡ байрамдары үтте. 28 майҙа ул республиканың өс
       районында, 3 июндә - 26, 10 июндә - 22, һәм 17 июндә - Башҡортостандың өс районында ойошторолдо.
       Һабантуйҙарға әҙерлек һәм уларҙы үткәреүгә республиканың
       барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволары үҙ өлөшөн индерҙе. Тәртип һаҡлауҙы ойоштороу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү байрамдарҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткәрергә мөмкнселек бирҙе.
       Һабантуй ҡунаҡтарһыҙ үтмәй, әлбиттә. Ҡала һәм райондар
       байрамға республика етәкселеген, үҙ территорияһында һайланған депутаттарҙы, билдәле яҡташтарын һ. б. саҡыра. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостандың ауыл эшсәндәре байрамында Төр киәнең Бөйөк Милли Йыйылышы вәкилдәре, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга бу йы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
       Быйылғы йылдың үҙенсәлеге тип күп кенә һабантуйҙарҙың алд а көтөлгән байрам - Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә арналыуын әйтергә кәрәк. Бының сағылышын күп төрлө театрлаштырылған тамашаларҙа күрергә мөмкин ине.
       - Йылдан йыл территориялар байрам йөкмәткеһенә яңы элементтар индерә, - тине һуңғы селектор кәңәшмәһендә БР
       Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов. - Һәм быйыл һабантуйҙар сағыу һәм оригиналь рәүештә үтте. Мин муниципаль район һәм ҡала округтары башлыҡтары һәм
       аппараттарына һабантуй байрамына ижади ҡараш, сифатлы
       әҙерлек һәм әүҙем ҡатнашлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм. Ҡала көнөн байрам итеүгә арналған сараларҙың юғары кимәле өсөн Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә айырым рәхмәт.
       Әйткәндәй, һабантуйҙар Башҡортостанда ғына үтмәне.
       Мәҫәлән, Истанбулда үткән Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә башҡорт байрамы Төркиәнең баш ҡалаһында ла ойошторолдо. Шулай уҡ Ригала, Латвияның милли - мәҙәни йәмғиәттәре территорияһында ла һабантуй күңелле байрам булып иҫтә ҡалды.

Ләйсән Хәйетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал